Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
11 Декабрь 2018, 17:34

Әкиәт иленә сәйәхәт

Ғәбдөк ауылы мәктәбендә “Һаумы, һаумы, әкиәт!” бәйгеһе үткәрелде. Бәйге алдан уҡ иғлан ителгәйне. Шуға ла әҙерлек яҡшы кимәлдә булды.

Байрамды мәктәптең уҡыууҡытыу мөдире Баязитова Эльвира Әмир ҡыҙы ҡотлау һүҙе менән асты. Һуңынан уҡытыусылар “Шалҡан” әкиәтен күңелле итеп сәхнәләштереп, сараны күтәренке кәйеф менән биҙәне.

Артабан һүҙ әкиәтселәргә бирелде. Балалар әкиәттәрҙең йөкмәткеһен матур итеп һөйләргә яҡшы әҙерләнгәйне. Һәр кем үҙ сығышына ярашлы атрибуттар, костюмдар менән ролгә инергә тырышты.

Бәйге булғас, әлбиттә, “иң-иң”дәр билдәләнә. Талапсан жюриға урындар билдәләү ауырға тура килде. Һәр саҡтағыса башланғыс класс уҡыусылары әүҙемлек күрһәтте. Урындар йәш айырмалыҡтарына ҡарап билдәләнде.

I-II кластар араһында III урын Ялалова Айгөлгә, II урын Хөсәйенов Азаматҡа, I урын Ғәлләмов Илвиргә бирелде. III-IV кластар араһында әкиәтселәр күп булды. Жюри кәңәшләшеп, ике III урын тәғәйенләне һәм Тәҡиуллин Искәндәр менән Закирова Линара лайыҡ тип табылды. II урын - Ғәлиуллин Илһамға, I урын Мөхәмәтйәнов Фиданға эләкте. Башланғыс кластар араһында төп приз - гран-при Тәҡиуллин Айҙарға булды. V класс уҡыусыһы Әхмәтйәнова Нәркәс урта кластар араһында гран-приға өлгәште. Еңеүселәргә Грамоталар тапшырылды.

Уҡыусыларҙың халыҡ ижадын үҙ итеүе, өйрәнеүе маҡтаулы эш. Фольклорға, йолаларға, әҙәбиәткә булған һөйөү күберәк осраҡта ғаиләнән килә. Байрамға килгән әсәйҙәргә ҡарап, был фекергә инанырға була.

Байрамды ойоштороуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт.
Читайте нас: