Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
14 Декабрь 2018, 14:37

Рухиәт һәм әҙәбиәт байрамы

Йыл башында “Урал” гәзите “Иҙел башы” Белорет район-ҡала әҙәби ойошмаһы менән берлектә Баҡый ауылынан сыҡҡан күренекле яҙыусы, журналист һәм тәржемәсе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сабир Шәриповтың 70 йәшлек юбилейы айҡанлы, “Уймаҡ хикәйәләр” конкурсын иғлан иткәйне. Йыл аҙағында конкурсҡа йомғаҡ яһалып, еңеүселәргә яҡташыбыҙ үҙ ҡулдары менән бүләктәр тапшырырға тейеш ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аяуһыҙ яҙмыш уның уйлаған ниәтен тормошҡа ашырырға форсат бирмәне, ул баҡыйлыҡҡа китеп барҙы. Шулай булһа ла ярышнамә аҙаҡҡы көндәргә тиклем ҡыҙыу барҙы, эштәр редакция почтаһынан өҙөлмәне. Еңеүселәрҙе билдәләр алдынан жюри ағзалары Сатура Минһажитдинова, Мансур Һиҙиәтов, Сәғирә Шәрәфетдинова, Зөлфирә Сөләймәнова һәм Рәсимә Сәлихова “Урал” гәзите редакцияһында йыйылып кәңәшләшкәндән һуң, конкурсты Сабир Шәрипов исемендәге “Уймаҡ хикәйәләр” конкурсы тип үҙгәртергә һәм уны өс йылға бер уҙғарып торорға тип ҡарар итте.

Ярышнамәнең иң юғары баҫҡысын - гран-приҙы хаҡлы рәүештә Фәриха Вәлиуллина  яуланы.
Ярышнамәнең иң юғары баҫҡысын - гран-приҙы хаҡлы рәүештә Фәриха Вәлиуллина яуланы.
Шығай күп тармаҡлы ауыл клубында уҙған сараға Өфө ҡалаһынан мәртәбәле ҡунаҡтар - Сабир Нәғим улының һөйөклө ҡатыны, филология фәндәре докторы, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова, ҡыҙы Сулпан Сабир ҡыҙы Мостафина, Сабир Шәриповтың бер туған һеңлеһе, табип Мәүзилә Нәғим ҡыҙы Адеева һәм уның ҡыҙы Гөлназ, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев, урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты Гөлсирә Ғиззәтуллина, Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Әхмәр Үтәбай, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар, Журналистар союзы ағзаһы, Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты, “Иҙел башы” ойошмаһы рәйесе Мансур Һиҙиәтов, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рәйсә Абдуллина, Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһы етәксеһе Флүрә Шакирова һәм ярышнамәлә ижад өлгөләрен тәҡдим итеүселәр, яҙыусылар, тамашасылар йыйылды.

Тамаша залына йыйылыусыларҙы талабына тап килтереп, матур итеп биҙәлгән сәхнәнән “Ауаз” ҡумыҙсылар ансамбле сәләмләне. Шулай уҡ “Ләйсән” бейеү, “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамблдәренең сығышы, Зилә Хажина, Гөлдәр Ҡолбирҙина, Фәниә Зарипова, Дилбәр Рәхмәтова башҡарыуындағы йырҙар, Гүзәлиә Рухиәт һәм әҙәбиәт байрамы Сәйфуллина, Гөлминаз Хафизова, Айвар Ғилмановтың өҙҙөрә баҫып бейеүе барыһының да күңеленә хуш килде.

Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы директоры Сәғирә Шәрәфетдинова бәрәкәтле Шығай еренә йыйылыусыларҙы, килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләп, был көндөң ысынында рухиәт байрамы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм конкурстың төп ойоштороусыларын саҡырҙы. Сатура Жәүәт ҡыҙы ярышнамәнең йыл дауамында шаулап-гөрләп барыуын, ҡала һәм ауылдарҙа йәшәүселәрҙең автив ҡатнашыуҙарын билдәләп китте. Уймаҡ хикәйәләрҙең нисек барлыҡҡа килеүен Сабир Шәриповтың төпкөлдә ятҡан Баҡый ауылында тыуып, юл михнәттәре күреп үҫеүе менән бәйләне һәм яҙыусының бер ваҡытта ла яҡташтарын онотмауын, үҙенең ябайлығы менән бөйөк булып ҡалыуын әйтеп үтте. Мансур Яҡшыбай улы сығышында яҙыусы менән бәйле иҫтәлектәрен уртаҡлашты, уның яҡташтары, район тураһында бик күп мәҡәләләр яҙыуын, бик күп башлап яҙыусылар яҡташыбыҙ ҡулы аҫтынан үҫеп сығыуын, беренсе тапҡыр үткәрелгән конкурс эше менән ҡәнәғәт булыуы тураһында һүҙ тотто.

Артабан һүҙ Зәйтүнә Яхъя ҡыҙына бирелде. Ул кисәне ойоштороуҙа күп көс һалған “Урал” гәзите редакцияһына, “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы ағзаларына, Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы хеҙмәткәрҙәренә, район хакимиәтенә оло рәхмәтен белдерҙе, 1966 йылда тормош иптәше менән Шығай ауылында концерт ҡуйыуҙарын иҫкә алды һәм ошо иҫтәлекте яңыртырға форсат сығыуына ҡыуанды. Сабир Нәғим улының архивын - уның ижадына, Белорет районына, ҡала тарихына ҡағылышлы 50 китапты һәм уның ике портретын ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейына бүләк итте. Шулай уҡ Шығай күп тармаҡлы ауыл китапханаһына 25 китап, портрет тапшырҙы.


Тулы материалды гәзиттең 100-се һанында уҡығыҙ.


Читайте нас: