Быйыл конкурс дүрт тема буйынса уҙғарылды. Баҫма эштәр “Урал” һәм “Белорецкий рабочий” гәзиттәрендә донъя күрҙе. Ҡатнашыусылар 110 фотоһүрәт һәм 4 яҙма эш тәҡдим итте.
“Үткәндәргә ҡараш... Ностальгия” темаһы буйынса Инйәр ауылынан Шәрғиә Яҡшыдәүләтова еңеүсе тип табылды. Был конкурста туғыҙынсы тапҡыр ҡатнашып, һәр ваҡыт еңеүселәр исемлегенән төшмәгән гәзитебеҙ дуҫының “Һағынып һөйләргә ҡалды”, Нәғимә Шәрипованың “Өләсәйҙәребеҙ һәм олатайҙарыбыҙ” номинацияһында “Күңеленән нур, ҡулынан бал тама” мәҡәләләре “Урал” гәзитендә баҫылып сыҡты. Ошо уҡ тема буйынса Ғәлиә Сергажина “Икебеҙгә бер яҙмыш” мәҡәләһе өсөн Диплом менән бүләккә лайыҡ булды.
“Мин яратам һине, тормош!” темаһында Дмитрий Поляков “Быуаттарҙан быуаттарға”, “Минең өсөнсө өләсәйем”, “Тәбиғи яҙмыш”, “Сударушка”, “Ғүмер көҙө”, “Октябрь” һәм “Әбейҙәр сыуағы” хикәйәләре менән еңеп сыҡты.
Фотоһүрәттәр араһында “Өләсәйҙәребеҙ һәм олатайҙарыбыҙ” темаһы буйынса Рәсимә Сәлихова, “Үткәндәргә ҡараш. Ностальгия” - Наталья Зайцева, “Беҙ бында йәшәйбеҙ” - Лидия Круглова еңеүсе тип билдәләнде. Ирина Многина, Надежда Копытова, Валентина Кирсанова, Розалина Мөхәмәтйәнова һәм Ирина Реус, Альфред Хәмзин, Үҙәк китапхананың уҡыу залы хеҙмәткәрҙәре конкурста ҡатнашҡан өсөн Дипломдар менән бүләкләнде. Жюри ҡарары менән, Үткәл ауылынан Ришат Хәйбуллинға, Белореттан Нина Агееваға дүрт тема буйынса ла бик күп эштәр ебәргәне, конкурста йыл һайын әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Дипломдар, бүләктәр тапшырылды.
Муниципаль район Советы рәйесе Дилә Хәмзина, район-ҡала Пенсия фонды идаралығы начальнигы Константин Полетавкин ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе, киләһе юбилей йылында ла “Оло кешенең социаль портреты” конкурсы төрлө темаларға эштәр ҡабул итәсәген, республикала ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә бындай сараның берҙән-бер булыуын, уның географияһы киңәйеүенә ышаныс белдерҙе.