Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
11 Ғинуар 2019, 12:18

Белореттар һынатмай

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы төбәктең барлыҡ махсус урта белем биреү усаҡтарына колледж студенттарын ғына түгел, уҡыусыларҙы ла WorldSkills буйынса ярыштарға әҙерләргә тигән фарман биргәйне.

Был бурысты ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән Белорет педагогия колледжы, мәғариф идаралығы етәксеһе М.В. Саранцева, 21-се мәктәп директоры В.Л. Кривоустың ярҙамы менән, 21-се мәктәп базаһында педагогик класс ойошторҙо. Бында 3-сө, 20- се, 21-се мәктәптәрҙең IX класс уҡыусылары ҡабул ителеп, колледж уҡытыусылары тарафынан уҡыусыларға педагогик оҫталыҡ буйынса дәрестәр, конкурс саралары үткәрелде.

12-17 декабрҙә Өфө ҡалаһында уҙған WorldSkills - “Йәш профессионалдар” IV төбәк-ара чемпионатында педагогик кластан Леон Сабиров (21-се мәктәп) һәм Виринея Ерастова (20-се мәктәп) “Башланғыс кластарҙа уҡытыу” компетенцияһы менән сығыш яһаны. Унда илдең 86 уҡыу учреждениеһынан йәмғеһе 516 йәш белгес ҡатнашты. Киң ҡоласлы сарала 147 мәктәп уҡыусыһына ла тәүге тапҡыр үҙ көсөн һынау мөмкинлеге бирелде. Мәртәбәле ярышта Леон Сабиров (һүрәттә һулдан беренсе) III урын яулап, районыбыҙҙың данын арттырҙы. Конкурста үҫмер, ирекмәндәр ярҙамы менән, “Тәбиғәт донъяһы” темаһына ата-әсәләр өсөн өйрәтеүсе интерактив һәм уның сайтын тәҡдим итте. Шуныһын да билдәләү зарур: конкурс майҙанында заманса компьютер ҡорамалдары һәм программалары ҡулланылғайны. Әммә Леонға был бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмаған, сөнки тырыш егет 27-се (мөдире - Л.К. Казармщикова), 24-се (мөдире - Л.Ю. Матвеева) балалар баҡсаларының, 17-се гимназияның (директоры - А.В. Соколов) ярҙамы менән заманса технологияларҙы ла үҙләштергәйне.

Педагогия колледжы уҡытыусыларына әлеге конкурс ҡыҙыҡлы, шул уҡ мәлдә ярайһы уҡ ҡатмарлы ғына тәжрибә булды. Шулай ҙа, ваҡыт яғы нисек кенә ҡыҫынҡы булмаһын, хеҙмәттәренә мөкиббән киткән мөғәллимдәр педагогик маһирлыҡтың барса нигеҙҙәрен үҙ өйрәнсектәренә тапшыра алды. Улар артабан да WorldSkills ише шәп проекттарҙа ҡатнашып, киләсәктә юғарыраҡ кимәлгә - Милли чемпионат ярыштарына сығыуҙарына шикләнмәй. Мәртәбәле конкурста үҙ көсөн һынап ҡарарға теләүсе район-ҡала мәктәптәренең VIII-IX класс уҡыусыларын да педагогик кластарға көтөп ҡала уҡытыусылар. Әйткәндәй, “полк улы” - Леон Сабиров иһә яҡын киләсәктә Белорет педагогия колледжына уҡырға инергә йыйына.
Читайте нас: