Бөтә яңылыҡтар

Ижади һәләттәрҙе үҫтереп

“Журналист булырға теләйем” муниципаль район конкурсы уҙҙы.

Бөгөн милли үҙаңды тәрбиәләү һәм артабан үҫтереү, туған телебеҙгә ҡарата һөйөүҙе һәм ихтирамды һаҡлау өҫтөндә эшләү һәр башҡорт теле уҡытыусыһы иңендә ятҡан бурыстарҙың береһе. Халҡыбыҙҙың быуындан-быуынға ҡәҙерле аманаты итеп тапшырыла килгән телебеҙ киләсәген ҡайғыртҡан һәм борсолған уҡытыусыларҙың береһе, ҡаланың 21-се мәктәбендә ике тиҫтәнән ашыу башҡорт теленән белем биргән Гөлсибәр Шакирова ниәте менән барлыҡҡа килгән һәм ошо уҡ мәктәп бинаһында “Мин журналист булырға теләйем” муниципаль район конкурсы уҙҙы. Уҙған йылда уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ уҡыған балалар ғына ҡатнаша алһа, быйыл уҡытыусыларҙың һорауы буйынса бындай сикләү ҡуйылманы. Ул Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуға һәм Театр йылына арналды.
Ярышнамәнең төп шарты булып, башҡорт телен яҡшы белеү һәм иркен аралашыу, балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү, үҙ аллы эшләргә өйрәтеү, журналистика эше һәм был өлкәлә хеҙмәт иткән райондаштарыбыҙ менән яҡындан таныштырыу торҙо.
Мәртәбәле сарала Сермән мәктәбе уҡыусылары Рәзидә Ғаззалова, Әлвинә Килмөхәмәтова (уҡытыусылары Наилә Солтангәрәй ҡыҙы Әхмәтова), Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһынан Азалия Әхтәмова, Гөлсинә Нәбиуллина (Гөлназ Ғәзиз ҡыҙы Байрамғәлина), ҡаланың 17-се гимназияһы уҡыусыһы Зөлфиә Карамова (Розалия Закир ҡыҙы Әҡсәнова), 21-се мәктәптән Валерия Сәләхиева (Баныу Зарим ҡыҙы Астанова) һәм 20-се мәктәптән Диана Сәғәҙиева (Зәйнәб Кинйәбай ҡыҙы Собханғолова) ҡатнашты. Уларҙы “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажитдинова, Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаттары, журналист һәм яҙыусы Фәриха Нәҙербай ҡыҙы Вәлиуллина менән Гөлсөм Нурислам ҡыҙы Мостафина, шағирә Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы Үтәғолова, мәғариф бүлегенең башҡорт теле уҡытыусылары методисы Лариса Хәлфетдин ҡыҙы Әхмәтшина һәм Гөлсибәр Искәнйәр ҡыҙы Шакирова баһаланы.
Конкурсанттар үҙҙәре менән “Визитка” конкурсында таныштырып, видеояҙма ярҙамында яратҡан шөғөлдәре, хыялдары тураһында һөйләне. Артабан өй эше итеп бирелгән “Телерепортер” конкурсы уҙҙы. Унда Рәзидә Ғаззалова, Әлвинә Килмөхәмәтованың спортҡа бағышланған, Гөлсинә Нәбиуллинаның “Урал” гәзите тарихы тураһында, Зөлфиә Карамованың уҡытыусылары һәм класташтары менән хайуандар приютына барыуы, Валерия Сәләхиеваның саф һауаның файҙаһына арналған, Азалия Әхтәмованың Белорет телевидениеһы хаҡында, Диана Сәғәҙиеваның Театр йылына арнап төшөрөлгән ҡыҙыҡлы яҙмалары күрһәтелде. “Диктор” конкурсында уҡыусылар бирелгән тексты тасуири һәм матур итеп уҡырға тейеш ине. Баһалама ағзалары һәм тамашасылар ҡатнашлығындағы “Ирекле микрофон” пресс-конференцияһынан һуң, конкурстың иң ауыр һәм ҡатмарлы өлөшө - “Журналистика һәм журналистар” һорауҙары буйынса тестҡа яуап биреү башланды. Ҡыҙҙарҙың барыһы ла бирелгән эштәрҙе еренә еткереп, теүәл үтәргә тырышты.
Баһалама ағзалары Валерия Сәләхиеваны “Иң яҡшы визитка” һәм Азалия Әхтәмованы “Маҡсатҡа ынтылыусы” номинацияларында билдәләне. Рәзидә Ғаззалова менән Диана Сәғәҙиева - III, Әлвинә Килмөхәмәтова, Зөлфиә Карамова - II урындарҙы бүлешһә, конкурстың еңеүсеһе исеменә Гөлсинә Нәбиуллина лайыҡ булды. Уларҙың барыһына ла Дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, шулай уҡ конкурсҡа әҙерләүсе уҡытыусылар Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Ҡатнашыусылар ярыштан һуң үҙҙәренең тәьҫораттары менән бүлеште, ойоштороусыларға һәм уҡытыусыларына рәхмәт белдерҙе. Сара һуңында конкурстың баһаһын күтәреү, уның талаптарын теүәл үтәүгә иғтибарҙы арттырыу, әҙерләнеү кимәлен яҡшыртыу тураһында фекер алышыу булды.
Читайте нас: