Бындай байрамдар башҡорт балалар баҡсаһында йыш үтһә лә, Башҡортостандың 100 йыллығына һәм “Сәскә ат, Башҡортостаным!” балалар ижадының муниципаль фестивале сиктәрендә үткәрелгән “Иң яҡшы шәжәрә төҙөү” конкурсы ҡала-район мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары араһында тәүгә генә ойошторолоуы. Тәүгеһе генә булһа ла, 25-се башҡорт балалар баҡсаһы коллективы һәм тәрбиәләнеүселәре байрамды юғары кимәлдә үткәреп ебәрҙе. Әйткәндәй, “Сәскә ат, Башҡортостаным!” муниципаль фестиваль дүрт этаптан торҙо. Тәүге “Аһәң” этабы ҡаланың - 1-се, “Бейеү йәйғоро” этабы - 2-се, тәрбиәселәрҙең методик тикшеренеүҙәр һәм тәрбиәләнеүселәренең һүрәт төшөрөү буйынса өсөнсө этабы - 19-сы һәм һуңғыһы, Шәжәрә конкурсы, 25-се балалар баҡсаларында үтте. Һәр этапта ла “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лайыҡлы сығыш яһап, I, II урындарҙы яуланы.
Ә Шәжәрә байрамына килгәндә иһә, ул ҡатнашыусыларҙың, бигерәк тә, балаларҙың, нәҫел-зат тамырына ҡарата ҡыҙыҡһыныуын көсәйтеүгә, милли йолаларҙы тергеҙеүгә, һис шикһеҙ, ҙур этәргес булды. Конкурста ҡатнашҡан ғаиләләр үҙенең нәҫелырыуын, ғаилә шәжәрәһен барланы, ата-бабаларының кем булыуын таныны, ошоғаса белмәгән туғантыумасаһын тапты. Эйе, байрамдар була ла үтә, ә ете быуын туғаныңды белеү, яныңда һәм сит-яттарҙа йәшәгәндәрен табыу кеүек талап үтмәҫ, тәрбиәүи һәм әхләҡи әһәмиәтен дә юғалтмаҫ.
Быуындар тарихын киләсәккә еткереү маҡсатында үткәрелгән конкурста ҡала һәм райондың 11 балалар баҡсаһынан Әбделғазиндар, Хәмзиндар, Уразмәтовтар, Хәлиловтар, Муллағәләмовтар, Фәхрисламовтар, Фәйзуллиндар, Шаһияздановтар, Аҫылғужиндар, Фәттәхов-Ғүмәровтар, Сафиндар һәм Подшиваловтар ентекле әҙерләнеп, үҙҙәренең быуындар сылбыры менән таныштырҙы. Конкурсанттарҙы мәғариф идаралығының мәктәпкәсә белем биреү буйынса методисы Лилиә Шаһимәрҙәнова, тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы хеҙмәткәре Фәнисә Шәрәфетдинова, “Урал” гәзите мөхәррире, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты вәкиле Сатура Минһажитдинова, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Сулпан Уйылданова, мәғариф идаралығы башҡорт теле уҡытыусыларының методисы Лариса Әхмәтшина баһаланы һәм шәжәрәләрҙең биҙәлешенә, рәсми мәғлүмәттәрҙең, нәҫел атрибуттарының барлығына, сығанаҡтарҙың дөрөҫлөгөнә, республикабыҙ үҫешенә тос өлөш индергән, уның тарихын тулыландырған билдәле кешеләре тормошона иғтибар бүлде.
Материалды гәзиттең 26-сы һанында уҡығыҙ.