Шығай күп тармаҡлы ауыл клубында Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл һәм Театр йылына ҡарата уҙғарылған "Һаумы, һаумы, әкиәт" район конкурсында быйыл йәмғеһе 8 коллектив көс һынашты.
Оло сабырһыҙлыҡ менән көтөп алынған матур сараны тәбрикләп, мәртәбәле ҡунаҡтар - баһалама комиссияһы ағзалары: муниципаль райондың мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Рауил улы Иҫәнғужин, район мәҙәниәт йорто директоры Әлиә Айҙар ҡыҙы Вәлиева, "Ирәмәл" башҡорт халыҡ театры режиссеры Гөлнара Насретдин ҡыҙы Ғилманова конкурсанттарға изге теләктәрен юраны.
Тәүгеләрҙән булып сәхнәгә сыҡҡан Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының "Һомай" балалар фольклор түңәрәгенең йәш актерҙары шунда уҡ үҙҙәрен сәхнәлә иркен тотоуҙары, ролдәрҙе бирелеп, мөкиббән китеп уйнауҙары менән хайран ҡылды. "Һомай"ҙар ҡуйған "Хәлимә" исемле музыкаль әкиәт йәнә бер тапҡыр яҡшылыҡтың яманлыҡтан өҫтөн булыуын, уның һәр саҡ еңеп сығыуын иҫбат итте.
Үткәл ауыл мәҙәниәт йортоноң "Бөҙрәкәй" театр коллективы (һүрәттә) сәхнәләштергән "Ғәҙел ҡуян" әкиәт-пьесаһы иһә тәрбиәүи йәһәттән дә, ролдәрҙе башҡарыу яғынан да таң ҡалырлыҡ ине. Урман һабантуйында үҙ-ара ярыш ойошторған йәнлектәрҙең сонтор ҡойроҡ ҡуянға ҡарата ғәҙелһеҙлеген, бер-береһенә ике йөҙләнеп ялағайланыуҙарын, шулай булыуға ҡарамаҫтан, шешҡолаҡтың киң күңеле, батыр йөрәге, инсафлығы арҡылы ҡыйынлыҡтарҙы, ғәҙелһеҙлектәрҙе ҡыйыу еңеп сығыуын тамашасы йотлоғоп ҡараны. Ғәҙел ҡуянҡай булып сығыш яһаған иң кескәй конкурсант - 4 йәшлек Азалия Мырҙабаеваның ролен ғәжәп оҫта уйнауы, үҙен тәжрибәле актерҙарса тыныс, иркен тотоуы айырыуса һоҡландырҙы.
Сосновка ауыл мәҙәниәт йортоноң "Әкиәт донъяһы" балалар коллективы сәхнәгә сығарған "Зирәк ҡыҙ", Ишле ауыл мәҙәниәт йортоноң "Йәш актер" театр коллективы ҡуйған "Бәләкәй Хаврошка", Сермән күп тармаҡлы ауыл клубының "Коломбино" театр түңәрәге ағзалары сәхнәләштергән "Алтын асҡыс йәки Буратино мажаралары", Тирлән ауыл мәҙәниәт йортонда шөғөлләнеүсе "Күңелһеҙ булмаған йәш" театр коллективының яңыса "Шалҡан"ы, Боғанаҡ ауыл мәҙәниәт йортоноң "Арлекин" театр коллективы ҡуйған "Поп һәм уның эшсеһе Балда тураһында" фәһемле вә мауыҡтырғыс әҫәрҙәре, Абҙаҡ ауыл мәҙәниәт йортоноң “Битлек” театр коллективы әҙерләгән "Алдар һәм шайтан", Әзекәй ауыл мәҙәниәт йортоноң "Ҡолонсаҡ" театр коллективы тәҡдим иткән "Тирмәкәй" әкиәттәре лә барыһының да күңеленә хуш килде. Әйтергә кәрәк, төрлө йәштәге мәктәп уҡыусыларының актерлыҡ һәләттәре, сәхнәлә юғалып ҡалмай, үҙҙәренән талап ителгәнде түкмәй-сәсмәй тамашасыға еткерә алыуҙары, әлбиттә, оло баһаға лайыҡ. Декорацияларҙың, костюмдарҙың сәхнә әҫәренә ярашлылығын, эстетик йәһәттән ыңғай тәьҫораттар уятыуын да билдәләр кәрәк.
Баһалама ағзаларының етди кәңәшләшеүенән һуң, ниһайәт, ҡыҙыу ярыштың нәтижәләре яңғыраны. "Иң үҙенсәлекле декорация" номинацияһында - Сермән күп тармаҡлы ауыл клубының "Коломбино" театр түңәрәге, "Иң үҙенсәлекле костюм" номинацияһында - Боғанаҡ ауыл мәҙәниәт йортоноң "Арлекин" театр коллективы, "Иң яҡшы ир-егет роле" номинацияһында - Абҙаҡ ауыл мәҙәниәт йортонан Илһам Фазылов, "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле" номинацияһында - Шығай күп тармаҡлы ауыл клубынан Гөлминаз Хафизова, "Төп ролде иң сағыу башҡарыусы" номинацияһында Үткәл ауыл мәҙәниәт йортонан Азалия Мырҙабаева еңеүсе тип табылды.
Лайыҡлы III урынды Сосновка ауыл мәҙәниәт йортоноң "Әкиәт донъяһы" балалар коллективы алһа, II урынды иһә ике коллектив - Тирлән ауыл мәҙәниәт йортоноң "Күңелһеҙ булмаған йәш" һәм Ишле ауыл мәҙәниәт йортоноң "Йәш актер" театр коллективтары бүлеште. I урын шулай уҡ ике коллективҡа - Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының "Һомай" балалар фольклор түңәрәге һәм Әзекәй ауыл мәҙәниәт йортоноң "Ҡолонсаҡ" театр коллективына тапшырылды. "Һаумы, һаумы, әкиәт" район конкурсының тиңһеҙ еңеүселәре, йәғни гран-при хужалары тип, Үткәл ауыл мәҙәниәт йортоноң "Бөҙрәкәй" театр коллективы (етәксеһе Нәркәс Йомағужина) билдәләнде. Һәр еңеүсе төркөм, тынғыһыҙ һәм емешле хеҙмәте өсөн, диплом һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде.
Күңел ымһындырғыс мөғжизәләр аша йәш быуынға әхлаҡи тәрбиә биргән, мәңгелек төшөнсәләр - изгелек һәм яуызлыҡ араһына сабый аңы төшөнөрҙәй сик ҡуйған, уны яҡшылыҡ яҡлы булырға өндәгән-өйрәткән ауыҙ-тел ижады - әкиәттәрҙең үҙҙәре үк тылсым көсөнә эйә булыуҙарына инанмайса мөмкин түгел. Йәнә шул: бары тик әкиәтле бала саҡ ҡына яҡты, матур киләсәккә юл аса.