Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
26 Апрель 2019, 15:21

Йөрәктән сыҡҡан һүҙ йөрәктәргә етте

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәйлә Сәфәрғолованың “Йөрәк һүҙе” телевизион проекты зәңгәр экрандарға сыҡҡас, Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә ошо исем аҫтында шиғыр бәйгеләре ойошторола башланы. Нәйлә Абдулхай ҡыҙының яҡын дуҫы, районыбыҙҙың арҙаҡлы уҙаманы, уңышлы эшҡыуар Миннихан Насретдин улы Ғәйнетдиновты ла был проект битараф ҡалдырманы. Билдәле шағирә Эвита Гайнеттың атаһы булараҡ, уны ла милләттең, ерҙең, телдең яҙмышы борсой. Тап уның идеяһы һәм бағыусылығы менән Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы, Инйәр мәҙәниәт йорто Инйәр төбәгендә йәшәгән һүҙ оҫталары араһында Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүенең һәм Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған “Йөрәк һүҙе” шиғыр бәйгеһен ойошторҙо. Ә уны уҡытыусы, яҙыусы, Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты, район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, һәүәҫкәр актриса Әлиә Саматова әҙерләп үткәрҙе һәм Айнур Зәйнәғәбдинов менән бергә алып барҙы.

Шиғри бәйге көтөлгән һөҙөмтәләрҙән дә артып китте. Инйәр төбәгендә хеҙмәт иткән ябай ғына кешеләрҙең шул тиклем ғәмле, сәмле, даланлы, дарманлы, талантлы булыуҙарына таң ҡалып ултырҙыҡ. Әйткәндәй, конкурста ҡатнашыусыларҙың күбеһе шиғри һүҙҙе йәшәү рәүеше иткән, мәғрифәтле, мәҙәниле кешеләр.
Шулай итеп, иң тәүҙә конкурсанттар менән танышайыҡ. Бөтәһе 12 пар ҡатнашыусы өс турҙа сығыш яһаны. Тәүге турҙа тик Мостай Кәримдең шиғырҙарын һәм поэмаларын һөйләһәләр, икенсе һәм өсөнсө турҙа үҙҙәре һайлаған әҫәрҙәрҙе башҡарҙылар.
Бына улар:
Уҫманғәле ауылынан “Ағинәйҙәр” ҡороноң әүҙем ағзаһы Кәримә Исламова менән БДУ-ның башҡорт теле һәм журналистика факультетының I курс студенты Нәркәс Баһауетдинова;
Асы ауылынан тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләгән Алһыу Йосопова 10 йәшлек улы Марсель менән;
Асы мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Йәмил Саҙретдинов V класта уҡыған ҡыҙы Гөлнәзирә менән;
Асы ауылы мәктәбе ашнаҡсыһы Розалия Сөнәғәтова II класта уҡыған ҡыҙы Йәсминә менән; Инйәрҙең 1-се мәктәбе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, яҙыусы һәм шағирә, Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты Әнисә Аҫылғужина менән ошо уҡ мәктәп уҡытыусыһы Зөлфиә Мөхәмәҙиева;
Инйәрҙең 2-се мәктәбе социаль педагогы, Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы Асия Йосопова 5 йәшлек ҡыҙы Зөлхизә менән;
Инйәрҙең 3-сө мәктәбендә тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләгән Рәсимә һәм Инйәр сәнғәт мәктәбендә балаларға бейеү серҙәрен өйрәткән Хәбир Мортазиндар;
Инйәр мәҙәниәт йортоноң “Елматов исемендәге премия лауреаты Әнисә Аҫылғужина менән ошо уҡ мәктәп уҡытыусыһы Зөлфиә Мөхәмәҙиева;
Инйәрҙең 2-се мәктәбе социаль педагогы, Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы Асия Йосопова 5 йәшлек ҡыҙы Зөлхизә менән;
Инйәрҙең 3-сө мәктәбендә тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләгән Рәсимә һәм Инйәр сәнғәт мәктәбендә балаларға бейеү серҙәрен өйрәткән Хәбир Мортазиндар; Инйәр мәҙәниәт йортоноң “Елмерҙәк” башҡорт халыҡ һәм “Ҡолонсаҡ” өлгөлө балалар театрҙары режиссеры Сәғилә Мырҙағәлина менән Инйәрҙең 2-се башҡорт мәктәбе уҡыусыһы Нәфис Сәғитуллин;
Йөйәк мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы, Зөбәй Үтәғолов исемендәге премия лауреаты Гөлнар Асҡарова менән ошо уҡ мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйлә Шаһивәлиева;
Манышты мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Фәйзуллина VIII класс уҡыусыһы Амаль Садекова менән;
Берештамаҡ ауылынан “Урал батыр” эпосын һөйләүҙә уңыш яулаған Гөлкәй Ҡотләхмәтова Инйәрҙең 2-се мәктәбендә VI класта уҡыған улы Айназ менән;
Ғәбдөк мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәүиә Закирова 6 йәшлек ейәне Мансур менән.
Сәхнәгә сығып баҫҡан конкурсанттарҙы мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Ғайса Мөфтәхетдинов сәләмләне һәм изге теләктәрен еткереп, һәммәһенә лә уңыштар теләне. Эйе, бындай бәйгелә еңеүселәр һәм еңелеүселәр юҡ, сөнки уларҙың һәммәһе лә ил, ер, тел тип янып йөрөгән халыҡ илселәре. Уларҙың халыҡҡа әйтер йөрәк һүҙе бар. Бары конкурста ҡатнашыусыларҙың иң-иңдәрен билдәләп китеү йолаһы һаҡланған. Был эште жюри ағзалары - “Йөрәк һүҙе” телевизион проекты авторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәйлә Сәфәрғолова, Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе, яҙыусы, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты Мансур Һиҙиәтов, танылған шағирә, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, күп һанлы әҙәби премиялар лауреаты Эвита Гайнет атҡарҙы.
Һәр сығыш яһаусы үҙенең йөрәк һүҙен үҙенсәлекле, образлы итеп еткерергә тырышты. Ғәҙел баһалау ағзалары бер деталде лә күҙ уңынан ысҡындырманы. Шулай итеп, турҙан-турға көсөргәнешлек арта ғына барҙы. Көйәрмәндәр ҙә үҙҙәренең фавориттарын “Афарин!” һүҙҙәре һәм көслө алҡыштар менән дәртләндерҙе. Бына, наһайәт, өсөнсө турҙан һуң еңеүселәр ҙә билдәләнде.
I урынды лайыҡлы рәүештә Зөлхизә һәм Асия Йосоповалар яуланы. Кәримә Исламова менән Нәркәс Баһауетдинова - II, Йәсминә һәм Розалия Сөнәғәтовалар III урынға сыҡты. Миннихан Ғәйнетдинов ҡыҙы Эвита Гайнет менән, Нәйлә Сәфәрғолова, Мансур Һиҙиәтов Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырҙы. Ә Ранис Алтынбаев кескәй Зөлхизәгә Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын һөйләгән өсөн, киләсәктә башҡорт рухлы шәхес булып үҫеүен теләп, 8 дискынан торған 1000 йырлы китап бүләк итте. Тамашасы һөйөүен яулаған Сәғилә Мырҙағәлина менән Нәфис Сәғитуллин да махсус бүләккә һәм Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Шулай уҡ бөтә ҡатнашыусыларға ла Рәхмәт хаттары тапшырылды. Нәфис тағы ла “Урал” гәзитенең махсус бүләген алды. Бөтә ҡатнашыусыларға ла йөрәк һүҙен әйтергә йөрьәт иткән өсөн генә лә “Афарин!” тип әйтәбеҙ. Тимәк, улар - үҙ телен, үҙ төйәген ҡәҙерләп, данлап, килер быуынға аманат итеп тапшырған башҡорт рухлы кешеләр.
Иң һуңында Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғырына яҙылған йырға тамашасыларҙың да ҡушылып йырлауы үҙе бер гимн булып яңғыраны. "Йөрәк һүҙе" еңеүселәре Асия Йосопова ҡыҙы Зөлхизә менән конкурстың бағыусыһы Ғәйнетдинов Миннихан ағайҙан телевизор алып ҡыуанды. Бер конкурсант та бүләкһеҙ ҡайтманы был саранан. Төрлө ауылдарҙан килгән бәйгеселәргә уғата рәхмәт! Афарин! Һеҙ бөтәгеҙ ҙә еңеүсе!
Конкурс тураһында фекерҙәрҙе гәзиттең 34-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: