Алтын аҡыллы, сабыр, һәр һорауға кинәйәле яуабы әҙер торған был изге хикмәт эйәләренең һис ялҡытмаҫ ѳгѳтнәсихәте, йор һүҙе йәш быуынды тәрбиәләү, уларҙың эш рәтен белеп үҫеү йәһәтенән мѳһим роль уйнағанын күҙ уңында тотоп, бер аҙ онотола тѳшкән йолаларға йән ѳрѳү, халыҡ традицияларының, ғѳрѳф-ғәҙәттәренең бәҫен арттырыу, киләсәк быуынға һаҡлау һәм еткереү, ҡул эштәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында Сосновка ауыл мәҙәниәт йортонда ошо ауыл ағинәйҙәре (етәкселәре Земфира Кәримова) һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бай йѳкмәткеле сара - “Йѳн байрамы"н ойошторҙо.
Бѳтмәҫ эш-кѳштәрҙән арынып, байрамдарҙа ғына кейгән иң ҡәҙерле кейемдәрен кейеп, тәғәйен ваҡытҡа районыбыҙ ағинәйҙәре, ҡунаҡтар килеп тә етте. Бер-береһе менән күрешеп, хәл-әхүәлдәр менән бүлешеп, мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡатында урынлашҡан ағинәйҙәр бүлмәһен, фойела ҡуйылған ҡул эштәре күргәҙмәләрен байҡағандан һуң, һәммәһе лә дәррәү күтәрелеп, милли кейем парадында Сосновка урамдарын буйланы; ауыл өҫтө күңелле йыр-моңдар, сыңғыр көлөүҙәр, ихлас гәпләшеүҙәр менән күмелде...
Байрамдың төп өлөшө иһә мәҙәниәт йортоноң тамаша залында үтте. Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар - "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, "Урал" гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова, район-ҡала Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Зөбәржәт Суфьянова, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Сулпан Уйылданова, Сосновка ауыл хакимиәте башлығы Ринат Моратшин, ауылдың ветерандар советы ағзаһы, яҙыусы, журналист Гөлсөм Мостафина һәм шулай уҡ Сосновка, Рысыҡай, Үткәл, Хөсәйен, Үҙәнбаш, Отнурок, Абҙаҡ, Мөхәмәт ауылдары ағинәйҙәре ҡатнашты. Һәммәһен дә ихлас сәләмләп, Сосновка ауыл хакимиәте башлығы Ринат Ғаффар улы сараның мөһимлеген билдәләне, ағинәйҙәрҙең һәр эштә лә әүҙем, берҙәм булыуҙарына, әленән-әле әһәмиәтле йыйындар уҙғарып тороуҙарына һоҡланыуын белдерҙе. Сосновка мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Илнара Ғилманова иһә, форсаттан файҙаланып, Сосновка ауылы ағинәйҙәренә күрһәткән эштәре, ирешкән уңыштары өсөн Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Элек-электән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кемдеңдер өйөндә йыйылып, ҡул эштәре менән шөғөлләнеүен, йырлашып-моңлашып, сер уртаҡлашып ултырыуҙарын, йәғни ултырма йолаһын сәхнәләштергән Сосновка ағинәйҙәре ҡунаҡтарға һарыҡ йөнөнөң ни ҡәҙәр файҙалы булыуын, уны эшкәртеү серҙәрен тәфсирләп һөйләп, шунда уҡ йөнөн дә тетеп, иләп, сиратып, аяҡлап, йомғаҡҡа урап, бәйләп тә өлгөрҙөләр. Инәйҙәрҙең береһе һарыҡ йөнөнән бәйләнгән йомшаҡ башалтайҙарын, икенсеһе тәнде-йәнде иретер ҡупшы шәлен, өсөнсөһө хәләл ефетенә бәйләгән йылы һырмаһын, кемеһелер һалҡын ҡыштарҙа иҙрәтеп йоҡоға талдырған еңел юрғанын, ҡайһыһы һарыҡ тиреһенән тегелгән ҡалын толобон күрһәтеп, үҙҙәренең егәрле, маһир икәнлегенә йәнә бер ҡат инандырҙы.
Биш ауыл - Сосновка, Рысыҡай, Үткәл, Хөсәйен, Үҙәнбаш ағинәйҙәре араһында ойошторолған конкурстар иһә байрамдың иң ҡыҙыҡлы һәм тулҡынландырғыс өлөшө булғандыр. Йөндө йомғаҡҡа урау, аяҡлау, аяҡланған йөндө йомғаҡлау, энәгә күҙ йыйыу, йөн иләү кеүек ярыштар арҡылы һәр уңғанбикә үҙенең тилберлеген, сослоғон, ҡул эштәренә оҫталығын һынаны. Уларҙы мәртәбәле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙан торған баһалама комиссияһы - Зөбәржәт Суфьянова, Гөлсөм Мостафина, Сулпан Уйылданова, Сатура Минһажитдинова, Гөлназ Ҡотоева баһаланы. Конкурстар һәүәҫкәр башҡарыусыларҙың, командаларҙың йырлы-моңло күстәнәстәре менән аралаштырылып барҙы.
Тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән, алыҫ тип тормай, елдереп килеп еткән Мөхәмәт ауылы ағинәйҙәре үҙҙәре менән таныштырып, йыйылыусыларҙы матур сығыштары менән ҡыуандырғандан һуң, ниһайәт, жюри ағзалары һүҙ алды. Шулай итеп, еңел булмаған уҙыштың иң-иңдәре тип, Рысыҡай ауылы ағинәйҙәре билдәләнде; II урын - Үткәл, III урын Үҙәнбаш ауылдары ағинәйҙәренә тапшырылды. Байрамға ентекле әҙерләнгән, конкурстарҙа ихлас ҡатнашҡан һәр команда Дипломдар менән бүләкләнде. Сәхнәгә күтәрелеп, фекерҙәре, изге теләктәре менән уртаҡлашыусыларҙың да һәр һүҙен тамашасы иғтибар вә ихтирам менән ҡабул ҡылды. "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева Иҙел башы төйәгендә боронғо йолаларҙы тергеҙеүгә йүнәлтелгән бай йөкмәткеле, әһәмиәтле сараларҙың даими рәүештә уҙғарылып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алһа, район-ҡаланың "Ағинәйҙәр" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зөбәржәт Суфьянова, "Урал" гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова ағинәйҙәребеҙҙең йәш быуын өсөн үрнәк тә, терәк тә булыуҙарын, телебеҙгә, милләтебеҙгә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә ҡағылышлы һәр изге башланғысты хуплап, дәррәү күтәреп сығыуҙарын билдәләп үттеләр. Сатура Жәүәт ҡыҙы райондың иң әүҙем, дәртле, эшлекле ойошмаларына - Сосновка, Мөхәмәт ауылдары ағинәйҙәренә Белорет районы һәм ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Сосновка ауылы ветерандар советы ағзаһы Гөлсөм Мостафина бала саҡтан күңелендә һаҡланып ҡалған "өләсәй" образын ағинәйҙәрҙә күреп ҡыуанһа, ҡаланың Башҡорт гимназияһы етәксеһе Сулпан Уйылданова иһә ошоноң ише күркәм, бай йөкмәткеле сараларға бынан ары мәктәп уҡыусыларын да саҡырырға тәҡдим итте.
Байрамға килгән район ағинәйҙәре Ураҙа айында изге эшкә - Мөхәррәм Сәлимовҡа ярҙам йөҙөнән ойошторолған мәрхәмәтлек акцияһына ла берҙәм ҡушылды.
Барыһының да күңеленә хуш килгән байрам тәмле еҫтәр менән боҫрап ултырған бишбармаҡ, һөтлө ҡуйы сәй, ауыҙ эсендә иреп торған бәлештәр, күңелле гәпләшеүҙәр менән артабан табын артында дауам итте. Йөн байрамына килеүселәр саранан күңелдәренә ял алып, йырлап-бейеп, бер уңайҙан милли матбуғатҡа ла яҙылып, бик ҡәнәғәт таралышты.