Башҡортостандан Никита Невзоров һәм Юлиә Юлдыбаева барҙы. Улар - Белорет ҡалаһы «Жар-птица» спорт бейеү клубы тәрбиәселәре. Көсөргәнешле ярышта Никита - II, Юлия - V урын алып ҡыуанды. Никита сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн дистанциялы белем биреү үҙәгендә, ә Юлиә ҡаланың 1-се мәктәбендә уҡый.
- Коляскала бейеүҙә улар йыл ярым ғына шөғөлләнһә лә, шул арала ҙур уңышҡа өлгәштеләр, - ти тренерҙары - Ирик СИРАЖЕТДИНОВ. - Реабилитация үҙәгенә бейеүселәр йыйырға килгәндә, Никита менән Юлиә иң тәүгеләр булып теләк белдерҙе.
- Тәүҙә балаларға ултырғыста ултырып һәм үҙҙәренең коляскаларында ғына шөғөлләнергә тура килде, унан социаль селтәрҙәрҙә ярҙам һорап яҙырға булдыҡ, - тип дауам итте әңгәмәһен Ирик Рим улы. - Сөнки был спортта еңел, маневрлы, тиҙ, паркетта яҡшы шыуған коляскалар кәрәк. Бәхеткә күрә, бағыусы табылды, шундай ике коляска алдыҡ. Төмән ҡалаһындағы турнирға ла барыр өсөн социаль селтәр аша ярҙам һорап яҙғайныҡ, аҡса йыйылды. Барыһына ла рәхмәт!
Шуныһы ҡыуаныслы, «Жар-птица» спорт бейеү клубы Президент гранты отто. Был аҡсаға тағы бер нисә коляска алынасаҡ һәм киләсәктә күберәк бала бейеү менән шөғөлләнеп, ярыштарҙа сығыш яһар тип өмөтләнәйек.