Үткән йома Тирлән ауылының ял паркы өсөнсө тапҡыр гармун моңдарына күмелде. Төрлө йәштәге ирегеттәрҙең, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм балаларҙың талмаҫ бармаҡтары баҫҡан төймәләр сығарған гармун моңо, йырҙар йәйге сыуаҡ көндә бигерәк тә үҙенсәлекле яңғыраны. Ял паркы сәхнәһендә генә түгел, унан ситтә лә конкурсанттар береһен-береһе уҙҙырып гармун моңдарын һуҙҙы.
Гармун телдәренән моң сығарыусы оҫталар ике йәш төркөмөндә ярышты. Бәйгелә 16 йәшкә тиклем һәм 16 йәштән өлкән айырым башҡарыусы гармунсылар һәм ансамблдәр, ғөмүмән алғанда, 50-ләгән халыҡ таланты ҡатнашты. Район ерлегендә үткән ошо музыка ҡоралында уйнаусы оҫталар бәйгеһенең маҡсаты - гармунда уйнау оҫталығын пропагандалау һәм үҫтереү, йәштәрҙе музыка-уйын ҡоралдары сәнғәтенә йәлеп итеү. Яратҡан уйын ҡоралыбыҙҙың береһе булған гармундың дәрәжәһен күтәреү йәһәтенән үткәрелгән сираттағы күркәм сара ул. Конкурс-фестивалдә район ауылдарынан яңғыҙ, дуэт башҡарыусылар һәм ансамблдәр көс һынашты. Бәйге шарттарына ярашлы, һәр конкурсант, ансамбль ике әҫәр башҡарҙы, репертуарҙы ирекле рәүештә үҙе һайланы. Сәхнәлә 8 йәшлек һәләтле баланан алып 66 йәшлегенә тиклем гармунда уйнау маһирлыҡтарын күрһәтте.
Мәҙәни сараны Тирлән ауыл хакимиәте башлығы Ирина Нагорнова тантаналы асып ебәргәндән һуң, конкурс Тирлән сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең сығышы менән башланып китте. 16 йәшкә тиклемгеләр категорияһында ла сәнғәт мәктәбе уҡыусылары үҙ-ара көс һынашты тиерлек. Артабан бер-бер артлы район гармунсылары үҙҙәренең оҫталыҡтарын тамашасыға, жюри ағзаларына еткерҙе. Сәхнәнән халыҡ һәм заманса көйҙәр ағылды. Һәр гармунсының үҙ моңо, башҡарыу оҫталығы. Гармунсылар мандолинаға ла, башҡа төр музыка ҡоралдарына ҡушылып уйнаны, йырланы. Йәштәрҙең һәм балаларҙың гармунда уйнауға әүәҫлеге арта барыуы ла ҡыуаныслы.
Һәр конкурстағы кеүек, “Йырла, уйна, гармун!” бәйгеһенең дә еңеүселәре булды. Жюри ағзаларына төп еңеүселәрҙе генә түгел, лауреат һәм дипломанттарҙы билдәләүе лә еңелдән булманы. Был турала жюри рәйесе, ҡала Мәҙәниәт һарайы концертмейстеры Рөстәм Хафизов та билдәләп үтте: “Моңға бай гармун байрамы - Тирләндә үткәрелгән иң сағыу байрамдарҙың береһе. Йылдан-йыл уның сиктәре киңәйә, конкурсанттарҙың башҡарыу оҫталығы ла арта бара. Гармунсылар араһында был музыка ҡоралында уйнауҙың элек-электән килгән традицияларын һаҡлау һәм артабан үҫтереүгә ныҡлы иғтибар бирелә. Ошондай оҫталар булғанда халҡыбыҙҙың йыр-моңдары бер ваҡытта ла юғалып ҡалмаҫ. Конкурста ҡатнашҡан музыканттар, ысын мәғәнәһендә, йырҙы, музыка ҡоралын яратҡан сәнғәт кешеләре. Бөгөнгө фестивалгә күптәр мәҙәни сарала ҡатнашып, үҙен күрһәтергә, башҡаларҙы ҡарарға килгән. Конкурс сиктәрендә районыбыҙҙың иңиңдәрен тыңланыҡ. Был юлы ла кубок Тирләндә ҡалды, сөнки бында музыканттар быуыны тәрбиәләнә, яңылары үҫеп сыға, бәләкәйҙән үк уларға был музыка ҡоралына һөйөү тәрбиәләнә. Беҙ улар өсөн шатбыҙ. Ҡыҫҡаһы, көслө гармунсылар һәр ауылда бар тиерлек. Берәүҙәр ҡалыша, икенселәр көслөрәк, тип әйтеп булмай. Уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле, үҙ манераһы, үҙ ҡоралы. Былтыр район 8 гармун һатып алған, тимәк, гармунда уйнарға теләүселәр ҙә арта. Артабан да фестиваль үҫешһен, ҡатнашыусылары тағы ла артһын”.
Шулай итеп, быйылғы конкурстың еңеүселәре - 6 йәшкә тиклемге яңғыҙ башҡарыусылар категорияһында Тирлән сәнғәт мәктәбенән Наталья Накарякова тәрбиәләнеүселәре Арина Первухина, Ольга Повираева - I, Данила Накаряков - II, Алена Повираева, Дмитрий Зайцев III дәрәжә лауреаттары исеменә лайыҡ булды. Ансамблдәр араһынан да I урынды Тирлән сәнғәт мәктәбенең “Веселые ребята” бәләкәй кластар ансамбле яулаһа, “Тальяночка” ансамбле (етәкселәре Н.Накарякова) гран-при яулап ҡыуанды.
16 йәштән өлкәндәр категорияһында I дәрәжә лауреат исемен һәм аҡсалата бүләкте Үткәлдән Иршат Шәғәлин алды. Тирләндән Юлия Походяева һәм Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Рәйес Вәлиев II дәрәжә лауреаттары булды. III дәрәжә лауреаттары иһә Асынан Илшат Абдуллин һәм Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Алик Юлышев. Аҙнағолдан Рәшит Абдуллин, Сермәндән Айҙар Ғәлиастанов бәйгенең I дәрәжә, Сосновка мәҙәниәт йорто исеменән сығыш яһаған Әсмән Юлышев һәм Инйәрҙән Мөхәмәтдин Әбделкәримов - II дәрәжә, Тирләндән Алексей Повираев III дәрәжә дипломанттары булды. Бирҙеғолдан Мөбәрәк Ғәлиастановты белмәгән, уның моңон ишетмәгән кешеләр һирәктер. Гармунсы был уйын ҡоралын бала саҡтан үҙ итеп, урында ғына түгел, район, республика, хатта Рәсәй кимәлендәге, мәҫәлән, Заволокиндарҙың “Играй, гармонь любимая!” тапшырыуында, тѳрлѳ мәҙәни сараларҙың үҙәгендә булыуы менән бергә гармунда уйнау серҙәрен йәштәр менән дә уртаҡлаша. Әйткәндәй, ул 2017 йылда үткән бәйгелә II урын яулағайны. Был юлы 16 йәштән өлкәндәр категорияһында төп призды - гран-приҙы нәҡ Мөбәрәк Ғәлиастанов яулауы ла билдәле ине.
Ансамблдәр араһында беренсе урынды Иршат Шәғәлин етәкселегендәге “Үткәл” дуэты яуланы. Икенселә лә “Үткәл” халыҡ инструменталь-фольклор ансамбле, өсөнсөлә Ғәли Хәмзин исемендәге Ҡоҙғон-Әхмәр мәҙәниәт йорто гармунсылары. Тирләндән “Частушка” ғаилә ансамбле конкурстың гран-приһын яуланы. Әзекәйҙән Мәүлит Таипов “Гармунға тоғролоҡ һаҡлаған өсөн”, Тирләндән Наталья Накарякова “Балалар коллективының иң яҡшы етәксеһе” номинацияларында билдәләнде.
“Йырла, уйна, гармун!” сараһы, ысын мәғәнәһендә, тирләндәр өсөн мәҙәни байрамға әүерелде. Сауҙа нөктәләре, балалар өсөн төрлө аттракциондар эшләне. Халыҡ рәхәтләнеп ял итте, урындағы фольклор ансамбленең йолаларын, сығыштарын ҡарап ҡыуанды.