Тантаналы сара шәхестең ҡәберенә гөлләмәләр һалыуҙан башланды. Етәкселәр, ауыл халҡы, ғөмүмән, Белорет, Әбйәлил, Миәкә, Көйөргәҙе, Мәләүез һәм башҡа райондарҙан килгән Шаҡман вариҫтары уның ҡәберенә зыярат ҡылды, рухына аят уҡылды. Әйткәндәй, тархандың мәңгелек йорто ла яңыртылған. Ул ауыл халҡы оҫталары, эшҡыуарҙар ярҙамы менән реконструкцияланған. Эшҡыуар Данис Йыһаншин, Үҙәкләштерелгән китапхана ярҙамында булдырылған мәғлүмәт стенды ҡуйылған.
Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы сиктәрендә үткән мәҙәни байрам артабан Йылы шишмә аҡланында дауам итте. Иртәнге сәғәттәрҙән алып аҡланда йәнлелек һиҙелә. Берәүҙәр тирмә ҡора, икенселәр ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырға әҙерләнә, мәҙәни саралар, спорт уйындары буйынса яуаплылар күптән инде үҙ урындарында, һәр ерҙә тиерлек уйын-көлкө. Барыһы ла урынында, барыһы ла әҙер ҙур йыйынға. Икенсе тапҡыр үткәрелгән Тамъян ырыуы йыйынында Иҙел башының Ҡаһарман, Әзекәй, Сермән, Шығай, Әбйәлил районының Амангилде, Буранғол (икеһе бергә), Юлдаш, Миәкәнең Тамъян-Таймаҫ ауылдары тирмәләр ҡорған. Һәр тирмәлә тиерлек Шәғәле Шаҡман быуындарының шәжәрә ағасы. Икенсе райондар барыһынан да уҙҙырып ебәргән. Шәжәрә ағастары ла тәфсирләп, әллә нисә быуынға тиклем ентекле өйрәнелеп башҡарылған. Ә тирмә эстәре, тирә-яны.... Нимәләр генә юҡ бында. Ҡыҫҡаһы, башҡорт халҡының йәшәйеше, көнитмеше, боронғоларҙан ҡалған мираҫтан алып хәҙерге көндә киң файҙаланылған әйберҙәргә, ҡорамалдарға тиклем тулыһынса ҡуйылған. Тирмәләр янында сағыу кейемдәрҙә икмәк-тоҙонан, сәксәгенән, ҡымыҙ-буҙаһынан ауыҙ иттерергә тип, ҡурай-ҡумыҙын, гармунын һуҙырға әҙерләнгән ир-уҙамандар, ҡатын-ҡыҙҙар, йәш елкенсәк, бала-саға өтәләнеп йөрөй.
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, мәртәбәле ҡунаҡ, яҡташыбыҙ Зәки Әлибаев та йыйын тураһында йылы тәьҫораттарын әйтеп китте: “Шәғәле Шаҡман исеме, башҡа шәхестәрҙән айырмалы, ниндәйҙер кимәлдә күләгәлә тора ине. Уның ҡәбере булыуы иҫтәлекле мәл, сөнки ул күптән билдәле, Ҡаһарман ауылында ерләнгән. Шулай уҡ Тамъян ырыуы республиканың биш районында йәшәй. Бына был, беренсенән, берләштереүсе булһа, икенсенән, төрлө райондарҙан килеп үҙенең мәҙәниәтен, шөғөлөн күрһәтеү, ниндәйҙер кимәлдә, халыҡтарҙы берләштерә. Көрәш буйынса Миәкәнән килгән батыр еңһә, башҡа төр мәҙәни-спорт сараларында башҡа район вәкилдәре ҡатнаша. Ә район һабантуйында район эсендә генә булған еңеүҙәр. Бында инде район-ара бәйләнештәрҙе күҙ уңында тоторға була. Һәм, өсөнсөнән, Шәғәле Шаҡмандың тарихы әле лә асыҡ түгел һәм бына шулай итеп йәш быуында шәхескә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, иғтибар тыуа, быларҙың барыһының да артында халыҡтың бөгөнгө XXI быуатта ла тарихҡа ҡыҙыҡһыныуы арта. Үҙ-ара нисек бәйләнештәр төҙөргә, мәҫәлән, шул уҡ Рәсәй территорияһында башҡа милләттәр менән нисегерәк аралашырға өйрәтә, сөнки рус дәүләтенә иң беренселәрҙән булып ҡушылырға аҙым яһаусы тәүге дипломаттарҙың береһе ул Шәғәле Шаҡман. Һәм ошо йәһәттән ҡарағанда ла беҙгә үҙ-ара аралашып, мәҙәниәттәрҙе бүлешеп йәшәргә кәрәктер”.
Эйе, милләтте берләштерә, ойоштора бындай байрамдар. Үҙеңде күрһәтеү, башҡаларҙы ҡарап, уларҙан өлгө алыу мөмкинлеге лә тыуа унда. Байрамдың рәсми өлөшө театрлаштырылған тамаша менән башланып китте. Сәхнәлә Иван Грозный, Аҡһаҡал, ырыу башлыҡтары сығышы йыйылыусыларҙа алыҫ быуаттарҙа үткән ваҡиғаларҙы кәүҙәләндерҙе.
Тарихи шәхестең юбилейына республиканың төрлө райондарында йәшәгән Шәғәле Шаҡман вариҫтары, мәртәбәле ҡунаҡтар - БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Зәки Әлибаев, Айнур Бейембәтов, Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин, мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, муниципаль район Советы рәйесе Дилә Хәмзина, муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, Әбйәлил муниципаль районы Советы рәйесе Ишморат Әминев, Әбйәлил районының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары Раян Фәттәхов, Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауыл хакимиәте башлығы Тимур Иҙрисов, Мәләүез районы Арыҫлан ауыл хакимиәте башлығы Айрат Шәйәхмәтов, Миәкә районының мәҙәниәт бүлеге начальнигы Хәлил Махиянов, Үҙән ауыл хакимиәте башлығы Вячеслав Фролов килде. Ҡунаҡтар тамашасыны, яҡташтарҙы байрам менән тәбрикләне. Яҡташтарыбыҙҙың бер төркөмөнә - Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған юбилей миҙалдарын муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов тапшырҙы. Наградаға лайыҡ булыусылар - Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Шәғәле Шаҡманға арналған китап авторы, күп йылдар Ҡаһарман ауылы мәктәбендә уҡытыусы, һуңынан директор булып эшләгән Ҡасим Хәйретдин улы Нафиҡов һәм хеҙмәт ветераны, Корея һуғышында ҡатнашҡан, 40 йылдан ашыу ғүмерен «Рәсәй» колхозы үҫешенә бағышлаған Сәләхетдин Хөснетдин улы Ғәзизов. Мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы мөдире Сәғирә Шәрәфетдинованы, Рәхмәт хаттары менән райондың мәҙәниәт идаралығы методисы Алһыу Өмөтбаеваны, Ҡаһарман мәҙәниәт йорто директоры Хәлит Нафиҡовты, Ҡаһарман ауылы старостаһы, китапханасы Эльзира Ғәлинаны, райондың мәҙәни сараларының актив ҡатнашыусыһы Самат Мусинды һәм 14-се гимназияның физкультура уҡытыусыһы Рөстәм Низамовты бүләкләне. Муниципаль район Советы рәйесе Дилә Хәмзина Эльзира Ғәлинаға, крәҫтиән-фермер хужалығы башлыҡтары Биктимер Ғәлинға, Суфьян Ишмөхәмәтовҡа, Григорий Кузнецовҡа һәм Ралис Махияновҡа, Үҙәкләштерелгән китапхана директоры Рәшит Мөхәмәҙиевкә, «Тамъян» ырыуы башлығы Хәдис Ниғмәтуллинға, «Ирәмәл» башҡорт халыҡ театры етәксеһе Гөлнара Ғилмановаға район Советының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Мәрхүм ауылдаштары Ҡәдир Шәриповтың ҡыҙы Гөлнур Йомабаева Шәғәле Шаҡман музейын булдырыуға аҡсалата сертификат бирҙе. Мәҙәни программа йөкмәткеле, сағыу әҙерләнгән. «Елмерҙәк» этно-рок төркөмө, Сермәндең «Йәшлек» бейеү коллективы, Иҙел башының ҡурайсылар ансамбле, Зарема Дәүләтбаева, Айгөл Килмөхәмәтова, Вәлимә Ҡарасурина йырҙары, Вилнара Йәнтурина, Илина Ирғәлина, Розалия Шәғәлина бейеүҙәре, Радмир Әхтәмов, Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының «Гөлнәзирә» башҡорт халыҡ фольклор, «Ауаз» ҡумыҙсылар, Сермәндең «Хәтирә» халыҡ фольклор, Ҡаһармандың «Әхирәттәр», Үткәлдең «Үткәл» халыҡ фольклор-инструменталь ансамблдәре һәм башҡа райондар үҙешмәкәрҙәренең сығыштары барыһының күңеленә хуш килде. Ырыуҙаштар нәҫел-тамырын барлап, дәртле йыр-моңдарға тамаша ҡылды. Рәсми өлөштән һуң ҡунаҡтар тирмәләрҙе ҡарап сыҡты, аш-һыуынан ауыҙ итте.
Төп сәхнәлә уйын-көлкө дауам итһә, тирә-яҡта волейбол, һырғауылға үрмәләү, көрәш, уҡтан атыу, таш күтәреү, һөңгө ырғытыу буйынса спорт һәм халыҡ ярыштары башланды. Көрәш буйынса Белорет, Әбйәлил, Мәләүез һәм Миәкә райондары батырҙары майҙан тотто. Майҙан батырының кем булыры тәүге минуттарҙан уҡ билдәле булды тиерлек. Миәкә батыры Айгиз Зәйнетдинов үҙ районында ғына түгел, күптән республикала ла билдәле инде. Шулай итеп, көрәштең абсолют батыры ла ул булды. Бүләк - тәкә лә Миәкә районына китте. Районыбыҙҙа башҡорттоң көнитмешендә киң ҡулланылған ҡоралдар менән эш итә белеү, уларҙы тергеҙеү буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Был көндө уҡтан атыу, һөңгө ырғытыу кеүек милли ярыштарҙа ҡатнашырға теләгәндәр үҙҙәрен мәргәнлектә һынап ҡараны. Улар өсөн оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрелде. Уҡтан атыу буйынса ярышта иң мәргәне Белореттан Нуриман Хәйруллин булды. Мәргән уҡсы мөмкин булған 25 мәрәйҙең 19-ын яулауға иреште. Һөңгө ырғытыу буйынса ла ярыштар көсөргәнешле барҙы. Сәпкә тик етеҙҙәр, көслөләр, мәргәндәр генә тейҙерә алды. Был төр ярышта Әбйәлилдән Таһир Баймөхәмәтов еңде.
Ә халыҡтың иң көткән өлөшө - “Тамъян һылыуы” конкурсы еңеүсеһен билдәләү булғандыр. Гүзәл затта буй-һын да, холоҡ-фиғел дә, аҡыл да, телмәре лә, кейгән кейеме лә матур булырға тейеш. Йылы шишмә аҡланының төп сәхнәһендә үткән “Тамъян һылыуы - 2019” конкурсында ҡатнашыусы Ҡаһарман, Шығай, Ҡоҙғон-Әхмәр, Аҙналы, Сермән, Үткәл һәм Миәкә, Әбйәлил районы ауылдарының 8 һылыуы нәҡ шуны иҫбатларға тырышты ла инде. Үҙе менән таныштырыу конкурсында ҡайһы бер гүзәлдәребеҙ ялҡынлы телмәрҙәре менән күңелдәрҙе арбаны. Ижади конкурста иһә һылыуҙар өйөрөлөп йөрөп бейене лә, шиғырын да һөйләне, ҡумыҙ, ҡурайын да уйнаны, ҡобайырын да әйтте. Ҡыҙҙарҙың һәр береһе сәнғәтте яратыуҙарын ижади конкурста асып һала алды. Поэзия бәйгеһендә иһә конкурсанттар тархан Шәғәле Шаҡманға дан йырланы. Сәхнәнән Ғайса Хөсәйеновтың, Зөлфирә Сөләймәнованың, Лира Хәйруллинаның, Гөлшат Ғәбитованың, Альбина Хәйретдинованың һәм башҡаларҙың Шәғәле Шаҡманға, милләт киләсәге, телебеҙгә арналған шиғырҙары яңғыраны. Аш-һыу конкурсында ла ҡыҙҙар жюри ағзаларына сәксәген, бауырһаҡ-йыуасаһын, ҡыҙыл эремсеген, бишбармағын, буҙаһын тәҡдим итте. “Дефиле” конкурсында килешле милли кейемдәрҙә бар ҡыҙҙар ҙа үҙҙәренең ысын һылыуҡай икәнлеген күрһәтте.
Талапсан жюри ағзалары ла иң-иңдәрҙе генә һайланы. Һөҙөмтәлә, Сермәндән Ләйсән Низаметдинова - “Юғары оҫталыҡ”, Үткәлдән Гөлбинә Мөхәмәтғәлина - “Һомғоллоҡ”, Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Айгөл Хәмзина - “Нәзәкәтлек”, Асҡарҙан Әминә Юлмөхәмәтова “Тоғролоҡ” номинацияларында билдәләнде. III урында Аҙналынан Айгүзәл Муллағәләмова, II урын - Тамъян-Таймаҫ ауылынан Илүзә Ҡотлоғилдинала, I урын - Ҡаһармандан Динә Шәриповала. Ә “Тамашасы һөйөүе”, “Тамъян һылыуы” исеме һәм тажына Шығайҙан Айһылыу Хәйруллина лайыҡ булды. Һылыуҡайҙар бағыусылар - “Катюша” магазины, Данис Йыһаншиндың магазиндар селтәре тәҡдим иткән бүләктәр менән бүләкләнде, сәскә гөлләмәләре, дипломдар тапшырылды. Әйткәндәй, һылыуҡайҙарҙы быйыл ғына “Урал аръяғы һылыуҡайы”ның гран-приһын яулаған, әсәһе Ҡаһармандан булған, “Мираҫ” йыр-бейеү ансамбле солисткаһы Вилнара Йәнтүрина ла баһаланы. “Ҡыҙҙар барыһы ла матурҙар, тыйнаҡтар, шулай ҙа үҙҙәре өҫтөндә күп эшләргә кәрәк әле. Улар күберәк йырлаһындар, бейеһендәр, сәхнәгә сыҡһындар. Конкурс барышында уҡ мин үҙемә оҡшаған һылыуҙы һайлап ҡуйғайным инде. Ул һылыу ҙа, тыйнаҡ та, үҙен дә күрһәтә белде”, - тине күптән түгел үҙе лә уларҙың урынында булған Вилнара. Халыҡ шулай уҡ Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт китапханаһы, атаҡлы ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ғаиләһе, Зилә Лира ойошторған күргәҙмәләрҙе ҡараны, үҙҙәренә оҡшаған әйберҙәрен һатып алыу мөмкинлеге лә булды. Тамашасыға билдәле йырсылар - әсәле-уллы Зилә һәм Ян Лираларҙың йырҙары бигерәк тә оҡшаны. Балалар өсөн төрлө аттракциондар эшләне.