Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
17 Октябрь 2019, 19:09

Күңелдәргә үтте "Тере һүҙ"

Элек-электән халҡыбыҙ сәсәндәрҙе, ҡобайырсы, бәйет һөйләүселәрҙе һанлаған, хөрмәт иткән. Нәфис һүҙ оҫталарына һәр ҡайҙа ла айырыуса мәртәбә күрһәтелгән. Ошо һөйөү шиғриәткә лә күскән. Күңелдәрендә йөрөткән тойғоларҙы шиғри юлдарға һалған шағирҙарҙың ижадын кешеләр күңеленә үтеп инерлек, тамашасыны илатырлыҡ, тетрәндерерлек итеп һөйләй белеү ул үҙе маһирлыҡ. Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы, бөйөк шағир Мостай Кәрим тыуыуға - 100 йыл һәм Республика көнө алдынан, ошо ҙур даталар айҡанлы Шығай күп тармаҡлы ауыл клубында “Тере һүҙ” тип аталған район шиғыр конкурсы булып үтте.

Унда 38 конкурсант 19 парға бүленеп, шиғырҙы яттан һөйләү буйынса көс һынашты. “Тере һүҙ” шиғыр бәйгеһе өс турҙа үтте, һәр тур һайын жюри ағзалары үҙ хөкөмөн тамашасыларға еткереп торҙо. Шарт буйынса, конкурс башында бөтә ҡатнашыусылар араһынан 12 пар һайланып, улар ҡалған 2 турҙа ҡатнашты. 12 пар араһындағы ярышта 6 пар ярым финалға сыҡты һәм улар араһынан 3 пар, финалға сығып, еңеү яуланы.

Шиғыр һөйләүселәр бәйгеһен мәртәбәле жюри: Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Мансур Һиҙиәтов; “Урал” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Сатура Минһажитдинова; “Гүзәл” туҡымалар салоны етәксеһе, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты Резеда Сайдарова; Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фәриха Вәлиуллина; Инйәрҙең 2-се башҡорт мәктәбе уҡытыусыһы, Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты Әлиә Саматова баһаланы.

Конкурс өс төркөмгә бүленде. Беренсе турҙа “Уҡыусы-уҡыусы” төркөмөндә мәктәп уҡыусылары көс һынашты. Ярышты майҙан хужалары Рәмис Лоҡманов һәм Сәлиджан Ғәрифуллин башлап ебәрҙе. Малайҙар Мостай Кәримдең “Тауҙар иле” һәм “Ҡайын япрағы” тураһында шиғырҙарын яттан һөйләне. Икенсе пар булып ярышҡа Абҙаҡ мәктәбенән Эллина Мамола һәм Данияр Мөхәмәтов сыҡты. Абҙаҡ уҡыусылары көслө сығыш яһаны. Өсөнсө пар - Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусылары Луиза Йәнбирҙина һәм Тимерхан Эниев Мостай Кәримдең “Рус түгелмен, ләкин россиян мин” һәм Рәшит Ниғмәтиҙең “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” шиғырҙарын ятланы. Улар тамашасылар күңелен яулай алды. Дүртенсе - Абҙаҡ мәктәбенән Аделина Ғүмәрова һәм Ибраһим Хәйруллин. Улар тамашасыға Абдулхаҡ Игебаевтың поэмаһынан өҙөк тәҡдим итте. Бишенсе һан менән сығыш яһағандар ҙа Абҙаҡ мәктәбенән булды. Анастасия Иконникованың һәм Альбина Бугенбаеваның яттан шиғыр һөйләүҙәре лә матур сыҡты. Алтынсы пар - лицей-интернат уҡыусылары Иҙел Нурмөхәмәтов, Ирхан Хәйруллин үҙҙәренең сығыштары менән барыһын да һоҡландырҙы. Етенсе - Сермән урта мәктәбе уҡыусылары Динә Хәтиуллина, Дамир Ғәлиәхмәтов Фирүзә Абдуллинаның “Башҡортостан”, Айгиз Сафиндың “Мин башҡортмон” шиғырын тамашасылар хөкөмөнә сығарҙы. Һигеҙенсе пар ҙа Сермәндән - Русалина Байдәүләтова менән Илназ Хамматов Шәйехзада Бабичтың “Салауат” шиғырын бик матур итеп бирә алды. Туғыҙынсы пар Сермән уҡыусылары - Айгизә һәм Азалия Мөхәмәтйәновалар Мостай Кәримдең “Ҡайын япрағы”н һөйләне. Шиғырҙар ҡабатланып торһа ла, улар һәр уҡыусының һөйләй белеү ҡеүәһенә ҡарап яңыса яңғыраны.

Икенсе - “Уҡыусы-уҡытыусы” төркөмө беренсе сығыш яһаусыларға ҡарағанда ҙур яуаплылыҡ, артислыҡ, сәхнәлә үҙеңде тота белеү кеүек талаптарға яуап бирергә тейеш ине. Тәүгеләрҙән булып ярышҡа Шығай мәктәбенән Айвар Ғилманов уҡытыусыһы Зилә Сәйфуллина менән сыҡты. Улар Салауат Әбүзәрҙең “Башҡорт моңо” һәм Зәйнәб Биишеваның “Башҡорт теле” шиғырҙарын яттан һөйләп, тамашасыны ҡыуандырҙы. Икенсе һан менән сәхнәгә Яныбай Хамматов исемендәге гимназиянан Розалина Мөхәмәтйәнова уҡытыусыһы Гөлназ Байрамғәлина менән сығыш яһаны. Хәсән Назарҙың “Башҡортостан - минең баш йортом” һәм Мостай Кәримдең “Ҡайын япрағы” шиғырҙарын башҡарыусылар барыһын да тетрәндерҙе. Өсөнсө булып сәхнәгә күтәрелгән Шығай мәктәбенән Гөлминаз Хафизова уҡытыусыһы Гөлсөм Йылҡыбаева менән Мостай Кәримдең “Шулай башлана тормош” һәм Рафаэль Сафиндың “Ҡыр ҡаҙҙары” шиғырҙарын һайлап яңылышмаған. Дүртенсе пар - Абҙаҡ мәктәбенән Әлфиә Фәйзуллина һәм Арина Ишҡыуатова Рәми Ғариповтың “Башҡорт теле” шиғырын тәҡдим итте.

Өсөнсө - “Ата-әсә һәм бала” төркөмөндә 6 пар ҡатнашты. Беренсе булып ярышты Үткәлдән 4 йәшлек Азалия әсәһе Сулпан Мырҙабаева менән башлап ебәрҙе. Улар Баязит Бикбайҙың “Йыр” поэмаһынан өҙөк ятлап, бик уңышлы сығыш яһаны. Икенсе пар ҙа Үткәлдән Айгүзәл һәм Рузидә Ғәйфуллиналар Мостай Кәримдең “Ҡайын япрағы”н тамашасылар иғтибарына тәҡдим итте. Өсөнсө булып, Сермәндән кескәй Дания менән Ғәлиә Ялмырҙиналар сығыш яһаны. Улар Гөлнур Абдуллинаның “Бала сағым”, Фирүзә Абдуллинаның “Ҡыҙҙарымды таңдан уятмайым” тигән шиғырын матур итеп бирә алды. Дүртенсе пар - Шығайҙан Лиана һәм Ольга Ғәлиуллиналар башҡарыуында Мостай Кәримдең “Өс сифатта күрәм, өс һында” шиғыры матур яңғыраны.

Хөсәйен ауылынан Гөлсинә Фәйзуллина һәм Рәйлә Иҫәнғужина башҡарыуында Мостай Кәримдең “Табын йыры” үҙе бер һоҡланғыс тамаша булды. Сермәндән Ирхан Ғарипов һәм Дилә Ғәлина Мостай Кәримдең “Егеткә” шиғырын тәҡдим итте. Был сығыш та бик көслө һәм матур яңғыраны. Өс төркөмдә сығыш яһаусылар араһынан жюри 12 парҙы һайлап алып артабан финалға сығарҙы. Икенсе турға үтә алмағандарға бүләккә китаптар тапшырылды. Бына конкурсанттарға артабан сират һанын тапшырыу өсөн ҡулына шкатулка тотҡан Лилиә исемле ҡыҙ килеп тә баҫты. Конкурстың аҙағына тиклем ул ошо эште бик лайыҡлы башҡарып, еңеүселәрҙе иғлан итеп торҙо.

Икенсе турҙы беренсе булып башлаған Розалина Мөхәмәтйәнова һәм Гөлназ Байрамғәлина Луиза Йәнбирҙина һәм Тимерхан Эниев менән ярышты. Финалға тәүгеләре сыҡты.

Икенсе - Эллина Мамола менән Данияр Мөхәмәтов Иҙел Нурмөхәмәтов һәм Ирхан Хәйруллин менән ярышты. Финалға Иҙел һәм Ирхан сыҡты. Өсөнсө - Аделина Ғүмәрова һәм Ибраһим Хәйруллин - Лиана һәм Ольга Ғәлиуллина ярышты. Ғәлиуллиналар өсөнсө турға үтте. Дүртенсе - Гөлминаз Хафизова, Гөлсөм Йылҡыбаева - Анастасия Иконникова һәм Альбина Бугенбаева ярышты. Был ике парҙың да сығыштары көслө булғанлыҡтан, жюри уларҙың икеһен дә өсөнсө турға сығарҙы. Бишенсе булып Гөлсинә Фәйзуллина һәм Рәйлә Иҫәнғужина Зилә Сәйфуллина һәм Айвар Ғилманов менән ярышты. Өсөнсө турға Хөсәйен ауылы һүҙ оҫталары үтте. Алтынсы - Сулпан Мырҙабаева ҡыҙы Азалия менән Русалина Байдәүләтова һәм Илназ Хамматовҡа ҡаршы сыҡты. Был ярышта өсөнсө турға үткәлдәр үтте.

Жюри өсөн иң ауыры өсөнсө тур булғандыр. Сөнки конкурсанттарҙың иң-иңдәре иләктән үтеп, гран-при өсөн көрәште. Һәр конкурстың еңеүселәре була тигәндәй, нәфис һүҙ, шиғыр һөйләгәндә йөкмәткене тамашасыға еткерә белеү, үҙеңде тыңлаған кешеләрҙе шиғыр тәьҫирендә тотоу, артислыҡ, сәхнәлә үҙеңде иркен тойоу кеүек сифаттарға эйә булғандар ғына еңеүгә килеп етте.

Сермән урта мәктәбенән Илназ Хамматов “Урал” гәзите һәм район-ҡала башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хатына һәм бүләккә лайыҡ булды. Абҙаҡ мәктәбенән Данияр Мөхәмәтов Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһының Рәхмәт хатына һәм бүләккә лайыҡ булды. “Тамашасы һөйөүе” дипломына Розалина Мөхәмәтйәнова һәм Гөлназ Байрамғәлина лайыҡ булды. Уларға аҡсалата приз һәм “Урал” гәзитенә подписка бүләк ителде, “Тамашасы һөйөүе” дипломы Лиана һәм Ольга Ғәлиуллиналарға тапшырылды. “Һүҙ оҫтаһы” номинацияһындағы Дипломға һәм бүләктәргә Гөлсинә Фәйзуллина һәм Рәйлә Иҫәнғужина, Гөлминаз Хафизова һәм Гөлсөм Йылҡыбаева лайыҡ булды. Гран-при кескәй Азалия менән Сулпан Мырҙабаеваларға (һүрәттә) һәм лицей-интернат егеттәре Иҙел Нурмөхәмәтов һәм Ирхан Хәйруллинға тапшырылды. Конкурсанттарға аҡсалата бүләктәрҙе Резеда Сайдарова әҙерләгән. Рузидә Ғәйфуллина ауылдаштары Азалия һәм Сулпан Мырҙабаеваларға бүләккә ярты йылға ”Урал” гәзитенә подписка бүләк итте. Айвар Ғәлләмов Резеда Рәфҡәт ҡыҙының шәхси бүләгенә лайыҡ булды. Бынан тыш, конкурсанттарға “Ағиҙел” журналынан подписка, китаптар бүләк иттеләр.

Инйәрҙә үткән “Йөрәк һүҙе” шиғыр һөйләү конкурсы еңеүсеһе Асия Йосопова ҡыҙы Зөлхизә менән “Тере һүҙ” шиғыр һөйләү конкурсына ҡунаҡ булып килде һәм үҙҙәренең матур сығыштары менән тамашасыларҙы ҡыуандырҙы. Конкурста бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән өсөн Резеда Сайдароваға, “Урал” гәзитенә, “Ағиҙел” журналына, Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһына ҙур рәхмәт.

Конкурсты әҙерләп үткәреүсе башҡорт ҡоролтайы ағзаһы Сәғирә Шәрәфетдиноваға һәм Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы хеҙмәткәрҙәренә йөкмәткеле байрам өсөн, шулай уҡ нәфис һүҙ сараһын музыкаль яҡтан биҙәгән үҙешмәкәр артистарға ла ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Читайте нас: