Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
23 Октябрь 2019, 18:57

Хәмерһеҙ йәшәргә теләй әхмәрҙәр!

Дәртле йыр, гармун моңо, сағыу таҫмашарҙар менән биҙәлгән аттар, тырантас-арбалар, бер-береһен сәләмләү, күтәренке кәйеф... Ҡоҙғон-Әхмәрҙә үткән күләмле сара ниндәйҙер кимәлдә һабантуйҙы хәтерләтә. Был әхмәрҙәрҙең республикала ойошторолған “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыуы. Көҙгө һабантуй ҙа, быны башҡаса әйтеү мөмкин түгел, республика конкурсына ярашлы үткәрелде. Байрамда олоһо ла, йәше лә, хатта балалар ҙа ҡатнашты. Ауыл байрамын ҡарарға, әхмәрҙәрҙең алып барған сәләмәт йәшәү рәүешен күрергә тип Европалағы иң күләмле, Германияла ғына 80 млн. аудиторияһы иҫәпләнгән, бөгөнгө көндә телеканалдың тапшырыу зонаһына Көнсығыш һәм Көнбайыш Европа ингән ZDF немец федераль телеканалы журналистары, баш ҡала ҡунаҡтары - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Искәндәр Юлдашев, шашка буйынса донъя, Европа чемпионы, билдәле гроссмейстер Айнур Шәйбәков, Белорет районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Илгиз Теләүбаев, урындағы ҡоролтай ағзалары, күрше ауыл хакимиәттәре башлыҡтары ла килгән.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Искәндәр Хисмәтулла улы әйтеүенсә, “Айыҡ ауыл” конкурсы бөтә республика буйынса тиҫтәләгән ҡатнашыусыны йыя. Бөгөнгө көндә республиканың 400-ләгән тораҡ пункты конкурста ҡатнаша. Быйылғы лидерҙар - Баймаҡ һәм Илеш райондары. 22 ауыл айыҡ тормошҡа әйҙәүсе бәйгелә ҡатнаша. Ошондай байрам сараларынан тыш, ауылдарҙа хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә спиртлы эсемлек тәрҙе санкцияланмаған һатыу нөктәләре буйынса рейдтар, сходтар ойошторолорға, сәләмәт йәшәү рәүеше пропагандаланырға тейеш. “Айыҡ ауыл” конкурсы ауылдар араһында ойошторола. Еңеүселәр 500, 300, 200 мең һум күләмендә аҡсалата приздар менән билдәләнәсәк. Конкурс финалына үткән 12 ауыл да 25 мең һум күләмендә сертификаттар менән бүләкләнә. Был сумманы халыҡ ауылын тәртипкә килтереүгә, төҙөкләндереүгә, йыһаздар алыуға тотона ала. Ғөмүмән, республикабыҙҙа үткән “Айыҡ ауыл” конкурсы күп төбәктәргә ыңғай миҫал. Быға сит ил журналистары ла инанды, ә әхмәрҙәр быны тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ауыл осонда ҡаршы алғандан һуң, тыуған ауылын республикала ғына түгел, Рәсәй, донъя кимәлендә танытҡан яҡташтары - Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәли Хәмзиндың ҡәберенә ҡәнәферҙәр һалынды, ауыл имамы Рәмил Йомадилов аят уҡыны. Артабан ҡунаҡтар тырантас-арбаларға тейәлеп мәҙәниәт йортона юлланды. Дәртле гармун моңдары, йырҙар аҫтында мәҙәниәт усағына барып еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды байрамға йыйылыусылар. Уларҙы таҡмаҡтары, гармун, ҡурай моңо, милли аш-һыуы менән ауыл үҙешмәкәрҙәре ҡаршы алып, мәҙәниәт усағына әйҙәне.
Ҡоҙғон-Әхмәрҙә дәртле, сәмсел халыҡ йәшәй. Ауылда һәр береһе тиерлек йыр-моң ярата, һәр ғаиләнең тиерлек үҙ гармунсыһы бар. Төрлө район, республика конкурстарында ла ҡатнашырға йыбанмайҙар. Был юлы ла һынатманы ауыл үҙешмәкәрҙәре. Аш-һыуға ла маһирлыҡтарын күрһәтте әхмәрҙәр. Мәҙәниәт йорто алдында аш-һыуынан, төрлө ризыҡ төрҙәренән һығылып торған өҫтәлдәр теҙелгән күргәҙмә үҙе ни тора һуң?! Ҡунаҡтар буҙа-ҡымыҙынан, сәксәк-бауырһағынан, ҡаҙытултырмаһынан, ҡыҙыл эремсегенән, башҡа тәмлекәстәрҙән ауыҙ итте, оҫтабикәләрҙе маҡтаны.
Нәжибә, Розалия, Хәлим Хөснөтдиновтар ғына 11 төрлө милли ризыҡ әҙерләп килтергән. Шулай булғас, ауыл оҫтабикәләренә маҡтауҙан башҡа һүҙ юҡ.
Тышта аш-һыуынан ауыҙ итеү мөмкинлеге булһа, балалар мәҙәниәт йортонда республика темаһына төрлө һүрәттәр төшөрҙө, пластилиндан һындар әүәләне. Ә олораҡтар шашка, шахмат, өҫтәл теннисы турнирҙарында ҡатнашты. Шашка уйнарға яратыусыларҙың күптәре кем менән уйнағандарын белмәгәндәрҙер әле. Улар был көндө Өфө ҡунағы, халыҡ-ара гроссмейстер, Рәсәй шашисы, Донъя һәм Европа чемпионы Айнур Шәйбәковтың үҙе менән көс һынашты, оҫталыҡ дәресе лә алды. Шашка турнирында Алмаз Малыбаев, Салауат Яҡупов, Айназ Шәйәхмәтов иң көслөләре булды. Шахмат турнирында Дамир Сәйетов, Аҙналынан Айбулат Мөхәмәтйәнов һәм Рәйес Әҙелмырҙинға етеүсе булманы.
Фойела оҫталарҙың төрлө ҡул эштәренән - сигеү-бәйләмдәренән торған күргәҙмә урын алған. Әхмәрҙәрҙең күп-ләп йылҡы малы үрсетеүен, төрлө район, республика ат сабыштарында ҡатнашыуын һәр кем белә инде. Махсус мөйөштә урын алған награда-кубоктар, күкрәк таҫмалары ла ошо турала күпте һөйләй. Спорт саралары менән үрелеп барған ауыл, күрше ауылдар үҙешмәкәрҙәренең концерты ла тамашасы күңеленә хуш килде. Кисәлә “Йәндек” гармунсылар ансамбле, Айваз Малыбаев, Айгиз Сәйетовтың ҡурай моңдары, Алмаз Малыбаев, Зәлифә Фазлетдинова, Илнур Нәҙербаев, Зарема Дәүләтбаева, Айгөл Килмөхәмәтова, Гөлфиә Шакирова башҡарған йырҙар урынлы һәм Республика көнөнә арналды. Ауылда скандинав йөрөшөн үҙ итеүселәр ҙә байтаҡ. Бигерәк тә оло инәйҙәр ярата был спорт төрөн. Тәжрибә туплағандар сафын тәүге тапҡыр ҡулына скандинав таяғы тотоусылар ҙа тулыландырҙы был көндө. Уларҙың сәләмәт йәшәү рәүешенә табан тәүге аҙымдары яһалды һәм һуңғыһы булмаҫына ышана ауылдаштар. Скандинав йөрөшө менән мауыҡҡан, шулай уҡ ауыл йәме булған ололарға Нажия Динислам ҡыҙы үҙ бүләктәрен тапшырҙы. Балалар ҙа ситтә ҡалманы байрамдан. Улар апай-ағайҙары ойошторған велоуҙышта ҡатнашты. Ярышҡа балалар ихлас әҙерләнгән, биҙәлгән велосипедтары ла байрамға үҙенсәлекле йәм өҫтәне.
Байрамдың икенсе өлөшө яланда дауам итте. Ҡунаҡтарҙы, ауыл халҡын тирмә, тәмле ашы бешеп ултырған ҡаҙан, күңелле көй көйләгән самауырҙар, аш-һыу араһында ҡайнап йөрөгән хужабикәләр ҡаршы алды. Һәр ауылдаш үҙ өлөшөн индерергә тырышты байрамда. Барыһы ла ауылдаштар, бағыусылар ярҙамы, көсө менән башҡарылды, әлбиттә. Юҡҡа ғынамы ни муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Сафый улы ойоштороусыларға йылы һүҙҙәрен йәлләмәне. Сит ил журналистарына ла нәҡ ошо турала әйтеп китте.
- “Айыҡ ауыл” конкурсы - республика бренды. Шулай ҙа башҡорт халҡы эскелекте алғы планға ҡуймаған. Проект ярҙамында ауыл халҡы күпләп сәләмәт йәшәү рәүешенә күсә. 2014 йылда конкурста Рысыҡай ауылы ҡатнашты. Ул йылда ауылда тыуым артты, үлем кәмене. Әхмәрҙәр үҙҙәре ҡатнашырға теләк белдерҙе. Бөгөн ауылда күптәр спорт, сәнғәт, ижад менән шөғөлләнә. Сит ил журналистарының республиканың башҡа район ауылын түгел, ә Ҡоҙғон-Әхмәрҙе һайлауы ла мәртәбә өҫтәй. Бына бит ниндәй ҙур эштәр ҡыйратырға мөмкин күмәкләп тотонғанда, - тине Илгиз Теләүбаев.
Ат сабышы ойоштороу ауылда хәҙер традицияға әйләнгән инде. Ауыл кимәлендә ойошторолған байрамға әхмәрҙәр башҡа райондарҙан да ҡунаҡтар саҡыра. Был юлы ла спорт сараһына әбйәлилдәр, баймаҡтар, учалылар килеп еткән. Ярыштар өс заезда үтте. 1,5 саҡрым араға 8 йәш юртаҡ сабышты. Тәүге заезд һөҙөмтәләре буйынса I урынды Учалынан “Шатлыҡ” юртағында (хужаһы Р. Фазылов) Динар Фазлетдинов алды. II урында - “Сокол”да (Р. Әхмәров) Илназ Мостафин, III урында - Әхмәрҙән Ғәзим Таһиров. Икенсе заезда иһә эш аттары 3600 метрға уҙышты. Беренсе булып финиш һыҙығын Әбйәлилдән “Толпар”ында елеп кенә (И. Таһиров) 10 йәшлек Илһам Таһиров үтте. “Гром”ында йәшен йәшнәтеп Боғанаҡтан Фәнис Ямалетдинов икенсе килде, Олойылғанан Юлиана Ғәйфуллина “Черный”ында өсөнсөгә сыҡты. Сабышта ҡатнашҡан берҙән-бер ҡыҙ-жокей бер нисә саҡрым дауамында ир-егеттәрҙең береһен дә алға сығарманы. Һуңғы метрҙар ғына барыһын хәл итте.
Бәйгегә (5500 метр) 5 ат сыҡты. Һуңғы заезда ла кемдең еңеүсе булыуы һуңғы метрҙарға тиклем тамашасыны көсөргәнештә тотто. Һөҙөмтәлә Учалынан тәжрибәле жокей Динар Фазлетдинов “Сокол” ҡушаматлы атында беренсе булды. “Ҡара ат”та (З. Ҡәҙерғолов) Альфред Мөхәмәтйәров, “Карат”та (А. Вәлиев) Илнур Нәҙербаев икенсе һәм өсөнсө урындарҙы бүлеште. Еңеүселәргә дипломдар, аҡсалата приздар тапшырылды. Ат сабышын үҙенең сығыштары менән Сибай концерт-театр берекмәһенең “Тархан” төркөмө солисы Ринат Ғайсин биҙәне. Сара һуңында ҙур байрамды ойоштороуға көс һалған, ярҙам иткән ауылдаштар билдәләнеп, бүләкләнде.
Әхмәрҙәр тарихын һаҡлап, киләсәккә ынтылып заманса йәшәргә, халыҡтың аңкимәлен үҫтереүгә, рухын нығытыуға булышлыҡ итеүсе саралар үткәрергә тырыша. “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыу ҙа ошоға миҫал. Сараны тейешле кимәлдә үткәреүҙә ауыл депутаттары, старостаһы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл ағинәйҙәре һәм активы күп көс һалды. Ойоштороусыларҙың береһе, ҡоролтай ағзаһы Нажия Вәлиева ла: “Спиртлы эсемлектәр менән һатыу итеүселәрҙе бөтөрөү - ярты эш әле. Иң мөһиме, ауылдаштарға тейешле, күңеленә ятҡан шөғөл табыу. Бына бөгөн дә ҡунаҡтарға нисек йәшәүебеҙ, нимә менән шөғөлләнеүебеҙҙе күрһәттек. Бындай саралар ауылда йыш үтә, байрамдарға ла берҙәм һәм бергә әҙерләнәбеҙ. Эскелеккә ҡаршы беҙҙең альтернатива ошондай”.
“Айыҡ ауыл” республика конкурсында Белорет районынан 6 ауыл ҡатнаша. Был конкурстың тәүге этабы ғына әле. Әхмәрҙәр уны лайыҡлы үтте тип әйтергә мөмкин. Тәүге турҙан үткән осраҡта, республика кимәлендәге һынауҙар көтә. Республика этабын да лайыҡлы үтеп, аҡсалата приз алыуына өмөт бағлай әхмәрҙәр. Бының өсөн уларҙың дәрте лә, теләге лә бар. Ә иң мөһиме - төҙөкләндерәһе, төҙөйһө эштәре етерлек.


Читайте нас: