Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
8 Ноябрь 2019, 19:20

Башҡорт теленә һөйөү кескәйҙән һалына

Иң ҡәҙерле, иң мөҡәддәс тойғо - Тыуған ил һәм тыуған тел генә!- Һин башҡортса һөйләшә беләһеңме, - тип һорап ҡуйҙы Тыр-тыр яланда сәскәләр йыйып йөрөгән Наҙлыҡайҙан. - Белмәһәң, мин һине башҡортса һөйләшергә өйрәтермен. Әйҙә минең менән, төрлө балалар баҡсаларынан йыйылған кескәйҙәр шиғыр һөйләү буйынса ярышасаҡ. Әй, ҡыҙыҡ һәм күңелле буласаҡ!

Тыр-тыр Наҙлыҡайҙы етәкләп, мөғжизәләр яланына алып килде. Ә унда кескәйҙәр йыйылып та өлгөргән. Аллы-гөллө милли кейемдәге балалар, яландағы күбәләктәр кеүек талпынып, ярышҡа әҙер ҙә инде. Бына балалар янына конкурсты алып барыусы тәрбиәсе Динара Солтанова килеп баҫты. Ул нәфис һүҙ байрамына килгән кескәйҙәрҙе, тәрбиәселәрҙе, әсәйөләсәйҙәрҙе тәбрикләп үткәс, барыһы ла түңәрәккә баҫып “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын башҡарҙы. Артабан кескәйҙәрҙе, байрамға йыйылыусыларҙы конкурстың мәртәбәле баһалама комиссияһы ағзалары менән таныштырып үтте:
- Балалар, бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа хөрмәтле апайҙарыбыҙ килгән. Улар һеҙҙең шиғыр һөйләгәнде тыңлап, баһалар ҡуясаҡ. Жюри ағзалары - ҡаланың 1-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Миңниса Нәбиуллина, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Сулпан Уйылданова, Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһы етәксеһе Флүрә Шакирова, 21-се мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Баныу Астанова.
Бына шулай үҙенсәлекле, йылы мөхиттә ҡаланың 25-се “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған “Мин башҡорт телендә һөйләшәм” тип аталған муниципаль район конкурсы башланып китте. Конкурста район-ҡаланың 12 балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре билдәле шағирҙарҙың шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса ярышты. 5-6 йәшлек балаларҙы ярышҡа бик матур, етди әҙерләгән тәрбиәселәр. Кескәйҙәр үҙҙәрен иркен тотто, тамашасылар алдында юғалып ҡалманы. Ҡаланың 1-се, 4-се, 5-се, 9-сы, 25-се, 29-сы, 44-се, Тимер юл ауылының 1-се, Абҙаҡ, Сермән, Тирлән, Ҡаһарман балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре шиғырҙарҙы ихлас ятланы, кескәй генә булһалар ҙа, әҫәрҙең йөкмәткеһен, башҡорт теленең нескәлеген, тасуири һөйләү ҡеүәһен бирә алды. Күп кенә балалар шиғыр һөйләгәндә эске кисерештәрен, тойғоларын хәрәкәттәр менән дә биҙәп, күңелгә еткерерлек итеп башҡарҙы. Уларҙың тамашасы, баһалама комиссияһы алдында үҙҙәрен матур итеп тота алыуы, артистарса хәрәкәттәр яһап һөйләүе ҡыуандырҙы ла, һоҡландырҙы ла. Ярышта ҡатнашҡан 40-ҡа яҡын баланың сығышын баһалау бик үк еңел түгеллегенә баһалама комиссияһы ла инанды. Сөнки балалар әле бик бәләкәй, шулай булыуға ҡарамаҫтан, шиғыр һөйләүселәр үҙҙәрен батырҙарса тотто.
Ярыш араһында “Тирмәкәй” балалар баҡсаһының “Илһам” студияһы артистары сығыш яһаны, Тыртыр (тәрбиәсе Гөлназ Вәкил ҡыҙы), Наҙлыҡай (тәрбиәсе Әлиә Рәмил ҡыҙы), алып барыусы Динара Әхәт ҡыҙы балаларға төрлө уйындар уйнатты, йырҙар йырлатты, бейеүҙәр менән мауыҡтырҙы, Башҡортостанға, уның тәбиғәтенә арналған һорауҙар биреп, яуаптар алыуға өлгәште. Кескәйҙәрҙең һорауҙарға тулы итеп яуап биреүе лә шатландырҙы. Балаларҙы уларҙың көйәрмән тәрбиәселәре, әсәй-өләсәйҙәре дәртләндереп, әйҙүкләп ултырҙы.
Бына конкурсанттарҙы бүләкләү ваҡыты ла килеп етте. “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы мөдире Таңсулпан Бүләкбаева, тантаналы минуттарҙың етеүен белдереп, конкурста ҡатнашыусыларға һәм байрамға килеүселәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт белдерҙе.
“Тирмәкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре барыһы ла ярышҡа ихлас әҙерләнгән, Ҡаһарман балалар баҡсаһынан Тамьян Ғиззәтуллин, Нурислам Юнысов, Мәҙинә Ғәзизова сағыу тауыштары, тексты яҡшы белеүҙәре, башҡортса таҙа итеп шиғыр ятлауҙары, милли костюмдары менән айырылып торҙо. Сермән балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре шиғырҙарҙы сәхнәләштереп, образға инеп һөйләүгә өлгәште. Зинира Хажина, Йәсминә Эниева, Анжель Озер тамашасылар күңелен яулай алды, шиғырҙарында һүрәтләнгән һандыҡ, милли биҙәүестәрҙе күрһәтеп, беләҙектәрен сыҡылдатып, күрһәтеп һөйләнеләр. Тирләндән сығыш яһаған Диана Мәғәфүрованың шиғырҙы матур ятлауын һәм “Ҡурай” костюмын билдәләп үтергә мөмкин. Абҙаҡ балалары үҙҙәренең сығышын Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына һәм Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәренә төшөрөлгән “Һеңлекәш” фильмына яраҡлаштырып әҙерләгән. Балаларҙың кейемдәре лә ошо фильм геройҙарын хәтерләтте.
Рената Муллағәлләмова, Дания Фәйзуллина, Регина Муллабаева, Диана Мәғәфүрова, Алтынай Шәмсетдинова, Аделина Ғайсина, Риана Сафина, Әмирхан Бәшәров, Сәит Төхвәтуллин, Динир Шаһиязданов, Байрас Фәхретдинов, Нурислам Юнысов, Динислам Абдуллин, төрлө номинацияларҙа Диплом менән бүләкләнде. III урынды Анжель Озер, Амира Фәткутдинова, Илүзә Ҡотлобаева, Айгүзәл Ҡотлобаева, Мәликә Ғимранова яулап, Дипломдарға һәм бүләктәргә лайыҡ булды. II урын Дипломдарына һәм бүләктәргә Рената Муллағәлләмова, Тамьян Ғиззәтуллин, Әзизә Йомағужина, Аделина Мөхәмәтғәлина лайыҡ булды. I урынға Мәҙинә Ғәзизова, Зинира Хажина лайыҡ булды. Гран-при бер тауыштан “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе, 6 йәшлек Лилиә Сәйәховаға (һүрәттә) тапшырылды. Конкурста ҡатнашҡан башҡа балалар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Шиғыр һөйләүсе ҡалған кескәйҙәргә ҡатнашҡан өсөн сертификат һәм тәмле-татлы приздар тапшырылды. Тәрбиәсе Динара Солтанова әҙерләгән сценарий буйынса конкурс бик мауыҡтырғыс һәм күңелле үтте.
Читайте нас: