Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
16 Декабрь 2019, 17:50

“Еңеү” марафоны - Иҙел башында

Ноябрь айынан бирле төбәгебеҙҙең һәр район-ҡалаһы оло тантана вә ихтирам менән Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған “Еңеү” республика марафоны штандартын үҙ биләмәһендә ҡабул итә. Ошо көндәрҙә, “Еңеү салюты” халыҡ ижады республика фестивале сиктәрендә, киләһе йылдың май айына тиклем дауам ҡылған был изге сараға Иҙел башы ла дәррәү ҡушылды.

“Еңеү” республика марафонының төп маҡсаты - илебеҙ тарихында юйылмаҫ ҡанлы эҙ ҡалдырған Бөйөк Ватан һуғышы йылдарының мәңгелек шаңын, кешеләренең тиңһеҙ батырлығын, һынмаҫ рухын һәм берҙәмлеген данлау; йәш быуында илһөйәрлек, үткәндәргә ҡарата ихтирам тәрбиәләү.
Ҡаланың Геройҙар аллеяһында ойошторолған митингыла Бөрйән, Учалы райондары, Межгорье ҡалаһы вәкилдәре, “Еңеү салюты” республика фестиваленең баһалама комиссияһы ағзалары, йәмәғәт ойошмалары, уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашты.
Мәңгелек ут янына сәскәләр һалып, һуғыш ҡорбандарын бер минутлыҡ тынлыҡ, һауаға атылған автоматтар шаңдауы менән иҫкә алғандан һуң, муниципаль район Советы рәйесе Дилә Хәмзина ҡунаҡтарҙы, яҡташтарын сәләмләп, әлеге сараның әһәмиәтен билдәләп үтте:
- Ватаныбыҙ тарихындағы иң мөһим Еңеүҙә Белорет еренең дә өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Беҙҙең 33 меңдән ашыу һалдатыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында көрәшкән. Шуларҙың 11 меңдән күберәге Тыуған ере ѳсѳн баш һала... Эйе, Бөйөк Еңеү үтә ҡиммәт хаҡ менән яуланды. Беҙҙең бурыс - һуғыш тураһындағы хәтерҙе һаҡлау һәм уны түкмәй-сәсмәй йәш быуынға еткереү. Ата-бабаларыбыҙҙың тиңһеҙ ҡаһарманлығын бер ҡасан да оноторға хаҡыбыҙ юҡ! Ошо акцияны ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Республика Хәрби Дан музейы, һис шикһеҙ, оло рәхмәткә лайыҡ, - тине ул үҙ сығышында.
Митингыла ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ Белорет, Бөрйән райондары, Белорет һәм Межгорье ҡалалары буйынса хәрби комиссар вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айнур Таипов, “Ҡанатлы гвардия” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Александр Бетин да тәбрикләне.
Белорет, Учалы, Бөрйән райондары, Межгорье ҡалаһы вәкилдәре тарафынан “Еңеү” марафоны символикаһы - “Мәңгелек ут” капсулалары ҡабул итеп алынғас, артабан сара ҡала Мәҙәниәт һарайында ойошторолған “Еңеү салюты” халыҡ ижады республика фестиваленең зональ этабына ялғанды. Белорет, Бөрйән, Учалы райондары, Межгорье ҡалаһы солистары һәм ижади коллективтары ҡатнашлығындағы мәртәбәле байрам сағыу сығыштар, күңелгә үтеп инерлек моң-аһәң менән ғәжәп ҡылды. Кискеһен иһә ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар “Йѳрәктәрҙә Еңеү нуры тоноҡланмаҫ” исемле бай йѳкмәткеле концерт ҡарап кинәнде.
Читайте нас: