Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
20 Декабрь 2019, 14:40

Конкурстың юбилей йылы

Район-ҡала Пенсия фонды идаралығында “Оло кешенең социаль портреты” конкурсына йомғаҡ яһалып, конкурстанттарҙы бүләкләү тантанаһы үтте.

Ағымдағы йылда конкурс унынсы тапҡыр уҙғарылды, унда ҡатнашыусылар 6 номнация буйынса 49 яҙма һәм 277 фотоһүрәт тәҡдим итте. 2010-2019 йылдар арауығында конкурсҡа 50 тематик категория буйынса эштәр ҡабул ителгән. “Урал”, “Белорецкий рабочий” һәм “Металлург” гәзиттәрендә 296 яҙма эш баҫылған һәм йәмғеһе 1922 фотоһүрәт ҡаралған.
Конкурсты йомағаҡлау барышында муниципаль район Советы рәйесе Дилә Хәмзина Пенсия фонды идаралығы начальнигы Константин Полетавкинға, Ольга Трифоноваға, Людмила Костянковаға “Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл” миҙалын тапшырҙы һәм “Оло кешенең социаль портреты” конкурсын ойоштороуҙа күрһәткән күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн Людмила Волкованы муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән наградланы.
“Минең тыуған тѳйәгем” номинацияһында Валентина Евдокимова, Рудольф Землянский, “Алтын ҡуллы һөнәрмән” номинацияһында Татьяна Булавина, Антонина Латипова, “Заман менән бергә” - Лидия Круглова, “Ретро. Иҫке альбом” номинацияһында Исмаҡай ауылынан Наилә Шакирова (һүрәттә), Наталья Зайцева, Раиса Волкова, Вадим Бушман, “Уңышлы кадр” номинацияһында Валентина Резова еңеүсе тип билдәләнде. Конкурста ҡатнашыусылар араһында үҙенсәлекле эштәре менән айырылып торған Нәғимә Шәрипова, Дмитрий Поляков, Евгений Иванов, Урал Сәмситдинов, Лариса Иҫәнбаева, Николай Губанов, Азамат Юлсурин, Хөснә Әхмәтйәнова, Валентина Сенсина, Нина Агеева, Ирина Волкова, Рәшит Заһитов Дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде.
Конкурстың тематик эштәренән тыш, “80 йыл ғүмергә байҡау” исемле эше өсөн Петр Никитин еңеүсе тип аталды, Людмила Антипина һәм Сара Таһирова ҡатнашҡандары өсөн билдәләнде. Шулай уҡ конкурсҡа йыл да эштәрен ебәреп, оҙаҡ йылдар хеҙмәттәшлек иткәндәре өсөн Ришат Хәйбуллин, Ғәлиә Серғажина Диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр менән наградланды.
Читайте нас: