Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
20 Декабрь 2019, 14:30

Тик изгелек ҡылыу ғәмәлдәре

Ҡаланың 21-се мәктәбендә “Йыл ирекмәне - 2019” ҡала конкурсын йомғаҡлау сараһы уҙҙы. Ул үҙ ихтыяры менән изгелек ҡылыу, мохтаждарға ярҙам итеү йәшәү мәғәнәһенә әйләнгәндәргә бағышланды.

Конкурста 14 йәштән алып ирекмәндәр һәм ҡала ойошмаларының ирекмәндәр отрядтары ҡатнашты. Улар 7 номинацияла билдәләнеп, кубок һәм грамоталар менән бүләкләнде.
Сараны муниципаль район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеге начальнигы Екатерина Бузорина асып: “Минең өсөн ирекмән ул ниндәй генә хәлдә лә - тәбиғәт ғәрәсәтеме, мәҙәни йәки башҡа күңел асыу саралары барышында булһынмы, башҡаларға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер кеше. Үҙ исемемдән һәм муниципаль район хакимиәте исеменән һеҙҙең үҙ иркегеҙ менән атҡарған эшегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм”, - тине.
Ҡалала актив рәүештә эшләп килгән “Көмөш ирекмәндәр” төркөмө етәксеһе Марина Савельева йәмғиәттәге мәҙәни, экологик, сәйәси, иҡтисади һәм башҡа йүнәлештәге проблемаларҙы сисеүгә булышлыҡ иткән эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе. 55 йәштән уҙған “көмөш” ирекмәндәр араһында иң актив тип табылған Людмила Буравова һәм Людмила Наседкинаға Йәштәрҙең ял үҙәгенең директор урынбаҫары Надежда Зимина Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Ҡала һәм район халҡына һанлы телевидение приставкаларын көйләргә ярҙам иткән “Һанлы ирекмәндәр”ҙе - педагогия, медицина, металлургия колледждары, Г.И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университеты филиалы студенттарын, Йәштәрҙең ял үҙәге хеҙмәткәрҙәрен йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлегенең баш белгесе Вера Бубнова муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
“Иң яҡшы медик-ирекмән” тип икенсе йыл рәттән ҡаланың медицина колледжы студенткаһы Истикбол Иминжанова табылһа, “Иң яҡшы эколог-ирекмән” тип 17-се гимназия уҡыусыһы Эвелина Йәнгирова, “Иң яҡшы социаль ирекмән” - Илья Никитин (21-се мәктәп), “Мәҙәниәт өлкәһендәге иң яҡшы ирекмән” - Диана Камалова (1-се мәктәп), “Иң яҡшы медиа-ирекмән” - Анна Ткаченко (1-се мәктәп), “Иң яҡшы ваҡиғаларҙа ҡатнашыусы” – Софья Костригина (17-се гимназия), “Иң яҡшы еңеү ирекмәне” - Светлана Добрынина (педагогия колледжы) билдәләнде. “Иң яҡшы ирекмән-2019” исеменә педагогия колледжы студенткаһы Оксана Йомағужина лайыҡ булды.
Истикбол ИМИНЖАНОВА, медицина колледжы студенткаһы:
- Мин 3 йыл элек, колледжда ирекмәндәр хәрәкәте барлығын белгәс тә, улар рәтенә ҡушылдым. Беренсе тапҡыр 7-се мәктәптә үткән “Изге йөрәк” сараһында үҙемде һынап ҡараным. Был сара минең хәтеремдә үтә лә ныҡ уйылып ҡалды, тап шул көндө мин ирекмәнлек эшенең тап минеке икәнен аңланым. Шунан алып бер генә сараны ла ҡалдырырға тырышмайым, сөнки минең тормошом шатлыҡҡа, һөйөүгә, изгелеккә тулы булыуын теләйем. Кешеләргә шатлыҡ, йылмайыу бүләк иткем килә. Ә был йәһәттән миңә ирекмән булыу ярҙам итә. Артабан да был эште дауам итәсәкмен. Форсаттан файҙаланып беҙҙең ялыбыҙҙы файҙалы, күңелле итеп уҙғарыу маҡсатында ойошторған эштәре өсөн Йәштәрҙең ял үҙәге хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерәм.
Читайте нас: