Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
23 Декабрь 2019, 16:45

Тәбиғәт менән бер тулҡында

Ҡала тарихи-крайҙы ѳйрәнеү музейында Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың бер быуатлыҡ юбилейына арналған фотокүргәҙмә асылды. Сараның рәсми ѳлѳшѳндә “Объективта - йәнле тәбиғәт” исемле фотоконкурсҡа йомғаҡ яһалып, иң шәп фотоһәүәҫкәрҙәр билдәләнде.

- Йыл башында Йәш натуралистар станцияһы, тарихи-крайҙы ѳйрәнеү музейы һәм ҡаланың рәссамдар союзы менән берлектә, тыуған яҡ тәбиғәтенә мѳкиббән ғашиҡ фотоһәүәҫкәрҙәр араһында уҙыш иғлан иткәйне. Дүрт миҙгелде үҙ эсенә алған фотомарафон ғинуар айынан декабрь башына тиклем барҙы. Конкурста йәмғеһе 53 кеше ҡатнашты. 179 фотоһүрәт ѳс йәш категорияһында һәм “Тәбиғәттең йәмле урындары”, “Ғәжәп кадр”, “Тәбиғәт хикмәттәре” кеүек номинацияларҙа баһаланды. Жюри ағзалары составында музей хеҙмәткәрҙәре, мәғариф белгестәре һәм рәссамдар союзынан Александр Борисович Минин булды. Ул шулай уҡ ярыштың бағыусыһы, дәртләндереүсеһе булараҡ та сығыш яһаны, - тине Йәш натуралистар станцияһы етәксеһе Нәсимә Шәриф ҡыҙы Иҫәнғәлина.
Тыуған ерҙең гүзәллеген, йәнлек-ҡоштарының тѳрлѳлѳгѳн мәңгеләштергән фотоһүрәттәрҙә Ватаныбыҙға ҡарата мѳхәббәт, ихтирам тойғолары ярылып ята. Һәр эш үҙенсәлеклеге, йәнлелеге, мәғәнәүи тәрәнлеге арҡылы ғәжәп ҡыла. Томанлы иртәләр, айлы тѳн, мѳғжизәле тауҙар донъяһы иһә үҙенең сихрилеге менән арбай. Айырыуса гран-при яулаған Елена Перминованың, призлы урындарға лайыҡ булған Денис Хәмитов, Илсур Бирғәлин, Виктория Шәмсетдинова, Илья Күсербаев, Юлиә Мѳхәмәтдинова, Таһир Мансуров, Наталья Родионова, Зѳһрә Түлебаева, Вадим Бирғәлин, Рәзилә Моратшина, Ксения Горбунова, Егор Федоров, Наил Шакиров, Нурзидә Мѳстәҡимова һәм башҡаларҙың фотоһүрәттәре иғтибарҙы йәлеп итте.
Конкурста ҡатнашырға йѳрьәт ҡылған һәүәҫкәрҙәрҙәрҙе Йәш натуралистар станцияһы етәксеһе Нәсимә Иҫәнғәлина, музей директоры Миләүшә Фәхретдинова, район мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин тәбрикләне. Барлыҡ еңеүселәргә һәм ҡатнашыусыларға Дипломдар, грамоталар, сертификаттар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Бай эстәлекле фотокүргәҙмәне ай дауамында, йәғни 17 ғинуарға тиклем (1 ғинуар - ял кѳнѳ) барып күрергә мѳмкин.
Читайте нас: