Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
26 Декабрь 2019, 12:25

Йылға буйындағы Яңы йыл

“Яңы йыл, төклө аяғың менән кил!”, тип шыбырлайым. Үҙем өләсәйҙән өйрәнгән доғаларҙы ҡабатлайым. Бер аҙҙан мотоциклыбыҙ тоҡанып та китте.

Эскелеккә ҡаршы ныҡлы көрәш башланған ваҡыт. Ауылда иптәшем киномеханик та, клуб мөдире лә булып эшләй. Яңы йыл маскарадын 31 декабрь көнө үткәрергә ҡуштылар, ә беҙҙе Сорағол ауылына ҡунаҡҡа саҡырғандар. Ауыл халҡы малын тәрбиәләп, мунсаһын төшөп килгәнсе төн етер инде, тип борсолһам да, тиҙ йыйылдылар. Байрамды матур итеп үткәреп ебәрҙек, халыҡ күҙ асып йомғансы таралышып та бөттө. Яңы йыл ҡаршыларға бер сәғәт тирәһе ҡалған. Ҡайным ат менән барырҙар, тип санаға толобон һалып әҙерләп ҡуйһа ла, иптәшем уны тыңламай люлкәле мотоциклын сығарҙы. Ярты сәғәттә барып етәбеҙ, йәнәһе. Оло юлдан төшөп, тураға барһаң, Яйыҡ йылғаһы аша Сорағолға өс саҡрымдай ҡала. Елдереп барып төшөүгә, йылғаның боҙҙары сатнаған, хатта ҡайҙалыр һыу сылтырғаны ишетелә. Бына һиңә кәрәк булһа!
- Юлды һорашманыңмы ни? - тим иремә.
- Бер көн алда кинофильмдар алып барҙым, юл таҡыр, боҙҙан үтерлек ине. Ҡотой ауылынан колхоздың тракторҙары ағас һөйрәтеп үткәндәр, шуларҙың ғына эше, - ти көйөп.
Ваҡыт үтә, тәүәҡәлләргә булдыҡ. Сығып та еттек,мотоцикл да һүнде. Этеп ҡабыҙырға маташып ҡараныҡ. Юҡ. Ярай әле, ҡараңғы булһа ла, тулған айҙың яҡтыһы бар. Иптәшем мотоциклында “соҡона” башланы. Әсе ел иҫә. Сәғәтемә күҙ һалам, 20 минуттан ун ике. Йылынырға теләп ауыл яғына атланым. Бер аҙҙан тибендә йөрөгән аттар күренде. Артымдан ирем ҡыуып етеп:
- Әйҙә, кәләш, сәғәт ун ике тулып киткән бит, Яңы йылды Яйыҡ һыуын эсеп булһа ла ҡаршылайыҡ. Унан аттарҙа елеп кенә ауылға барып етербеҙ, - ти йылмайып.
“Яңы йыл, төклө аяғың менән кил!”, тип шыбырлайым. Үҙем өләсәйҙән өйрәнгән доғаларҙы ҡабатлайым. Бер аҙҙан мотоциклыбыҙ тоҡанып та китте. Баҡһаң, боҙ аша үткәндә свечаларға һыу ингән булған. Тағын һүнеп ҡуйыуҙан ҡурҡып, ауылға еткәнсе күҙҙәремде йомоп, үҙем белгән доғаларҙы ҡабатланым.
Хәлиҙә Бакирова.
Белорет ҡалаһы.
Читайте нас: