Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
30 Декабрь 2019, 20:30

Еңеүселәр билдәләнде

Бына, "Урал" иғлан иткән конкурстарға йомғаҡ яһар мәл етте.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
Бына, "Урал" иғлан иткән конкурстарға йомғаҡ яһар мәл етте. Тәү сиратта Интернет селтәрендә барған “Мин “районка”ға яҙылдым” флешмобында һәм “Мажаралы Яңы йыл!”, “Иҫке гәзиттең яңы һулышы” конкурстарында ҡатнашҡан барлыҡ дуҫтарыбыҙға рәхмәт әйтәбеҙ. Ә инде өс конкурста ла ҡатнашҡан Сосновка ауылынан Земфира Кәримованы әүҙемлеге, башҡаларҙы дәртләндергәне өсөн айырым билдәләп китмәү яҙыҡ булыр.
Шулай итеп, “Мин “районка”ға яҙылдым” флешмобында Интернетта иң күп тауыш йыйып, Инйәр ауылынан Әлиә Саматова еңеүсе тип билдәләнде.
“Мажаралы Яңы йыл!” конкурсында Белорет ҡалаһынан Хәлиҙә Бакированың “Йылға буйындағы Яңы йыл” мажараһы иң ҡыҙыҡлыһы, иң шәбе тип табылды.
“Иҫке гәзиттең яңы һулышы” конкурсына килгән эштәр араһынан балалар һәм үҫмерҙәр социаль приютының урта төркөм балалар коллективы еңеп сыҡты.
Ҡотлайбыҙ! Еңеүселәрҙе редакцияла бүләктәр көтә.
Читайте нас: