Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
20 Ғинуар 2020, 20:05

Бөртөкләп алтын йыябыҙ

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров иғлан иткән Башҡорт теле йылы сиктәрендә Бѳйѳк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм күренекле яҡташыбыҙ, яҙыусы Яныбай Хамматовтың 95 йыллығына ҡарата Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” төбәк яҙыусылар ойошмаһы муниципаль райондың мәғариф бүлеге менән берлектә V-X класс уҡыусылары араһында “Бөртөкләп алтын йыябыҙ” тип аталған ижади-әҙәби конкурс иғлан итә.

Конкурста ҡатнашыусыларға шиғыр, хикәйә һәм башҡа әҙәби әҫәрҙәрҙе (күләме сикләнмәй) электрон йәки ҡағыҙ вариантта Рәсимә Сәлихованың Бәйләнештә селтәренә, йәки электрон почтаһына [email protected] 20 апрелгә тиклем ебәрергә кәрәк. Яҙма вариантын “Урал” гәзите редакцияһына алып килеп тапшырырға мөмкин.
Конкурс шарттары буйынса, тәүге биш урынды яулаған уҡыусылар Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһына Еңеү байрамына арналған сараға саҡырыласаҡ һәм бүләкләнәсәк.
Читайте нас: