Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры Рәшит Мѳхәмәҙиев сараға йыйылыусыларҙы тәбрикләп, бының ише конкурстарҙың данлыҡлы шәхестәрҙең ижадына, тормош юлына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, уҡыу мәҙәниәтен тәрбиәләү йәһәтенән ни тиклем әһәмиәтле булыуын һыҙыҡ ѳҫтѳнә алды.
Дүрт тиҫтәнән ашыу китапханасы кѳс һынашҡан ярыш һәләк ҡыҙыу барҙы. Конкурс шарты буйынса, сығыш яһаусы биш минутлыҡ телмәрендә Яныбай Хамматовтың ижади портретын күҙ алдына баҫтырырға, уҡыусыла уның бай, үҙенсәлекле донъяһына ҡыҙыҡһыныу уятырға тейеш ине. Факттарҙың уникаллеге, әҙерләнгән материалдың нәтижәлелеге, докладтағы тѳп фекерҙе тәғәйен аудиторияға тулы һәм үҙенсәлекле рәүештә еткерә алыу оҫталығы менән бергә конкурста ҡатнашыусыларҙан китап уҡыусы менән эшләй белеү маһирлығы, артистизм кеүек сифаттар ҙа талап ителде.
Әйтергә кәрәк, байтаҡ сығыштар эстәлеге, яңылығы, бирелеше йәһәтенән аудиторияны ҡыҙыҡһындыра, хатта ки ғәжәпләндерә лә алды. Мәҫәлән, Ҡағы модель китапханаһы хеҙмәткәре Антонина Сафронова Яныбай Хамматовтың исеменә бәйле урындарға сәйәхәт ҡылып, тотош бер тикшеренеү эше уҙғарған; әҙиптең ҡыҙы Гүзәл Хамматова менән социаль селтәр аша бәйләнешкә инеп, онлайн-интервью ла ойоштороуға ирешкән. Үҙән модель китапханаһының намыҫын яҡлаған Любовь Тихонова Яныбай Хамматовтың һуғыш темаһын яҡтыртҡан бәғзе бер әҫәрҙәрендә үҙе ѳсѳн ҡыҙыҡлы фактҡа юлыға. Баҡтиһәң, Үҙән ауылы кешеһе, Бѳйѳк Ватан һуғышы ветераны Михаил Николаевич Борисов бѳйѳк романсы менән полкташтар булған икән. Мѳхәмәт, Шығай, Абҙаҡ, Сермән, Туҡан, Хѳсәйен, ҡаланың Экология, Үҫмерҙәр китапханалары хеҙмәткәрҙәренең сығыштары ла иғтибарҙы йәлеп итте. Реп стилендә, ҡобайыр жанрында яңғыраған ижади эштәр шулай уҡ һоҡланыу тыуҙырҙы. Докладтар мауыҡтырғыс презентациялар менән тулыланды.
Баһалама комиссияһының ҡарары менән, гран-при эйәһе тип Үҙән модель китапханаһынан Любовь Тихонова билдәләнһә, I дәрәжәләге дипломға - Антонина Сафронова, Евгения Фенопетова (Ҡағы модель китапханаһы), Резеда Бәҙретдинова (Мөхәмәт китапхана-филиалы), Дарья Мосалева (Үҙәк китапхана); II дәрәжәләге дипломға - Сөмбөл Мырҙағолова (“Күк ҡош” балалар өсөн уҡыу үҙәге), Мәҙинә Шоҡобаева (Абҙаҡ китапхана-филиалы); III дәрәжәле дипломға Елена Орехова (Үҫмерҙәр модель китапханаһы), Людмила Буравова (Үҙәк китапхана), Ольга Ғәлиуллина (Шығай модель китапханаһы) лайыҡ булды. “Үҙ көсөнә ышанған профессионал” номинацияһында Зөлфиә Шакирова (Экология китапханаһы), Марина Аверьянова (Туҡан китапхана-филиалы), Миләүшә Йәнгәрәева (Хөсәйен китапхана-филиалы), Зилә Фәхрисламова (Сермән модель китапханаһы), Татьяна Игошина (Үҙәк китапхана), Галина Аверьянова (Егәҙе китапхана-филиалы) еңеүгә иреште.
Мәғлүмәти-методик комплекс тарафынан юғары кимәлдә ойошторолған һөнәри оҫталыҡ конкурсы Яныбай донъяһын ѳр-яңынан асып, район-ҡала китапханаларында әҙәбиәткә, үҙ эшенә мөкиббән ғашиҡ кешеләр эшләүен йәнә бер ҡат иҫбатланы.