Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
11 Февраль 2020, 18:32

Табышмаҡтан - һынашмаҡ

«Полная ребусня» - 2,5 сәғәтлек хис-тойғо, фекерләү һәм уйын-көлкө. «Ребусня»ла ҡатнашыусыларға энциклопедик белемгә эйә булырға кәрәкмәй, уйындың концепцияһы башҡа билдәле квиздарҙан шуныһы менән айырыла. Команда берҙәмлеге, юмор һәм йылмайыу - яңы формат уйынында еңеү өсөн бына ошо сифаттар ғына кәрәк.

Ребусня” - күпселек Рәсәй ҡалаларында ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә билдәлелек яулап өлгөргән уйындарҙың береһе. Был уйынды бигерәк тә йәштәр яратып уйнай. “Полная Ребусня” - ябай ребустарҙы ғына сисеү түгел, ә ысын мәғәнәһендә көлкө, драйв, хис-тойғолар менән һуғарылған интеллектуаль уйын тәүге минуттарҙан уҡ үҙенә йәлеп итә. “Ребусня”ла үҙеңде һынап ҡарау өсөн 2-10 кешенән торған команда йыйырға, үҙенсәлекле исем уйларға, теркәлергә һәм уйнарға килергә генә кәрәк. Уйын 8 раундтан тора, һәр раундта 10-ар ребусты һәм график йомаҡтарҙы сисергә кәрәк. Һәр раундтың үҙ фишкаһы. Бер раундта капитандар уйнаһа, икенсеһендә ставкалар эшләнә, өсөнсөһөндә смайлдар ярҙамында йырҙы йәки фильмды табырға тигән талаптар ҡуйыла.
Ҡаланың “Металлург” кинотеатрында үткән “Ребусня” уйынында ҡатнашыусылар шулай эшләне лә инде. Уйын Студенттар көнөнә арналды. Квизды “Шоу дуэт KZ” алып барыусылары Кирилл Миронов һәм Сергей Хәкимов ойошторҙо. Ҡыҙыҡлы уйын донъяһына ҡаланың 13 махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары, педагогтары сумды.
Тәүге 4 раунд һөҙөмтәләре буйынса Белорет медицина колледжының “Пилюльки” командаһы 25 мәрәй менән алға сыҡты. “Легендарная пыль” (МДТУ) һәм “БЭК и Ко” командалары унан саҡ ҡына ҡалышты. Педагогтар командалары ла һынатмаҫҡа тырышты.
Һәр раундта ҡайһылыр команда еңеүсе булды. 8 раундтан һуң еңеүсе команда билдәләнде. Магнитогорск дәүләт техник университетының Белорет филиалы командаһы III урынды алды. Бер нисә раунд буйына алда барған “Пилюльки” командаһын II урынға ҡалдырып, уларҙың педагогтары - “Панацеи” командаһы лайыҡлы I урынды яуланы.
Уйында еңеүселәр Йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге әҙерләгән тәмлекәстәр менән бүләкләнде.
Читайте нас: