Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
12 Февраль 2020, 13:00

Мәғрифәтте, рухиәтте байраҡ иткән илселәр

Ошо көндәрҙә “Йыл педагогы - 2020” конкурсының муниципаль этабы уҙҙы. Үҙ һөнәрҙәренең бар нескәлектәрен белгән һәм эшен яратҡан, яңылыҡтарға, эҙләнеүҙәргә ынтылған, алдарына юғары маҡсаттар ҡуйған һәм уларға өлгәшеүгә табан барған педагогтар һәм тәрбиәселәр өс көн дауамында үҙҙәрен һынаны, фекер алышты һәм бай тәжрибәләре менән уртаҡлашты.

Быйыл “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” номинацияһында Рәйзә Мансур ҡыҙы Фәйзуллина (Үҙәнбаш), Зәйнәп Кинйәбай ҡыҙы Собханғолова (20-се мәктәп), Гөлназ Хафиз ҡыҙы Зекрина (14-се гимназия), Лениза Ғәзиз ҡыҙы Лоҡманова (Аҙналы), Айгөл Рәшит ҡыҙы Яруллина (Мәхмүт), Гөлнара Әбделәхәт ҡыҙы Сәфәрғәлина (1-се мәктәп), Ғәзизә Мөжәүир ҡыҙы Әхмәтшина (Аҙналы), Нияз Ғүмәр улы Хөсәйенов (Берештамаҡ) (һүрәттә) ҡатнашты. Уларҙы жюри ағзалары - мәғариф бүлегенең милли мәғариф буйынса методисы Лариса Әхмәтшина, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Сулпан Уйылданова, 21- се мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Баныу Астанова, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 2018 йылда ошо номинацияла еңеү яулаған Сәриә Ҡаһарманова, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлназ Байрамғәлина, лицей-интернаттың башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлниса Зәйтүнова баһаланы.
“Уҡытыусы-стажист” номинацияһында Фирҙәүес Ҡунаҡҡол ҡыҙы Ғәликәйева (Шығай), Ләйсән Мәсхүт ҡыҙы Ғиниәтуллина (Егәҙе), Гөлиә Хәдит ҡыҙы Усманова (1-се мәктәп), Эльза Жановна Костенкова (18- се мәктәп), Ольга Вячеславовна Анашкина (21-се мәктәп), Людмила Вениаминовна Семавина (17-се гимназия), Нәсимә Хәким ҡыҙы Мөхәмәтвәлиева (Тимер юл), Рәзимә Зәбир ҡыҙы Мостафина (Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы), Раушания Фәнил ҡыҙы Ҡасимова (Үткәл), Тамара Владимировна Киселева (20-се мәктәп), Розалия Әсғәт ҡыҙы Домнина (Тимер юл) иң юғары исемде яулау өсөн көрәште.
“Уңышҡа тәүге аҙым” номинацияһында изге һөнәр эйәләре сафын яңыраҡ ҡына тулыландырған йәш уҡытыусылар - 21-се мәктәптән Анастасия Сергеевна Авгумберг, Егәҙе мәктәбенән Рәғиҙә Фуат ҡыҙы Мөхәмәтйәнова һәм 16-сы мәктәптән Азат Ришат улы Ханов ҡатнашты.
Ике номинация буйынса жюри ағзалары - мәғариф идаралығы начальнигы Марина Саранцева, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең территориаль профсоюз ойошмаһы рәйесе Светлана Нестерова, мәғариф идаралығының төп белгесе Римма Цандыкова, идаралыҡтың методик бүлек етәксеһе Нелли Польщикова, идаралыҡтың төп белгесе Илмира Хәлиуллина, методист Ксения Петрова, 17-се мәктәп уҡытыусыһы Ольга Масленникова, мәғариф идаралығының рус теле һәм әҙәбиәте буйынса етәксеһе Ольга Марталер, инглиз теле уҡытыусылары етәксеһе Людмила Агеева, 1-се мәктәптең директор урынбаҫары Любовь Посыпайко, 1-се мәктәп уҡытыусыһы, “Йыл уҡытыусыһы - 2018” муниципаль конкурсы еңеүсеһе Евгения Гущенская, 3-сө мәктәп уҡытыусыһы, “Йыл уҡытыусыһы - 2017” конкурсы еңеүсеһе Елена Миронова, 21-се мәктәп уҡытыусыһы, “Йыл уҡытыусыһы - 2015” конкурсы еңеүсеһе Ирина Абакумова, 20-се мәктәп уҡытыусыһы Дамира Хәлимуллина, 18-се мәктәп уҡытыусыһы Айгөл Үтәрбаева, 20-се мәктәп уҡытыусыһы, “Йыл уҡытыусыһы - 2019” конкурсы еңеүсеһе Мария Романова, 17-се гимназия уҡытыусыһы Юлия Аносова, 14-се мәктәптең директор урынбаҫары, уҡытыусы Любовь Баукина эшләне.
“Йыл тәрбиәсеһе” номинацияһында Анна Владимировна Козлова (15- се балалар баҡсаһы), Олеся Ивановна Баранова (2-се балалар баҡсаһы), Йәмилә Иҡсан ҡыҙы Ҡазина (44-се балалар баҡсаһы), Александра Сергеевна Васякина (24-се балалар баҡсаһы), Елена Николаевна Садыҡова (31-се балалар баҡсаһы) һәм Инйәрҙәге 1-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре Лилиә Гәрәй ҡыҙы Хажиәхмәтова менән Анфиса Айрат ҡыҙы Шәрәфетдинова ҡатнашты. Уларҙың һөнәри оҫталыҡтарына мәғариф идаралығы методисы Лилиә Шаһимырҙанова, профсоюз ойошмаһы рәйесе Светлана Нестерова, 29-сы балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Елена Бетина, 19-сы балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Лика Горбунова, 25-се балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Миләүшә Әхмәтнурова баһа бирҙе.
Конкурстың беренсе көнөндә уҡытыусылар Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында, 1-се, 21-се мәктәптәрҙә асыҡ дәрестәр үткәрҙе, “Мин - уҡытыусы” эссе конкурсында һөнәрҙәренең нескәлектәрен асты, мәғариф системаһындағы үҙгәрештәргә бәйле килеп тыуған һорауҙарҙан сығыу юлдарына яуаптар эҙләне, һөнәри һәләттәрен күрһәтте; “Интернетресурс” сайт ярышы барышында уҡытыусыларҙың белем биреүҙә заманса технологияларҙы тейешле кимәлдә ҡуллана белеүҙәре, фантазияға һәм креатив идеяларға бай булыуҙары күренде. “Йыл тәрбиәсеһе - 2020” номинацияһында көс һынашыусылар иһә ҡаланың 29-сы балалар баҡсаһында урта һәм мәктәпкәсә йәштәге төркөм балалары менән эшләне.
Киләһе көндә “Уҡытыусы-стажист” номинацияһында ҡатнашыусылар Рәсәй Федерацияһында иғлан ителгән Хәтер һәм Дан йылы, Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән Башҡорт теле йылына арналған “Класс сәғәттәре”ндә 1-се һәм 21-се мәктәптең I-VII класс уҡыусылары менән аралашты; Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, ә 14-се гимназияла “Уңышҡа тәүге аҙым” номинацияһында ҡатнашҡан педагогтар оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.
(Рәсимә Сәлихованың тулы материалын “Урал” гәзитенең 12-се һанында уҡығыҙ).
Читайте нас: