Эйе, хәҙерге заман ат егеп яуға сабыуҙы талап итмәй һәм уларға ҡарата ихтыяж да башҡасараҡ кеүек. Кемдер уларҙы һабантуйҙарҙа иң етеҙ юртаҡ исемен яулау, ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн әҙерләһә, икенселәр күпләп ҡымыҙ етештереп һатыу йәки һуғым өсөн көтә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ауылдарҙа йәшәгән халыҡҡа аттар әле лә хужалыҡтағы төп ярҙамсы булып тора. Быны ошо көндәрҙә Ботай ауылы халҡы “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә үткәргән “Таяныс та, тоғро дуҫ та төпкөл ауылда - аттар” тип аталған ҙур байрам сараһында иҫбат итте.
Хужалар саҡырылған ҡунаҡтарҙы - муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Айнур Бейембәтов, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзалары - Мансур Һиҙиәтов, Булат Яныбаев, Ришат Мөхәмәтвәлиев, Резеда Сайдарова, Нажия Вәлиева, район-ҡала Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Зөбәржәт Суфьянова, Үҙән ауыл хакимиәте башлығы Вячеслав Фролов, Әзекәй ауыл хакимиәте башлығы Рәйлә Зәйнуллина һәм башҡаларҙы йыр-моң менән ауыл осондағы Еҙем йылғаһы күперендә ҡаршы алды. Унан барыһы ла сағыу таҫмалар менән биҙәлгән, ҡыңғырауҙар тағып егелгән ат саналарына ултырып, ауыл урамдары буйлап сәйәхәт итте. Был осорҙа бала саҡтарына, йәшлегенә ҡайтып ураған ағай-апайҙарҙың ҡыуаныстары йөҙҙәренә сыҡҡайны.
Ауыл клубы алдына барып туҡтағас, иң матур ылауҙы билдәләү йәһәтенән конкурс ойошторолдо. Унда Ботай, Егәҙе, Өмөтбай ауылдарынан йыйылған ат хужалары - Рәшит Байегетов, Марат Ҡотлобаев, Фәнил Хөсәйенов, Мәжит Әхмәтйәнов, Рафиҡ Яныбаев, Булат Сафуанов, Закир Ноғайғолов, Таһир Мөхәмәҙиев ҡатнашты. Ир-егеттәр үҙҙәренең аттары тураһында һөйләне, жюри ағзаларының төрлө һорауҙарына яуап бирҙе. Артабан кем тиҙерәк ат туғарып егеү буйынса ярышып, етеҙлектәрен һынанылар. Һөҙөмтәлә, ике конкурс буйынса, III урынға Рафиҡ Яныбаев, II урынға Марат Ҡотлобаев лайыҡ булһа, I урынды Булат Сафуанов яуланы. Ҡалған конкурсанттар төрлө номинацияларҙа билдәләнеп, Диплом, бүләктәр алды. Аттарын да буш итмәнеләр - күстәнәскә һоло тапшырҙылар.
Байрамда балалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Улар өсөн яһалма аттарҙа “Иң етеҙ һыбайлы” конкурсы ойошторолдо. Бәләкәстәрҙең бер-береһен уҙышып йүгереүен күҙәткән ағайҙар ҙа, бала саҡтарын иҫкә төшөрөп, ярышып алды.
Клуб кәртәһенә ингәс, ауылдың һәр яҡлап та уңған, оҫта ҡуллы ир-уҙаманы Марат Яҡуб улы ат санаһы, күрек, ат һабаны менән яҡындан таныштырҙы, ат санаһы менән утын, бесән ташыу ысулдарын һөйләп үтте. Шаҡарма менән утын тарттырыу, баҫырау менән бесән баҫтырыу алымдарын күрһәтте.
Артабан барыһы ла клубҡа саҡырылды. Ветеран-уҡытыусы Миңлегөл Төхвәтуллинаның атҡа бәйле һорауҙар буйынса үткәргән викторинаһында иң күп дөрөҫ яуапты Таңһылыу Баҡыева, Рәйфә Сәғәҙәтова, Нәфисә Әхмәтйәнова, Нажия Вәлиева, Хәмит Әхмәҙиев һәм Рәшит Байегетов бирҙе.
Сара барышында төпкөлдә йәшәп, малсылыҡ, умартасылыҡ менән көн күргән, кәсепселек иткән ботайҙар әле һаман ата-бабаларҙан ҡалған шөғөлдәрҙе, хужалыҡта ҡулланған кәрәк-яраҡтарҙы үҙ ҡулдары менән эшләй белеүҙәрен, онотмауҙарын иҫбат итте. Марат Ҡотлобаев күреп үреп күрһәтһә, Фәрит Ғәзизов ышлыя үрҙе, сабатаның табанын ҡатлап үреү алымын аңлатты. Ат ҡылынан эшләнгән иләк иһә барыһында ла ҡыҙыҡһыныу уятты, уны ҡулдан-ҡулға йөрөтөп ҡараған һәр кем ата-бабаларыбыҙҙың оҫталығына, уйлап сығарыу һәләтенә хайран ҡалды. Ир-егеткә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, ҡулынан килмәгән эше булмаған Фәрит ағай Ғәзизов гармунда уйнап, йырлап та алды. Әбүзәр Фәйзуллин септә үрҙе, ат дағалағанда ҡулланылған кәрәк-яраҡтарҙы күрһәтеп аңлатма бирҙе.
Ауылдың иң оло кешеһе Фәрит Ирғәлин ҡулдан эшләнгән боронғо станок ярҙамында арҡан үрҙе, уның борон-борондан көнкүрештә иң кәрәкле әйберҙәрҙең береһе булып һаналыуын, ниндәй маҡсатта ҡулланылыуын һөйләне, ҡатын-ҡыҙҙар эйәр аҫтына һалынған үннек баҫыу тәртибе менән таныштырҙы.
Ауыл ағинәйе үҙ ҡулдары менән эшләгән ҡаҙы, буҙа менән ҡунаҡтарҙы һыйлаған арала сәхнәнән йыр-моң өҙөлмәне. Был көндө ауылда йәшәгән һәр кеме талантлы, оҫта ҡуллы, уңған булыуын күрһәтте.
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Сафый улына һүҙ бирелгәс, сараға килгән ҡунаҡтарға, ҡоролтай ағзаларына рәхмәтен белдергәндән һуң, “Айыҡ ауыл” конкурсының төп маҡсатына ярашлы, айыҡ тормош алып барыуҙан тыш, демографияны күтәреү мәсьәләһе лә тороуын билдәләп үтте һәм район кимәлендәге конкурста III урын яулаған Туҡан һәм Ҡаһарман ауылдарына - 20-шәр, II урынға сыҡҡан ҡоҙғон-әхмәрҙәргә - 60 мең һум һәм еңеүсе - I урын яулаған Ботай ауылына 100 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырҙы.
Ауыл хакимиәте башлыҡтары был сумманы ниндәй маҡсатҡа ярашлы сарыф итеүҙәрен, мәҫәлән, туҡандар мәғлүмәт стендын яңыртыуға, ҡаһармандар ауылда сәләмәт тормош рәүеше алып барған, өлгөлө ғаиләләргә, дәртләндереү маҡсатында, ҡиммәтле бүләктәр тапшырыуға тотонасаҡтарын белдерҙе. Ботайҙар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға арнап ҡуйылған обелискының кәртәһен яңыртыу һәм ауыл клубын йыһазландырыуға, ремонтлауға сарыф итмәкселәр. “Айыҡ ауыл” конкурсының район этабын ойоштороуҙа, ауыл халҡын әйҙәүҙә күрһәткән тырышлыҡтары өсөн Егәҙе ауыл хакимиәте башлығы Ринат Яныбаев, Ҡаһарман ауылы старостаһы Илзирә Ғәлина, Туҡан ауыл хакимиәте башлығы Әлфиә Сәмиғуллина, Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы депутаты Нажия Вәлиева район-ҡала башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Айнур Бейембәтов ат өсөн кәрәкле бүләктәрен тапшырып, ирегеттәрҙе ҡыуандырҙы. Район-ҡала Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы, ҡоролтай ағзаһы Резеда Рәфҡәт ҡыҙы, саҡырылған ҡунаҡтар, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары сығыштарында ысын мәғәнәһендә оло байрам ойошторған дәртле ауыл халҡына рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, һоҡланыуҙарын белдерҙе.
Эйе, ботайҙар был көндө төпкөл ауылда аттарҙың әле лә төп ярҙамсы, таяныс булыуын, халҡыбыҙҙың быуындан-быуынға тапшырылған кәсептәрен онотмауҙарын байрам сараһы аша күрһәтте. Ә инде эшләр эше, яратҡан шөғөлө булғандарҙың тормошонда насар ғәҙәттәргә урын да ҡалмаҫ.