Сараны муниципаль район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге, Йәштәрҙең ял үҙәге, “Ҡаһарманлыҡ” хәрби-патриотик клубы “Берҙәм Рәсәй” партияһы менән берлектә ойошторҙо. Унда ҡаланың 8-се, 10- сы, 21-се мәктәптәренән, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһынан, лицей-интернаттан, Сермән мәктәбенән, Мәктәптән тыш эштәр үҙәгенән 7-шәр кешенән торған командалар ҡатнашты.
Сараны асып, ДОСААФ-тың Белорет автомәктәбе начальнигы урынбаҫары Илфат Зинаф улы Байтурин, Афған һуғышы ветераны Вәсил Мирхәт улы Әлмәтов сығыш яһаны, буласаҡ ил һаҡсыларына уйынға әҙерлек барышында алған һөнәрҙәрҙең киләсәктә мотлаҡ кәрәк буласағын белдерҙе, етеҙ, ҡыйыу, батыр булып үҫеүҙәрен теләне.
Беренсе этапта командалар “Сафтар смотры” үткәрҙе: командаларҙы үтәү, сәләмләү, колонналарға бүленеп маршта үтеү кеүек алымдарҙа үҙҙәрен күрһәтте. Артабан бер-бер артлы уҡтан атыу, пневматик винтовканан сәпкә тейҙереү, тиҙлеккә автоматты һүтеп-йыйыу, эстафета, билет һорауҙарына яуап биреү ярыштары үтте. Һуңғы этапта егетҡыҙҙар физик көстәрен һынаны.
Шулай итеп, мәрәйҙәр һаны буйынса I урынды лицей-интернат (һүрәттә), II урынды Мәктәптән тыш эштәр үҙәге һәм III урынды 21-се мәктәп уҡыусылары яуланы. Еңеүселәргә һәм ҡатнашыусыларға Дипломдар һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһынан бүләктәр тапшырылды.