Бөтә яңылыҡтар

Гүзәллектең юҡтыр сиктәре

Белорет медицина колледжында үткән саралар ойошҡанлығы, етди әҙерлекле булыуы менән айырылып тора. Башҡорт теле йылына һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар кѳнѳнә арналған сираттағы байрам - “Һылыуҡай - 2020” конкурсы ла һәр ваҡыттағыса юғары кимәлдә ойошторолдо.

Мәртәбәле ярышта үҙ кѳсѳн һынарға йѳрьәт иткән береһенән-береһе һылыу, һомғол 12 ҡыҙҙың уңғанлығын, нәфислеген, ижади һәләтен, аҡыл ҡеүәһен баһалау бурысы район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапхана мѳдире Флүрә Шакирова, ҡала Мәҙәниәт һарайының “Ирәмәл” халыҡ театры режиссеры Гѳлнара Ғилманова кеүек алдынғы ҡарашлы, белдекле ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм Белорет медицина колледжы директоры Азат Хамматовтың иңенә ятты.
Конкурстың тәүге һынауы - “Визит карточкаһы”нда ҡыҙҙарҙың тәбиғи артистизмы, сәхнәлә үҙ-үҙен тота белеүе менән бергә башҡорт гүзәлдәренә генә хас тыйнаҡлығы, һѳйкѳмлѳлѳгѳ лә сағылды. Һылыуҙар видеояҙмалар ҡулланып атайсалы, ғаиләһе менән таныштырҙы, күңел һалған шѳғѳлдәре, уй-ниәттәре тураһында һѳйләне.
“Ирекле осош” атамаһы аҫтында иғлан ителгән ярыш иһә ысын мәғәнәһендә һоҡланғыс тамаша ине: әле зифа буйһындарын һығылдырып, тәңкәләрен сыңлатып бейегән, әле һандуғастай моң ҡойған башҡорт сибәрҙәренең һәр сығышы кѳслѳ алҡыштарға күмелде.
Бынан тыш, жюри ағзалары ҡыҙҙарҙың аш-һыуға оҫталығын, модельерлыҡ һәләтен, тыуған яҡтың тарихына ҡағылышлы һорауҙар ярҙамында белемен дә һынарға ѳлгѳрҙѳ. Тәмле еҫтәр аңҡытҡан бишбармаҡ, бәлеш, сәксәктәр, ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән әтмәләнгән ғәжәп күлдәктәр, күңел тетрәндерер йѳрәк һүҙҙәре буласаҡ медицина хеҙмәткәрҙәренең ян-яҡлап маһир булыуҙарына инандырҙы.
Һѳҙѳмтәлә, Нурания Миңлеғолова - “Ихлас һылыуҡай”, “Моңло һылыуҡай”, Айгѳл Яныбаева - “Оҫта һылыуҡай”, “Йор һүҙле һылыуҡай”, Гѳлсибәр Ғәйнуллина - “Һѳйкѳмлѳ һылыуҡай”, Динә Дауытова - “Аш-һыуға оҫта һылыуҡай”, Сандра Махиянова - “Ихтыярлы һылыуҡай”, Наҙгѳл Абдулғазина - “Телһѳйәр һылыуҡай”, Алһыу Йосопова - “Зирәк һылыуҡай”, Гѳлшат Баязитова - “Алсаҡ һылыуҡай”, Илүзә Байназарова - “Бейеүсе һылыуҡай”, Айгүзәл Абдрахманова - “Модельер-эколог”, Дияна Ҡужина “Тамашасы һѳйѳүе” номинацияларында еңеү яулаһа, “Һылыуҡай - 2020” конкурсының иң-иңе тип 291-се тѳркѳмдѳң студенты Регина Агилова билдәләнде.
Барлыҡ һылыуҡайҙар иҫтәлекле бүләктәр, грамоталар алып һѳйѳндѳ. Башҡорт рухы, миллилек менән һуғарылған күркәм сара медицина колледжы һәүәҫкәрҙәренең дәртле йыр-моңдары, шиғри сәләмләүҙәре, ихлас тәбрикләүҙәр менән үрелеп барҙы.
Читайте нас: