Бөтә яңылыҡтар

Тарихи шәхестәргә арналды

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы, Әлшәй районы муниципаль район хакимиәте һәм мәғариф бүлеге, республиканың белем биреү өлкәһендәге власть органдары тарафынан ойошторолған, ике йылға бер тапҡыр уҙғарылған “Башҡортостан ынйылары” республика конкурсының зона этабы уҙҙы. Унда Белорет, Бөрйән, Учалы районы командалары ҡатнашты.

Билдәле булыуынса, быйыл конкурс республиканың тарихи шәхестәренә арналған “Рухи байраҡ һинең исемең” темаһы аҫтында үтте. Һәр коллектив эҙләнеү эшенә таянып, ун минутҡа иҫәпләнгән сценарийҙы сәхнәләштерҙе. Уларҙы жюри ағзалары - мәғариф бүлегенең милли мәғариф буйынса методисы Лариса Әхмәтшина менән ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейының ғилми хеҙмәткәре Фәнисә Шәрәфетдинова баһаланы.
Бөрйән районы Әбделмәмбәт урта мәктәбе күренекле ғалим, филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Сөләймәновтың тормош юлына арналған “Мин Өфөгә барып ҡына ҡайттым” тип аталған сәхнә әҫәрен жюри хөкөмөнә сығарҙы. Улар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яҡташтарының тормош юлын тулы ҡеүәтендә сағылдыра алды. Уҡыусыларҙың үҙ образдарына инә белеүе, оҫта башҡарыуҙары, кейем, декорацияларҙың тап килеше иғтибарҙы йәлеп итте. Был йәһәттән уҡытыусылары Миңнур Ҡасимованың ҙур көс һәм тырышлыҡ һалыуы күренде. Бөрйәндәр ғилми-эҙләнеү эшен (авторы: X класс уҡыусыһы Миләүшә Ҡорманғолова) “Әхмәт Сөләймәновтың шәжәрәһе” темаһына арнаған.
Икенсе булып Учалы районының Илсе урта мәктәбе сығыш яһаны. Улар “Муса Мортазин - Башҡортостан Республикаһының күренекле эшмәкәре” тип аталған ғилми-эҙләнеү эшен (авторы: IX класс уҡыусыһы Азат Хәлилов, уҡытыусыһы Рәмилә Солтанова) яҙған. Учалылар Муса Мортазин тураһында мәғлүмәт йыйыу, комбриг тураһындағы материалдарҙы эҙләү, Учалы районы энциклопедияһы менән танышыуҙы маҡсат итеп алғандар. Сәхнәләштереү барышында уның ҡулға алыныуын, төрмәләге тормошонан өҙөктө күрһәттеләр.
Артабан район күләмендәге конкурста беренсе урын яулаған Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусылары сығыш яһар мәл етте. Улар Заһир Исмәғилевтың тормош юлына бағышланған “Былбыл моңо - Заһир моңо” тип аталған фәнни-эҙләнеү эше тәҡдим итте (авторы: VII класс уҡыусыһы Ильяс Шаһийәзданов, уҡытыусыһы Сәриә Ҡаһарманова). Яҡташ композиторыбыҙҙың тормош юлын һәм ижадын байҡау, уның миҫалында тиҫтерҙәрҙә үҙ һәләттәрен асыуға теләк тыуҙырыу маҡсатындағы эш барышында, Сермән ауылында йәшәгән туғандары, таныштары аша Заһир Исмәғилев тураһында өҫтәмә мәғлүмәт туплау, тыуған ауылындағы музейы менән танышыуҙы бурыс итеп ҡуйғайнылар. Гимназистар сәхнәләштереү барышында бәләкәй Заһирҙың ағайынан ҡурай тартырға өйрәнеүен, Арыҫлан Мөбәрәковтың театрға эшкә саҡырып килеүен һәм артабан билдәле шәхес булып киткәс, тыуған ауылына ҡайтып сығыш яһауын күрһәттеләр.
Конкурстың икенсе өлөшөндә лидерҙар ярышы үтте.
Фәһемле һәм матур сараны лицей-интернат уҡыусылары Таһир Мусин менән Гүзәл Аллаярова алып барһа, Рәнис Суфиянов, Фидан Харрисов, Сыңғыҙ Ғәлимов, Гүзәл Аллаярова, Арина Сөләймәнова, Регина Астанғәлина тамашасыға йыр һәм бейеүҙәрен бүләк итте.
Шулай итеп, III урынға Илсе мәктәбе, II урынға Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы сыҡһа, I урын Әбделмәмбәт мәктәбенә (һүрәттә) бирелде. Улар 26-27 мартта Әлшәй районы Раевҡа ҡасабаһында үтәсәк республика этабында сығыш яһау хоҡуғына эйә булды. “Лидер-дәртләндереүсе”, “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияларында Әбделмәмбәт мәктәбенән Миләүшә Ҡорманғолова, “Йырҙы иң яҡшы башҡарыусы” номинацияһында башҡорт гимназияһынан Линара Һөйөндөкова, “Иң яҡшы ирегет роле” номинацияһында Арыҫлан Хөсәйенов (башҡорт гимназияһы) билдәләнһә, Әбделмәмбәт мәктәбе уҡытыусыһы Миңнур Ҡасимова төҙөгән сценарий һәм Ишле мәктәбе уҡыусыһы Азат Хәлиловтың ғилми-эҙләнеү эше иң яҡшылары тип табылды.
Читайте нас: