Бөтә яңылыҡтар

Йыр - ул тылсым, күңелдәрҙе арбар

Сермән күп тармаҡлы ауыл клубында “Йырлаусы ауыл” республика вокал ижады конкурсының II район этабы уҙҙы. 2019 йылдың октябрь айында уҡ башланған был ижади ярыштың һайлап алыу ѳлѳшѳндә Иҙел башынан йәмғеһе 19 ауыл биләмәһе ҡатнашҡайны. Бер ай арауығында баһалама комиссияһы 38 мәҙәниәт усағында булып, 80 ансамблдең һәм 147 вокалсының йыр-моңға маһирлығын һынаны.

Конкурстың тәүге этабында уңышҡа өлгәшкәндәрҙе Өфө ҡалаһынан килгән мәртәбәле жюри - Өфө сәнғәт училищеһының дирижер-хор бүлеге уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Любовь Журавлева, Республика халыҡ ижады үҙәгенең вокал-хор жанры буйынса баш белгесе, Рәсәй фольклор союзының Башҡортостандағы төбәк бүлеге етәксеһе Наталья Кондакова, йырсы, Республика һәм Бөтөн Рәсәй конкурстары лауреаты Салауат Юлдыбаев баһаланы. Йырлы ярышта көс һынашыусыларҙы тәбрикләп, Сермән ауыл хакимиәте башлығы Лилиә Сибәғәтова, райондың мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин һәм жюри ағзаһы Наталья Кондакова һәммәһенә лә уңыштар, далан теләне.
Конкурс программаһында Үткәл, Шығай, Рысыҡай, Сосновка, Сермән, Ҡағы, Ҡаһарман, Үрге Әүжән, Исмаҡай, Инйәр, Асы, Йөйәк, Ғәбдөк, Манышты, Олойылға, Егәҙе, Туҡан, Мәхмүт, Тирлән, Ломовка, Әзекәй, Тимер юлы, Отнурок, Мөхәмәт ауылдарынан бөтәһе 23 ансамбль һәм 32 вокалсы ҡатнашты. Яңғыҙ башҡарыусыларҙың, вокаль-инструменталь һәм ғаилә ансамблдәренең, фольклор коллективтарҙың һәр сығышы тиерлек жанр төрлөлөгө, милли колоритлығы, башҡарыу үҙенсәлеге менән ғәжәп ҡылды. Йәштәр араһында популяр һаналған дәртле замана йырҙарынан алып күңел имләр халыҡ моңдарына тиклем яңғыраны сәхнәнән.
Әйткәндәй, яңғыҙ башҡарыусылар араһында иң кесеһе һәм сағыу тауышлыһы - Рысыҡай ауылынан Ралина Ғәлиастанова булһа, олпат йәштә лә сәхнәгә сығып үлемһеҙ “Сибай”ҙы йырларға йөрьәт иткән иң өлкән конкурсант Үткәл ауылынан Таңһылыу Вәхитова ине.
Республика кимәлендә үткән етди сара, ижади мөхит солғанышында, йөрәккә ял бирер, донъя мәшәҡәттәренән арындырып, ихлас аралаштырыр һәм тәжрибә уртаҡлашыр йәнле, дәртле майҙанға әйләнгәйне был көндө. Эйе, “Йырлаусы ауыл” - төпкөлдә йәшәүсе талант эйәләрен эҙләп табып танытыусы, илебеҙ күгендә йондоҙ итеп балҡытыусы, хыялдарҙы ғәмәлгә ашырыусы ҙур мөмкинлек ул.
Был сағыу, йөкмәткеле ижад бәйгеһе иң-иңдәре тип табылған колективтар һәм вокалсыларҙың октябрь айында Өфөлә үтәсәк Гала-концертта сығыш яһауы һәм бүләкләнеүе менән тамамланасаҡ.
Читайте нас: