Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
30 Октябрь 2020, 13:45

Конкурстар

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт теле көнөнә ҡарата интернет-конкурстар иғлан итә.

2020 йылдың 28 октябренән социаль селтәрҙәрҙә өс йүнәлеш буйынса ижади бәйгеләр башланды. Интернет-конкурстар 28 ноябргә тиклем бара.
«Әсәм теле - сәсән теле» шиғыр һөйләүселәр конкурсы
Конкурста ҡатнашыусылар 2020 йылдың юбиляр шағирҙары әҫәрҙәрен яттан һөйләп, видеояҙмаларын социаль селтәрҙәрҙә урынлаштыра. Ш.Бабич, М.Ғафури, К.Кинйәбулатова, А.Игебаев, Ф.Туғыҙбаева, Ф.Акбулатова һәм башҡаларҙың шиғырҙарын һайларға мөмкин. Конкурста 18 йәштән өлкәндәр ҡатнаша.
Ҡатнашыусы башҡорт телендә шиғырҙы яттан һөйләп, үҙенең асыҡ сәхифәһенә ҡуя һәм яҙмаһын #ШиғриТел хештегы менән билдәләй.
Иҫкәрмә: башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән ҡатнашыусылар яҙмаларын #ШиғриТел2 хештегы менән билдәләй.
Еңеүселәр ике номинацияла билдәләнә:
1) Башҡорт теле туған теле булғандар араһында;
2) Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгәндәр араһында.
Видеояҙманың оҙонлоғо 3 минуттан артырға тейеш түгел.
Конкурсҡа тәҡдим ителгән эштәрҙә ҡатнашыусының исем-шәрифе, уҡыған/эшләгән урыны (ҡала, районды мотлаҡ яҙырға), әҫәр исеме, авторы мотлаҡ яҙылырға тейеш.
«Матур донъя», «Әсәм теле - сәсән теле», «Тырыш!» конкурстарына ерле һөйләштәр өсөн хас үҙенсәлекле телмәр ҡулланылған эштәр ҙә ҡабул ителә.
Бүләкләү тантанаһы урыны һәм теүәл ваҡыты Ҡоролтайҙың сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә иғлан ителәсәк.
Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефондар: 8 (347) 246-32-47, 8 (347) 246-32-58.
Читайте нас: