Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
3 Ноябрь 2020, 14:15

Иҙел башы таланттарға бай

Күмертау ҡалаһының республика халыҡ ижады үҙәге сираттағы “Халыҡ уйындары” төбәк-ара фольклор программалары конкурсын ойошторҙо. Билдәле сәбәптәр арҡаһында быйыл ул онлайн форматта үтте һәм унда ҡатнашыусылар үҙ коллективтарының “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөнә конкурстың хэштегын яҙып, видеояҙма һалды.

Быйыл конкурста республиканың ауыл һәм ҡалаларынан барлығы 105 фольклор коллективы ҡатнашты.
Бәйгеселәр өлкәндәр һәм балалар номинациялары буйынса бүленде. Коллективтар башҡорт, татар, сыуаш, мордва, рус халыҡтарының “Кәбеҫтәле кис”, “Күлдәк ҡотлау”, “Тәүге көтөү”, “Бесән өмәһе”, “Киленгә һыу юлы күрһәтеү”, “Бәпес күреү”, “Орсоҡ өмәһе”, “Юрған һырыу”, “Баш ашы” һ.б. төрлө уйын, байрам, йолаларҙы жюри хөкөмөнә тәҡдим итте.
Эштәрҙе сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре Розалиә Солтангәрәева, Раяф Ғәйнетдинов, Наталья Кондракова баһаланы.
Фольклор программалары конкурсының һөҙөмтәләре буйынса, Асы ауыл мәҙәниәт йортоноң Йәмилә Сәлимйәнова етәкселегендәге “Еңгәләр” ансамбле (һүрәттә) “Ҡар һыуына барыу” йолаһын (сценарий авторы ветеран-уҡытыусы Фәнүзә Ғарипова) күрһәтеп, I урынға лайыҡ булды.
Шулай уҡ Инйәр район мәҙәниәт йортоноң “Россияночка” вокал ансамбле (етәксеһе Илүзә Ҡәләмова) I дәрәжә, “Елмерҙәк” башҡорт халыҡ театры (етәксеһе Сәғилә Мырҙағәлина) II дәрәжә лауреат исемен яуланы.
Стәрлетамаҡ мәҙәниәт һарайы үҙәге ойошторған, башҡорт халҡының мәҙәни йолаларын һаҡлауҙы һәм үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған, башҡорт халыҡ-тарихи йырҙарын башҡарыусыларҙың “Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра” III төбәк-ара фестиваль-конкурсы ла быйыл онлайн рәүештә үтте. Республиканың ҡала һәм райондарынан, Ырымбур өлкәһенән 50-нән ашыу кеше ҡатнашҡан мәртәбәле конкурста Асы ауыл мәҙәниәт йортоноң аккомпаниаторы Рафаил Сәлихов “Инструменталь ижад” номинацияһында I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.
Райондаштарыбыҙҙы республика кимәлендәге еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: