Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
12 Ноябрь 2020, 14:25

"Ете егет"тә кем еңер?

Башҡорт телен һаҡлау, пропагандалау, халыҡ кәсептәрен популярлаштырыу, йәштәрҙең һѳнәри булдыҡлылығын һынау йәһәтенән былтыр Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Ете егет” проекты старт алғайны. Билдәле журналист, бихисап музыкаль проекттар авторы Рита Ѳмѳтбаева тәҡдиме менән ғәмәлләшкән телешоу тәүге сығарылыштан уҡ халыҡ һѳйѳүен яуланы.

18-28 йәшлек егеттәр ѳсѳн тәғәйен проекттың маҡсаты - тѳрлѳ ғәҙәти булмаған хәлдәр, яңы һѳнәрҙәр арҡылы ҡатнашыусыларҙы сабырлыҡта, зирәклектә, маһирлыҡта һынау, етәү араһынан иң-иңде билдәләү.
Эйе, халыҡ аҡылы, егет кешегә етмеш тѳрлѳ һѳнәр ҙә аҙ, ти. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, тимерселек, ҡортсолоҡ, һунарсылыҡ кеүек ир-егеттәргә генә хас кәсептәрҙе замана йәштәренең күбеһе тик ишетеп кенә белә. Реалити-шоуҙа иһә йәш кешеләр тап ошоноң кеүек һѳнәрҙәрҙе үҙләштереп, үҙ эшенең һѳҙѳмтәһен оҫта хѳкѳмѳнә сығара.
Проект йәмғеһе дүрт этаптан тора. Тик һайлап алыу турын үтә алғандар ғына артабан конкурста ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Телешоуҙың тѳп ѳлѳшѳ йәйгеһен Башҡортостандың халыҡ кәсептәре үҫешкән иң йәмле тѳбәктәрендә, тәбиғәт ҡосағында тѳшѳрѳлә. Эше, һүҙе, донъяға ҡарашы, үҙ-үҙен тотошо менән тамашасы күңелен яулап, иң күп SMS-тауыш йыйған ир-егет еңеүсе тип табыла. Ә инде йыл аҙағында уҙасаҡ ҙур байрам кисәһендә барлыҡ ҡатнашыусылар ҡиммәтле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары менән тәбрикләнәсәк.
Быйыл реалити-шоуҙа яҡташыбыҙ - Манышты ауылы бѳркѳтѳ Ғәҙел Дәүләтов та үҙ кѳсѳн һынай. Ѳс уллы Гѳлназ һәм Ғәлим Дәүләтовтарҙың татыу ғаиләһендә буй еткергән егет бѳгѳнгѳ кѳндә Ѳфѳ сәнғәт колледжы студенты. Үҙ сиратыбыҙҙа, тырыш, маҡсатлы, һәләтле райондашыбыҙға ете егеттең иң-иңе булыуын, барса хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ! Уңыштар һиңә, Ғәҙел!
Читайте нас: