Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
13 Ноябрь 2020, 12:00

Беҙҙекеләр!

Мәскәүҙә төбәктәрҙә сауҙанын төрлө форматында иң яҡшы идеяларға һәм уларҙың бойомға ашырылыуына арнап үткәрелгән «Рәсәй сауҙаһы» конкурсына йомғаҡ яһалды.

Еңеүселәр араһында - Башҡортостан Республикаһының 8 сауҙа объекты.
«Иң яҡшы стационар булмаған объект» номинацияһында «ESHKA» (ШЭ А.В. Саргасян, Октябрьский ҡалаһы), «Шаверма по-питерски» (Булгаков, Өфө районы) кафелары, «Дофамин» кофейняһы («Движение» йәмғиәте, Белорет ҡалаһы) еңеүселәр тип танылған.
«Рәсәй сауҙаһы» конкурсы Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы тарафынан өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Уның маҡсаты - Рәсәй сауҙаһында иң яҡшы тәжрибә тармағын популярлаштырыу. Быйыл конкурсҡа 870 ғариза тапшырылған.
Еңеүселәрҙе бүләкләү яҡын арала Мәскәүҙә үтә.
Читайте нас: