Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
25 Декабрь 2020, 17:20

Ололарҙы ҡыуандырҙылар

Район-ҡала Пенсия фонды идаралығында 11-се тапҡыр уҙғарылған "Оло кешенең социаль портреты" конкурсына йомғаҡ яһалды.

Унда муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, идаралыҡ начальнигы Константин Полетавкин, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты. Билдәле сәбәптәр арҡаһында быйыл бүләкләү тантанаһына конкурсанттар саҡырылманы. Грамоталар һәм бүләктәрҙе "Урал", "Белорецкий рабочий", "Металлург" гәзиттәре редакцияларынан йәки Пенсия фонды идаралығынан (йәғни, кем ҡайҙа эшен йәки фотоһын тапшырған) барып алырға мөмкин.
Быйыл конкурсҡа барлығы 362 фотоһүрәт һәм 15 яҙма эш ҡабул ителгән. 2020 йыл - Хәтер һәм Дан йылы булараҡ ойоштороусылар барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ла билдәләп үтергә ҡарар итте.
Шулай итеп, “Минең ғаиләм - бөтәһе лә фронт һәм Еңеү өсөн” темаһы буйынса “Урал” гәзитендә баҫылған “Иҫкә алыу еңел түгел” мәҡәләһе өсөн Нәғимә Шәрипова, Люциә Нурмөхәмәтова (“Ҡарт һалдат иҫтәлектәре”), “Белорецкий рабочий” гәзитендә сыҡҡан “Һуғыш минең яҙмышымда” мәҡәләһе өсөн Рузидә Ғәйфуллина, “Металлург” гәзитендә донъя күргән “Минең көслө өләсәйем” мәҡәләһе өсөн Юля Ратушина һәм Еңеү көнөнә арналған фотоһы өсөн Валентина Резова билдәләнде.
“Һуғыштан һуңғы баласаҡ” темаһында “Йоғошло ауырыуҙар элек тә булды” мәҡәләһе менән Шәрғиә Яҡшыдәүләтова (“Урал” гәзите) һәм “Һуғыш ауыр йылдарҙы хәтерләтә” мәҡәләһе менән Валентина Ришман (“Белорецкий рабочий”) бүләкләнде.
“Беҙҙең урам ветераны” темаһында Евгений Ивановтың “Тамуҡтан ожмахҡа” хикәйәһе, Клара Ғарипованың “Иҫке өйҙәр, һағышлы йөҙҙәр” һәм Хөснә Әхмәтйәнованың “Яугирҙарға
бәйле хәтирәләр” мәҡәләләре (“Урал” гәзите), Рәсимә Сәлихованың “Яратҡан өләсәйемә” һәм Рөстәм Сәхийәровтың “Үткәндәр тураһында уйҙар” фотолары билдәләнде.
“Үлемһеҙ полк” (иҫләйбеҙ, ғорурланабыҙ!”) темаһы буйынса Владимир Гаев тураһында ғы Борис Соколовтың яҙмаһы, Резида Ғәҙелшинаның “Парад алдынан” фотоһы бүләкләнде. Конкурсты ойоштороусылар, төп темаларҙан тыш, Ирина Реустың һәм Ришат Хәйбуллиндың фотолар серияһын билдәләп үтте.
Рәшиҙә Гәрәеваның Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында өлкәндәрҙе алмаштырған Белорет металлургия комбинаты эшселәре тураһында иҫтәлектәр тупланған йыйынтығы, Лидия Круглованың “Металлург” гәзитендә баҫылған тимер юлда эшләгән хеҙмәттәштәре тураһындағы шиғыры 2020 йылдағы конкурстың иң яҡшы эштәре тип табылды.
Сара һуңында Андрей Иванович Пенсия фонды идаралығы хеҙмәткәрҙәре - Оксана Елкинаны, Елена Скорбликованы, Рәйлә Түлебаеваны күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн муниципаль район хакимиәтенең Почет Грамоталары менән бүләкләне һәм конкурстың иң яҡшы фотоһүрәттәренән торған баннерҙы ҡала урамдарына ҡуйырға тәҡдим итте.
Читайте нас: