Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Театр эшмәкәрҙәре союзы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Учалы муниципаль район хакимиәте ойошторған сарала бөтәһе 20 коллектив - Мишкә, Учалы, Ғафури, Дүртөйлө, Әбйәлил райондары, Белорет, Ағиҙел, Өфө, Межгорье, Күмертау ҡалалары, Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡурган өлкәһенең Ҡоншаҡ, Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы халыҡ театрҙары ҡатнашты. Беҙҙең ҡала Мәҙәниәт һарайының “Ирәмәл” башҡорт халыҡ, һәм йәштәр рус театрҙары сығыш яһаны. Спектаклдәрҙе Мәскәү, Силәбе, Өфөнән килгән күренекле режиссерҙар, театр белгестәре баһаланы.
- Шатлығыбыҙ сикһеҙ. Артистарыма рәхмәт. Учалы сәхнәһендә йөҙөп йөрөп тигәндәй, ихлас уйнанылар. Тамашасы беҙҙе яратып алҡышланы. Бәләбәй ҡалаһында үткән фестивалдә II урынды алып ҡайтҡайныҡ. Ниһайәт, еңеүгә лә өлгәштек. Ойоштороусыларға рәхмәт, тантананы асыу, ябыу бик матур тамашаға әүерелде. Шулай уҡ режиссерҙар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар ҙа үткәрелде. Күсмә кубок беҙҙә, өс йылдан “Алтын тирмә” Белоретта үтәсәк, - тип шатлығы менән уртаҡлашты Гөлнара Насретдин ҡыҙы.