Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
5 Ғинуар 2021, 17:30

Тормош йәме - айыҡлыҡта

Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, айыҡлыҡты ҙурлау, йәш быуынды халыҡ традициялары өлгөләрендә тәрбиәләү кеүек изге маҡсаттарҙы ғәмәлләштергән «Айыҡ ауыл - 2020» республика конкурсының муниципаль этабына, ниһайәт, йомғаҡ яһалды.

Өс ай дауамында барған мәртәбәле ярышта төбәктә йәмғеһе 2114 торама пункт үҙ көсөн һынаны. Халыҡ һанының төрлө булыуын иҫәпкә алып, ғәҙел баһалау өсөн улар шартлы рәүештә дүрт категорияға бүлеп ҡаралды.
Йәшәйеште яҡшыртыу, кеше аңын томалаған мәкерле ғәҙәттәрҙе тамырынан юҡҡа сығарыу, ҡәүемдәштәрҙе берләштереү, рухи ҡиммәттәрҙе үҫтереү ниәте менән Иҙел башынан бөтәһе 13 ауыл проектта ҡатнашты. Халыҡ мәнфәғәте өсөн йүнәлтелгән ғәмәлдәрҙә дәррәүлек, берҙәй әүҙемлек милли йолаларҙың, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған сараларҙың ойошҡанлығын, маҡсатҡа ярашлылығын тәьмин ҡылды. Проект сиктәрендә, мәҫәлән, Егәҙе ауыл хакимиәтенә ҡараған Өмөтбай ауылы халҡы өмәләү юлы менән үҙҙәренең йәшәү шарттарын уңай иткән фәтүәле эштәрҙе атҡарһа, уҫманғәлеләр ауылға ҡот, йәм өҫтәгән дан ғаиләләрен, оҫталығы, фиҙаҡәрлеге менән һоҡландырған ерҙәштәрен ҙурланы. Абҙаҡ, Тимер юл ауылдарының йәш быуынды тәрбиәләүгә, сәләмәт тормошҡа арналған мауыҡтырғыс саралары, ауыл йөҙөн күркәмләндергән өмәләре шулай уҡ маҡтауға лайыҡ. Ғәбдөктәрҙең нәҫел ептәрен нығытыр Шәжәрә байрамдары, мәктәп менән берлектә ойошторолған фәһемле проекттары бик урынлы булды.
Конкурстың район кимәлендәге этабы буйынса еңеүселәрҙе билдәләү тантанаһы Шығай күп тармаҡлы ауыл клубында уҙҙы. Ҡышҡы Нардуғандың башланған көнөндә егеүле ат, селлә бабай, йыр-моң, саф һауала күңелле уйындар вә һыйлы табын менән ихлас ҡаршыланы шығайҙар ҡунаҡтарҙы.
Сарала муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, беренсе урынбаҫары, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Илгиз Теләүбаев, Шығай ауыл хакимиәте башлығы Хәлим Ғәлиастанов, Тирлән ауыл хакимиәте башлығы Ирина Нагорнова, Ишле ауыл хакимиәте башлығы Фәнис Данъянов, Туҡан ауыл хакимиәте башлығы Әлфиә Сәмиғуллина, Нура ауыл хакимиәте башлығы Надежда Фәйрүзова һәм башҡалар ҡатнашты.
Үҙ сиратында, Андрей Иванович сәләмәт тормош рәүешен популярлаштырған, айыҡлыҡҡа өндәгән конкурстың әһәмиәтен аңғартып, Иҙел башының 2019 йылға ҡарағанда күпкә әүҙемерәк булыуын билдәләп уҙҙы.
- Халыҡсан проектҡа ярашлы ойошторолған спорт ярыштары, милли йолалар, фестивалдәр, насар ғәҙәттәргә ҡаршы акциялар айырыуса йәш быуын өсөн фәһемле. Тап ошондай матур күренештәр солғанышында, айыҡ тормошта буй еткерергә тейеш улар, - тине етәксе сығышында.
“Айыҡ ауыл - 2020” республика конкурсының район этабында әүҙем эшмәкәрлек күрһәткән йәмәғәтселәр -
Шығай ауыл советы депутаты Ирек Шиһапов, Шығай мәктәбе директоры Исмәғил Әбүталипов, Отнурок мәҙәниәт йорто мөдире Елена Алексеева, Отнурок ауыл модель китапханаһы мөдире Фәниә Ғиззәтуллина, Олойылға мәктәбенең математика уҡытыусыһы Татьяна Суфиянова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнар Мөсәлимова, Туҡан мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Ленара Ғилманова, Туҡан ауыл китапханаһы мөдире Марина Аверьянова, Тирлән ауыл китапханаһы мөдире Гөлнара Ғибәҙуллина, Тирлән мәҙәниәт йорто мөдире Ольга Евстигнеева муниципаль район хакимиәте башлығы ҡулынан Маҡтау ҡағыҙҙары алып һөйөндө.
Нарыҡлау критерийҙары буйынса иң юғары һөҙөмтәгә Шығай ауылы өлгәште - еңеүселәр 100 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Конкурстың республика кимәлендә улар район намыҫын яҡлай. II урын өсөн 60-ар мең һумлыҡ сертификат менән Отнурок һәм Олойылға ауылдары тәбрикләнһә, III урын яулаған Туҡан һәм Тирлән ауылдары 40-ар мең һумға лайыҡ булды.
Әйтергә кәрәк, “Айыҡ ауыл - 2020” конкурсында ҡатнашыуҙы мәртәбә һанап, тәү сиратта үҙҙәре әүҙемлек күрһәткән, һәр эш йәһәтенән ваҡытында отчет ебәргән ауыл хакимиәттәре башлыҡтары - Надежда Фәйрүзованың (Нура), Фәнис Данъяновтың (Ишле), Әлфиә Сәмиғуллинаның (Туҡан) эшмәкәрлеге айырыуса юғары баһаланды.
Йәнә, конкурс сиктәрендә төрлө саралар ойошторған дәртле райондаштарыбыҙға - Ғәбдөктән Сәүиә Закироваға, Уҫманғәленән - ағинәйҙәр ойошмаһына, Тимер юл ауылынан -Александр Житнюкка, Өмөтбайҙан - Радик Яныбаевҡа, Абҙаҡтан Гөлкәй Азаматоваға хакимиәт йортонда Рәхмәт хаттары тапшырала.
Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле “Ҡышҡы Нардуған” фольклор байрамынан рухи кинәнес алып, милли колориттың сағыулығына арбалып, күтәренке кәйеф вә дәрт менән ҡайтты ҡунаҡтар саранан.
Читайте нас: