Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында “Йыл уҡытыусыһы - 2021” конкурсы сиктәрендә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” номинацияһында ҡатнашыусылар “түңәрәк өҫтәл” артына йыйылды. Улар жюри ағзалары һәм саҡырылған ҡунаҡтар биргән һорауҙарға яуап бирҙе.
Быйыл мәртәбәле конкурста Асы мәктәбенән Шәүрә Ғарипова менән Фәйзүнә Әбдрәшитова, Инйәрҙең 2-се мәктәбенән Әлмира Мөстәҡимова, Абҙаҡ мәктәбенән Физәлиә Әхмәтйәнова, Шаһи Ямалетдинов исемендәге Шығай мәктәбенән Гүзәл Йомағужина, ҡала лицей-интернатынан Рита Ғәйнуллина һәм 13-сө мәктәптән Сания Шәғәлиева (һүрәттә) ҡатнаша.
20-се мәктәп уҡытыусыһы, уҙған йылда ошо номинацияла еңеү яулаған Зәйнәп Собханғолова ѳс көн дауамында оҫталыҡ дәрестәре күрһәткән, тәжрибәләре менән уртаҡлашҡан коллегаларына уңыштар теләп сараны асҡандан һуң, конкурсанттарҙың етеҙ фекерләй белеү ҡеүәһен, методик
яҡтан белемдәрен һынау башланды.
Жюри ағзаһы Зәйнәп Кинйәбай ҡыҙының "ата-әсәләрҙең әүҙемлеген күтәреү йәһәтенән ниндәй эштәр эшләр инегеҙ" тигән һорауына күптәр уларҙы уҡыуҙан тыш төрлө сараларға ғаилә менән ҡатнашырға йәлеп итергә, “Йыл ата-әсәһе” конкурсын үткәрергә тәҡдим итте...
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 11-се һанында уҡығыҙ.