Бөтә яңылыҡтар

Һомай ҡыҙҙай һылыуҙар

Билдәле яҙыусы, журналист, ветеран-уҡытыусы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева ойошторған “Урал батыр” мәктәбе сиктәрендә Инйәрҙең 2-се мәктәбендә V-X класс ҡыҙҙары араһында беренсе тапҡыр “Һомай һылыу” конкурсы үтте.

Ҡыҙҙар “Урал батыр” эпосынан Һомай һүҙҙәрен яттан һөйләнеләр, ҡобайыр итеп көйләнеләр. Музыка ҡоралында уйнау ҙа өҫтәмә мәрәй алырға булышлыҡ итте. Мостай Кәрим һүҙҙәренә яҙылған “Сигеү сигә ҡыҙҙар” йырын бөтә класс ҡыҙҙары ла ҡушылып йырлағандан һуң, бәйгеселәр ҡул эштәрен баһалама ағзалары хөкөмөнә тапшырҙы.
Өсөнсө һынау түшелдерек биҙәү ине. Был эште конкурста ҡатнашмаған ҡыҙҙар менән берлектә башҡарҙылар. Сараның һуңғы этабында Һомайҙар “Бишбармаҡ”ты береһенән-бере оҫта итеп бейеп күрһәтте.
Бәйге барышында егеттәр музыкаль бүләктәре менән ҡыҙҙарҙы, уҡытыусыларҙы, атаәсәләрҙе һөйөндөрҙө. Алып барыусылар - XI класс уҡыусылары Нурания Хөсәйенова һәм Нәфис Сәғитуллин һәм сараны әҙерләшкән Русалина Шәймөхәмәтова бәйгенең юғары кимәлдә үтеүенә ҙур өлөш индерҙе.
Шулай итеп, “Һомай һылыу - 2021” исеменә X класс уҡыусыһы Элина Фәхретдинова лайыҡ булды. I урын Азазел Фәйзуллинаға, II урын Лидиана Фәхретдиноваға, III урын Лиана Зөбәйероваға тапшырылды. Ҡалған “Һомай”ҙар төрлө номинацияларҙа билдәләнеп, махсус Дипломдар һәм бүләктәргә лайыҡ булды. Байрам һуңында мәктәптең ир-егет уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре тарафынан музыкаль бүләк яңғыраны.
Читайте нас: