Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
13 Апрель 2021, 11:00

Илде ырыҫлы итер инәйҙәр

Милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын популярлаштырыу, йәш быуынға әхлаҡи вә рухи тәрбиә биреү кеүек бихисап изге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырған «Ағинәй» йәмәғәт ойошмалары - төбәктә иң әүҙем һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлек иткән берләшмәләрҙән. Улар уҙғарған һәр сара үҙенсәлекле бирелеше, актуаллеге, тәрбиәүи яҡтан зарурилығы менән айырылып тора. Ошо көндәрҙә Сосновка ауылы ағинәйҙәре тарафынан ғәмәлләшкән «Йөн байрамы» ла әлеге йәмәғәт ойошмаһының мәртәбәһен, берҙәмлеген, рухи йәһәттән ойошҡанлығын йәнә бер иҫбат итте.

Күркәм сарала ихтирамлы ҡунаҡтар - муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире, «Ағинәй» төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева, «Урал» гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова, район-ҡала «Ағинәй» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зөбәржәт Суфьянова, Сосновка ауыл хакимиәте башлығы Азамат Мөхәмәтйәров, мәшһүр ҡурайсы Мөхәмәт Түлебаев, «Гүзәл» туҡымалар салоны һәм ательеһы хужабикәһе Резеда Сайдарова, Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһы мөдире Флүрә Шакирова һәм Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылы ағинәйҙәре, шулай уҡ Сосновка, Үҙәнбаш, Сермән, Ҡоҙғон-Әхмәр, Әзекәй, Рысыҡай, Үткәл инәйҙәре ҡатнашты.
Хөрмәтле аҡһаҡал Мөхәмәт Усман улының изге доға-фатихаһы, сихри ҡурай моңдары һәм, әлбиттә, «Ағинәйҙәр» гимны менән башланып киткән байрам күңелде тәүге минуттарҙан уҡ нур вә илаһи тойғоларға сорнаны. Сосновка ауылы ағинәйҙәре етәксеһе Земфира Кәримова ҡунаҡтарҙы ойошманың эшмәкәрлеге, уй-ниәттәре, эш һөҙөмтәләре менән таныштырһа, Сосновка ауыл хакимиәте башлығы Азамат Кинйәбулат улы ошоноң ише сараларҙың мөһимлеген билдәл әне, ағинәйҙәрҙең һәр эштә әүҙем, берҙәм булыуҙарына, мәртәбәле йыйындар уҙғарыуҙарына һоҡланыуын белдерҙе.
Ҡышҡы оҙон кистәрҙә йыр-моңға, йәнле аралашыуҙарға ҡоролған ултырмаларҙан әүәл ниндәй ҡатын-ҡыҙ ситтә ҡалған икән?! Ҡул эштәренә маһирлыҡта һынашҡан, бер-береһе менән оҫталыҡ серҙәре менән бүлешкән, йөрәк моңдары, фәһемле хәл-хикмәттәр менән уртаҡлашҡан гүзәл заттар өсөн был аулаҡтар, иң элек, күңел йыуанысы булғандыр... Кемеһе йөн теткән, кемеһе орсоҡ бейеткән, бәғзеһе бәйләм тотҡан ағинәйҙәр, оҙон көйгә йыр һуҙып, ултырмаға йыйылған... Һарыҡ йөнөнөң файҙаһын, йән-тәнгә бирер сихәтен, эшкәртеү үҙенсәлектәрен һәләк ентекле һәм аңлайышлы бәйән итеп, тилбер ҡулдары менән бәйләгән йомшаҡ ойоҡбаштары, һырма-юрғандары, йөндән йәйеп баҫылған ҡаралды әйберҙәре, аяҡ кейемдәре, һарыҡ тиреһенән тегелгән йылы толоптары менән һәммәһен ғәжәп ҡылды, һоҡландырҙы уңғанбикәләр...
Мәҡәләнең дауамын гәзитебеҙҙең 13 апрель һанында уҡырға мөмкин.
Читайте нас: