Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
12 Ноябрь 2021, 17:27

«Еңеү шыршыһы»н һүрәткә төшөр!

Еңеү музейы, Рәсәй почтаһы һәм Оксана Фёдорованың хәйриә фонды йолаға әйләнгән «Еңеү шыршыһы»н һүрәткә төшөр» тигән һүрәттәр конкурсын ойоштора. Бында ҡатнашыусылар һуғыш йылдарында шыршыны нисек биҙәгәндәрен, үҙ ҡулдары менән шыршы уйынсыҡтарын нисек яһағандарын һәм Яңы йылға нимә бүләк иткәндәрен төшөрә ала. Рәсемдәрҙә «Еңеү шыршыһы» ла булыуы бик мөһим.

«Еңеү шыршыһы»н һүрәткә төшөр!
«Еңеү шыршыһы»н һүрәткә төшөр!

Яһалған һүрәттәр шул ваҡытҡа тура килергә һәм байрамға әҙерлекте күрһәтергә тейеш. Бәйгелә ҡатнашыусылар ҡарт өләсәйҙәре, олатайҙарының һөйләгәндәре йәки ғаилә архивында һаҡланған фотолар буйынса ла төшөрә ала. Әгәр ҙә рәсем нигеҙенә ғаилә тарихы һалына икән, был турала ла ҡатнашыусы яҙып китә ала.

Төрлө алымдарҙа башҡарылған эштәрҙе 28 ноябргә тиклем музейҙың сайтына https://victorymuseum. ru ҡуйырға кәрәк. Ойоштороусылар һүрәттәрҙе биш номинация буйынса - 6-8, 9-11, 12-14, 15-17 һәм 18 йәштән өлкәндәр араһында билдәләй. Һәр йәш төркөмө буйынса өс еңеүсе һайлап алына. 1-енән 7 декабргә тиклем Еңеү музейы сайтында онлайн тауыш биреү ҙә уҙасаҡ. Иң күп тауыш йыйғандар тамашасы һөйөүе призын аласаҡ.

Конкурстың еңеүселәре 10 декабрҙә билдәле була. Рәсәй почтаһы уларҙың һүрәттәрен Яңы йыл открыткалары коллекцияларын булдырыу өсөн ҡулланасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Туймазы районынан Никита Бичурин Рәсәй почтаһы ярҙамында ойошторолған «Еңеү открыткаһы» Бөтә Рәсәй һүрәттәр конкурсының еңеүсеһе булғайны.

Һеҙ ҙә бәйгенән ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: