Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
12 Ноябрь 2021, 11:32

Оҫта мөнәжәтселәр - Сосновкала!

Стәрлебаш районы ойошторған, июль айынан бирле онлайн рәүештә Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә үткән мөнәжәт, нәсихәт, дини йыр башҡарыусыларҙың “Иман нуры” конкурсына йомғаҡ яһалды.

Оҫта мөнәжәтселәр - Сосновкала!
Оҫта мөнәжәтселәр - Сосновкала!

3 ноябрҙә Стәрлебашта еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Фестиваль-конкурс ҡатнашыусыларҙың милли йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе ниндәй кимәлдә белеүҙәрен асыҡланы. Ул онлайн режимда Башҡортостандан һәм Татарстандан 19 район һәм республикабыҙҙың 3 ҡалаһы ҡатнашлығында үтеп, 125 конкурс сығышы ҡаралып, йомғаҡлау конференцияһы менән тамамланды. Был көндө ҡатнашыусылар менән республика Халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева, үҙәктең Күмертау филиалы директоры Әлфиә Грязнова аралашты. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Стәрлебаш районы хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Флүр Шаһисолтанов сәләмләне.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы, профессор, сәсәниә Розалия Солтангәрәева етәкселегендәге абруйлы жюри ағзалары фестивалдең юғары кимәлдә үтеүен билдәләне. Уларға конкурс номерҙарынан иң-иңдәрен һайлап алыу еңелдән булманы. Еңеүселәр ике төркөмгә - 17 йәшкә тиклем һәм 18 йәштән алып ҡатнашыусыларға бүленде.

Сосновка ағинәйҙәренең “Зифа” вокал ансамбле башҡарған “Салауат әйтәйек” мөнәжәте һәм Мәүлит Ямалетдиновтың “Ғәйбәтсе” сүрәһенең шиғри аңлатмаһы III дәрәжә Диплом менән билдәләнде.

Сосновка ағинәйҙәрен ҙур уңыштары менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да еңеүҙәр юлдаш булыуын теләйбеҙ.

Зөлфирә СӨЛӘЙМӘНОВА.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: