Быйылғы конкурсҡа 73 фотоһүрәт һәм 10 баҫма эш ҡабул ителде. Пенсия фонды идаралығында үткән тантаналы сарала муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, Пенсия фонды идаралығы начальнигы Константин Полетавкин һәм конкурсты ойоштороусылар ҡатнашты. Коронавирус эпидемияһына бәйле, икенсе йыл рәттән бүләкләү тантанаһына конкурсанттар саҡырылманы. Уларға Дипломдарын һәм иҫтәлекле бүләктәрен, эштәрен тапшырған ойошмаларҙан барып алырға саҡырабыҙ.
Шулай итеп, "Һаулыҡ һуҡмағы" номинацияһында Шәрғиә Яҡшыдәүләтова ("Урал" гәзитендә донъя күргән "Төркиәң ары торһон" мәҡәләһе), Нина Агеева ("Һаулыҡ һуҡмағы буйлап" фотоһүрәте), Лидиә Ҡаһарманова ("Хәрәкәттә" фотоһүрәте), Рүзидә Ғәйфуллина ("Күңел өсөн" фотоһүрәте), Венера Ғәлимурзина ("Матурлыҡ эргәбеҙҙә" фотоһүрәте);
"Тарихҡа бәйле фотоһүрәтем" номинацияһында Юлия Анисимова ("Туҡтама миҙгел, тормош дауам итә" мәҡәләһе, Павел Асташин ("Ҡағы күңелемә ятты" мәҡәләһе), Нәғимә Шәрипова ("Урал" гәзитендә баҫылған "Атайлы - арҡалы үҫтек" мәҡәләһе), Динә Әҙелмырҙина ("Нура әбейҙәре тауҙа" фотоһүрәттәре);
"Минең ҡәҙерле ҡарттарым" номинацияһында Рүзидә Ғәйфуллина ("Урал" гәзитендә баҫылған "Телһөйәр инәй ине" мәҡәләһе), Егор Евстигнеев "Өләсәйем тураһында" мәҡәләһе), Әнисә Ғәзизова ("Минең хөрмәтле кешеләрем" фотоһүрәте), Фәнис Зәйнетдинов ("Ветерандарға хөрмәт менән" фотоһүрәте);
"Аҡ халатлы кешеләр" номинацияһында Ғәлиә Сергажина ("Беҙҙең табип" мәҡәләһе), Нина Климова ("Ҡанында ҡояш тамсыһы" мәҡәләһе), Рафиҡ Залалов ("Михаил Туруновский - дәүер кешеһе" мәҡәләһе) өсөн Диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде.
Конкурстың еңеүсеһе итеп, "Аҡ халатлы кешеләр" презентацияһы өсөн Лидия Круглова билдәләнде.
Сара һуңында Андрей Иванович күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн Муниципаль район хакимиәтенең Почет грамоталары менән Пенсия фонды идаралығы хеҙмәткәрҙәре Ольга Трифонова менән Виктория Носованы бүләкләне.
Константин Васильевич "Пенсия фонды идаралығының 2021 йылдағы иң яҡшы хеҙмәткәре" тигән Почет грамоталарын Нурсилә Туғановаға, Ольга Кутузоваға, Татьяна Кузнецоваға һәм Ольга Гневноваға тапшырҙы.