Манышты ауылында "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә үҙ-үҙенең, яҡындарының, тирә-йүндәгеләрҙең сәләмәтлегенә ҡарата иғтибар тыуҙырыу, ауылыбыҙҙың, халҡымдың киләсәген матур, төҙөк, рухи һәм матди бай итеп күреүҙе маҡсат итеп ҡуйған сираттағы сара - "Атай, әсәй һәм мин - спорт һөйөүсе ғаилә" спорт ярыштары үтте. Сағыу, йөкмәткеле, күңелле сара ауылыбыҙҙың фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Янбаева Лилиә Фуат ҡыҙының сығышы менән башланып китте. Ул һуңғы ваҡытта эскелектең, эшһеҙлектең юҡҡа сыға барыуы, ауылдарыбыҙҙың төҙөкләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте, йәштәрҙе, халыҡты сәләмәт тормош алып барырға, маҡсатлы йәшәргә өндәне, маска һәм бирсәткә режимын үтәп, короновирустан мотлаҡ рәүештә прививка яһатырға кәрәклеген аңлатты.
Дәүләттең төп нигеҙе - ғаилә. Ғаиләлә ни тиклем бәхет, татыулыҡ, мөхәббәт, гармония, етеш тормош күҙәтелһә, шул тиклем ауыл, ил, дәүләт өсөн яҡшы. Ил көслө - дәүләт көслө, тиһәр. Конкурста йәмғеһе алты ғаилә ҡатнашты. Сарала балалар ҙа, әсәйҙәр ҙә, атайҙар ҙа ихлас, берҙәм, татыу булып ғаилә статусын яҡланылар, раҫланылар. Уларға ҡарап һоҡландыҡ, көйҙөк. Афариндар, үҙебеҙҙең маныштылар, тип ҡеүәт биреп торҙоҡ.
Сараның программаһын башланғыс класс уҡытыусылары Вәсимә Ханнан ҡыҙы Миһранова менән Рәйлә Сафа ҡыҙы Мөлөкова йөкмәткеле итеп төҙөп, ҡыҙыҡлы алып барҙылар, спортзалды плакаттар, лозунгтар менән биҙәнеләр.
Ветеран уҡытыусы Шакир Ғөбәйтулла улы Таһиров "Айыҡ ауыл" конкурсы эмблемаһының паноһын бик матур итеп эшләне, ҡатнашыусыларҙың түштәренә тағырға повязкаларҙы яҙҙы. Уларҙы тегеүҙә Г.А. Хафизова, Р.С. Мөлөкова, В.Х. Миһранова, Р.Г. Таһирова ярҙам иттеләр.
Үҙе үк ғаиләһе менән ҡатнашҡан ауыл старостаһы Ғаян Рәсүл улы Абдрахманов тырышлығы менән ҡатнашыусыларға бүләктәр, Грамоталар тапшырылды.
Көйәрмәндәр, ауыл хеҙмәткәрҙәре, бигерәк тә ауыл ағинәйҙәре һәр ярышты ихлас ҡарап, саранан бик ҡәнәғәт булып ҡайттылар.
Спорт сараһының икенсе өлөшөндә йәштәр ике командаға бүленеп волейбол уйнанылар.
Рима ТАҺИРОВА.