Ҡаланың территориаль үҙидаралығы ойошторған был конкурста белореттар йылдан-йыл күберәк ҡатнаша. Ҡатнашыусылар үҙҙәре йәшәгән күп ҡатлы йорттарҙа тәртип урынлаштырҙы, подъездарын гөлдәр, картиналар менән биҙәне. Йорт яны клумбаларында сәскәләр үҫтерҙе. Шәхси йорт хужалары ла был конкурста ихлас ҡатнаша башланы. Һәр кем үҙенең йортон еңеүселәр араһында күрергә теләй.
Шулай итеп, “Иң яҡшы күп ҡатлы йорт” номинацияһында I урынға “Коммунальщик” йәмғиәтенә ҡараған Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы 50-се йорт (йорт советы рәйесе Т.Г. Комина), II урынға “Йорт хужалығы” йәмғиәтенә ҡараған Пушкин урамындағы 55-се йорт (йорт советы рәйесе Н.В. Цыганов), III урынға “Йорт хужалығы” йәмғиәтенә ҡараған Крупская урамындағы 46-сы йорт (йорт советы рәйесе Н.Н. Русских) лайыҡ тип табылды.
“Иң яҡшы подъезд” номинацияһында I урынға
"Йорт хужалығы" йәмғиәтенә ҡараған Пушкин урамындағы 62-се йорт (йорт советы рәйесе М.В. Бурулева, подъезд өсөн яуаплы С.В. Чулюкин), II урынға “Коммунальщик” йәмғиәтенә ҡараған Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы 46-сы йорт (йорт советы рәйесе И.И. Черношейкина, подъезд өсөн яуаплы А.Н. Гневнов), III урынға “Йорт хужалығы” йәмғиәтенә ҡараған Точисский урамындағы 20-се йорт (йорт советы рәйесе Ю.Ф. Мостафина) сыҡты.
“Иң яҡшы шәхси йорт” номинацияһында I урынға Елена һәм Олег Симоновтар (Чайкина урамы, 58-се йорт), II урынға Резида Сайдарова һәм Мостафа Копузтың (Сиренле тыҡрығы, 5-се йорт), III урынға Наталья һәм Николай Копытовтар (О.Кошевой урамы, 4-се йорт) лайыҡ булды.