Ҡыш уртаһында ат сабыштарын үткәреү Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында күптән йолаға әйләнгән, ул бишенсе тапҡыр үткәрелә. Ат-спорт сараһы йыл да төрлө төбәк ат һөйөүселәрен бергә йыя. Был юлы бәйгелә Ҡоҙғон-Әхмәр, Әзекәй, Сосновка, Тимер юл ауылдарынан, Учалы, Бөрйән, Әбйәлил, Архангел, хатта Хәйбулла һәм Дыуан райондарынан да ҡатнаштылар. Күрше Әбйәлил, Учалы, Баймаҡ райондары ат һөйөүселәре бындай ҡышҡы байрамдарҙың даими ҡунаҡтары булһа, Архангел, Хәйбулла, дыуандарҙың тәүгә ҡатнашыуҙары. Яңыраҡ ҡына үҙҙәре ошондай ат-спорт байрамын үткәреп ебәргән Архангел районының Тирәкле ауылы вәкилдәре, Әбйәлилдең Таштимер ауыл хакимиәте башлығы Вәсилә Абсадыева сараны ойоштороусыларҙы, ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, был юҫыҡта белореттарҙан өлгө алыуҙарын, уларҙың берҙәм, дәррәү булыуҙарын телгә алып, ат сабышын күрергә ғаиләләре менән килеүҙәрен әйтеп китте. Шулай уҡ, муниципаль район хакимиәтенең агросәнәғәт, ҡулланыусылар баҙары һәм хеҙмәттәрен анализлау, прогнозлау секторы начальнигы Динә Махиянова, Нефтекама филармонияһы директоры Ринат Ғайсин һәм Әзекәй ауылы хакимиәте башлығы, шул уҡ ваҡытта сабыштарҙың алыштырғыһыҙ комментаторы Нажия Вәлиева йыйылыусыларҙы Яңы йыл байрамдары менән ҡотлап, күңелле ялдар, ғәҙел ярыштар, ҡатнашыусыларға еңеүҙәр теләне. Ә Ҡоҙғон-Әхмәр гармунсылары моңло, күңелле көйҙәр һуҙып, барыһын да дәртләндереп кенә ебәрҙе. Урында ат йәнлеләр өсөн төрлө хужалыҡ кәрәк-яраҡтары тәҡдим ителде. Белорет оҫтаһы Азамат Заһитуллин көйәнтә-күнәктәр, һандыҡтар менән бер рәттән хужалыҡта кәрәкле сыбыртҡы, септә һәм башҡа көнкүреш әйберҙәрен күргәҙмәгә ҡуйғайны. Ә бына Учалынан Сәғит Фәхретдинов кашауай саналар, дилбегә эшләү менән шөғөлләнә. Был көндө уның да эштәрен һатып алырға теләүселәр, заказ биреүселәр ҙә күп булды. Киләсәктә оҫта сабыш аттарын һатып алып, ошондай ярыштарҙа ҡатнашыу теләген дә белдерҙе. Ә әлегә юртағы менән балаларҙы санала йөрөтөү менән шөғөлләнә. Йыйылыусылар ат сабыштарын ҡарап ҡына ҡалманы, Йәштәрҙең ял үҙәге базаһында ойошторолған хәрби-патриотик клубы мәргәндәре, “Мырҙағол батыр” проектында ҡатнашыусылары биргән уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәрен дә алды.
Бәйгелә барлығы 36 юртаҡ майҙан тотто. Улар тоҡомдарға бүленеп, биш заезда билдәле бер арауыҡҡа сапты. Шулай ҙа төп иғтибар башҡорт тоҡомло аттарға бүленде. Уларҙың һәр ҡайһыһы паспортланған һәм “Терра Башҡортостан” ат-спорт турниры ҡатнашыусыһы.
Тәүге заезда паспортлы башҡорт тоҡомло аттар ярышты. Көйәрмәндәрҙең дәррәү алҡышына хатта әсе елле буран да ҡамасау булманы. Турнирҙа ҡатнашыусыларға өҫтәмә сәм генә бирҙе һәм улар ҡарҙы йырып тигәндәй финишҡа атылды. Һөҙөмтәлә, Әбйәлилдән Илфат Ғиниәтов үҙенең “Даръял” ҡушаматлы атында финиш һыҙығын беренсе булып үтте. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы “Намаҙ”ҙа Ғәзим Таһиров (ат хужаһы - Салауат Шайхин, Архангел) һәм Гордей Дятлов (Тимер юл ауылы) алды.
Икенсе заезда ярым яҡшы тоҡомло аттар көс һынашты. Бында инде учалыларға етеүсе булманы. Пьедесталдың бөтә баҫҡыстарын да улар яуланы. “Алеандор” ҡушаматлы атында (ат хужаһы - Радик Фазлетдинов) Арсен Таипов - I, “Шатлыҡ”та (ат хужаһы - Рөстәм Фазылов) Динар Фазлетдинов - II һәм “Майҙан”ында Илнур Хисмәтов III урындарҙы яуланы. Афарин, учалылар! Әйткәндәй, Учалы районы Уральск ауылынан ете йәшенән атҡа ултырған Арсен Таипов беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай бындай турнирҙарҙа. Ике йыл дауамында Ҡоҙғон-Әхмәр ауылына килеп үҙ көсөн һынап ҡарай һәм призлы урындарҙы яулай. Был юлы ла ике заезда еңде һәм ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды егет.
Өсөнсө заезда “Терра Башҡортостан” турнирында ҡатнашҡан башҡорт тоҡомло аттары уҙышты. Беренсе урын йәнә Учалынан Арсен Таиповта. Был юлы егеткә еңеүҙе “Абрек” ҡушаматлы ат (ат хужаһы һәм тренеры - Радик Фазлетдинов) килтерҙе. Баймаҡ районы Темәс ауылынан “Шейх” ҡушаматлы атында (хужаһы һәм тренеры - Рим Әхмәров) Илназ Мостафин - икенсе, “Осҡон”да Наталья Абдуллина (хужаһы, тренеры - Рәзиф Мәғәфүров, Әзекәй) өсөнсө булып (өҫкө һүрәттә) финиш һыҙығын үтте.
Дүртенсеһе - сана егелгән аттарҙа уҙышыу. Кемдәрҙер, әлбиттә, йәштәр саналарында баҫып, икенселәре ултырып ярышты. Матур тамашаның финалын көйәрмәндәр ҙә ҡыҙыҡһынып, түҙемһеҙләнеп күҙәтте. Кемдәрҙең еңеүсе булыры ла билдәһеҙ ине. Шулай ҙа, Билал ауылынан (Баймаҡ районы) Марат Әбйәлилов “Белка”һында елдереп финиш һыҙығына килеп етте. Ҡоҙғон-әхмәрҙәр Илмир Сәлимов (ат хужаһы - Әмир Йосопов) “Армат”ында, Эдуард Зәбиров “Буян” ҡушаматлы атында икенсе һәм өсөнсө урындарҙы бүлеште.
Ат-спорт турнирының һуңғы заезы - бәйге. Бәйгегә Архангел, Белорет, Бөрйән, Дыуан райондарынан ете юртаҡ сыҡты. Иң-иңдәре - Баймаҡтан Илназ Мостафин һәм “Эльбрус” (Рим Әхмәров), Учалынан Динар Фазлетдинов һәм “Талисман” (ат хужаһы - Айгиз Вәлиев, Ҡоҙғон-Әхмәр), Дыуандан Илгиз Йәһүҙин һәм “Берсерк” (хужаһы - Алексей Бажанов).
Ойоштороусылар иң сағыу тамашаны аҙаҡҡа ҡалдырҙы. Тамашасы алдынан ыңғырсаҡтарын байрамдарҙа ғына таҡҡан ат экипаждары үтте. Саналарында - Ҡыш бабайҙар, Ҡарһылыуҙар, баяр ҡыҙҙары, казактар һәм шаян балалар. Шулай ҙа, иң кульминацион мәле - йыл символы - Барыҫтың (Наталья Абдуллина) атҡа атланып сығыуы булғандыр. Буран ярып алға ынтылған ат менән тау саңғыһына баҫҡан Ҡыш бабай (Рәзиф Мәғәфүров) идара итә. Нәҡ улар гранпри алды ла инде. Беренсе урындарҙы - Фәнис Ямалетдинов, Ғилфан Ҡәҙерғолов, Илмир Сәлимов, икенсе урындарҙы - Рим Абдуллин, Эдуард Зәбиров, Гордей Дятлов алды.
Заездар еңеүселәренә Кубок, миҙалдар һәм бағыусылар, ауылдың ат һөйөүселәре әҙерләгән ҡиммәтле бүләктәрҙе муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев тапшырҙы һәм артабан да еңеүҙәр теләне. Бағыусылар Наталья һәм Игорь Жариновтар ҙа бүләк әҙерләгән. Ҡупшы итеп эшләнгән дилбегәне Баймаҡтан Илназ Мостафин атлы үҫмергә бүләк итте улар.
Ауыл халҡы, муниципаль һәм урындағы хакимиәт, бағыусылар, ағинәйҙәр, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ярҙамы менән ҡышҡы ат сабышы әҙерлекле кимәлдә үтте. Сәй табыны ла, йылы аш та ойошторолдо. Милли ашамлыҡ - ҡаҙыһынан да ауыҙ иттеләр. Һәүәҫкәрҙәрҙең йырҙары ла урынлы булды.
Шишәмбе көнө үткән республика Башлығының оператив кәңәшмәһендә мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова отчет телмәрендә, республика кимәлендәге ат-спорт турнирын үткәреп ебәргән белореттарҙы, атап әйткәндә, ҡоҙғон-әхмәрҙәрҙе маҡтауы ла юҡҡамы ни! Тимәк, һәммәһенә лә "Афарин!" тиергә ҡала.