Сарала муниципаль райондың мәғариф идаралығы начальнигы Сулпан Уйылданова, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев һәм педагогтар ҡатнашты.
- Конкурс - ул ярыш, бәғзе ваҡыт еңеү өсөн бер балдың ғына етмәүе ихтимал. Әммә шуны аңлау мөһим - тупланған тәжрибәгеҙ, фиҙаҡәрлегегеҙ, ижади мөмкинлектәрегеҙ арҡылы һеҙ әле үк еңеүсе. Һис шикһеҙ, мәртәбәле конкурс юғары кимәлдә уҙыр, өмөттәрҙе аҡлар; барығыҙға ла дәрт-дарман, уңыштар теләйем, - тип педагогтарҙы тәбрикләне Сулпан Мәүләүи ҡыҙы.
Шулай уҡ Илгиз Теләүбаев, уҙған йылдың еңеүселәре - Марина Загребина, Елена Дубровская ла һөнәри оҫталыҡ йәһәтенән һынау тотоусыларға изге теләктәрен, ҡеүәтләү һүҙҙәрен еткерҙе.
Тантаналы сара 1-се мәктәптең “Карнавал” шоу-балеты (етәксеһе Елена Аверьянова) башҡарған заманса бейеүҙәр, 17-се мәктәп уҡыусыларының “Тормош китабы” йыры (етәксеһе Елена Курнеева), Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Яҙгөл Ишбаеваның шиғри сәләме (етәксеһе Әлзирә Юнысова) менән үрелеп барҙы.
Конкурс программаһы тулыһынса тормошҡа ашырылды
Конкурстың “Йыл уҡытыусыһы - 2022”, “Уңышҡа тәүге аҙым”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Йыл тәрбиәсеһе”, “Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияларында быйыл йәмғеһе 24 педагог үҙ көсөн һынай. Уларҙы 33 кешенән торған компетентлы, ғәҙел баһалама комиссияһы нарыҡланы.
Хәйер, эпидемиологик йәһәттән тотороҡһоҙ осор булыуға ҡарамаҫтан, конкурс программаһы тулыһынса тормошҡа ашырылды. Жюри ағзалары тарафынан, тәү сиратта, ситтән тороп йәғни үҙаллы башҡарылған эштәр: “Мин - уҡытыусы” эссеһы, “Интернет - ресурс” эше баһаланды. Тәүгеһендә конкурсанттар һөнәри тәғәйенләнеш, бурыс йәһәтенән фекер йөрөтһә, хеҙмәтенең асылын ҡылыҡһырлап, бөгөнгө уҡыу-уҡытыу процесына үҙ
ҡарашын белдерһә, “Интернет - ресурс” конкурсы арҡылы иһә уҡытыусы һөнәри эшмәкәрлек сифатын яҡшыртҡан мәғлүмәти-коммуникацион технологияларҙы файҙаланыу мөмкинлектәрен асты.
Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт һәм ҡаланың 14-се гимназияларында үткәрелгән асыҡ дәрестәрҙә педагогтарҙың һөнәри оҫталығы, тәжрибәһе, эш алымдары, уҡыусыларға ҡарата мөғәмәләһе һыналды; шул иҫәптән, бөгөнгө мәжбүри сара - онлайн-дәрестәр уҙғарыу тәжрибәһе лә баһаланды.
Конкурс сиктәрендә ойошторолған класс сәғәттәрендә “Рәсәй халыҡтарының мәҙәни ҡомартҡыһы һәм халыҡ сәнғәте”, “Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары”, “Белорет ҡалаһына - 260 йыл” кеүек йылдың төп темалары яҡтыртылды. Әйткәндәй, конкурс шарттарына ярашлы, темалар дәрескә тиклем
20 минут алда осраҡлы рәүештә һайланды. Класс сәғәтендә балалар менән ғаилә традициялары, күренекле династиялар, халыҡ ижады, район-ҡала тарихы тураһында әңгәмәләр ҡоролдо.
“Һынау түгел, ә тәжрибә уртаҡлашыу...”
ти конкурс тураһында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” номинацияһында баһаланған педагогтар. Ысынлап та, күптәр өсөн был ярышнамә уҡыу-уҡытыу процесын йәнләндергән, яңы һулыш өргән, ниһайәт, үҙ тәжрибәһен бүтәндәргә өләшергә мөмкинлек биргән сара кеүек ҡабул ҡылына. Быйыл һөнәри оҫталыҡ буйынса ярышта Сосновка мәктәбенән Ирина Әбсәләмова, Инйәрҙең 2-се мәктәбенән Тәслимә Ғәрифуллина, Мулдаҡай мәктәбенән Лариса Хәйретдинова, Абҙаҡ мәктәбенән Айгөл Хибәтуллина, ҡаланың 20-се мәктәбенән Гөлнара Зыкрина
ҡатнашты. Уларҙы көслө педагогтар - 21-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Баныу Астанова, 20-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зәйнәп Собханғолова, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәриә Ҡаһарманова, лицей-интернаттың башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлниса Зәйтүнова, мәғариф идаралығы методисы Лариса Әхмәтшина баһаланы. Конкурс саралары иһә Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы диуарҙарында барҙы.
Остаздарҙың методик компетентлығын билдәләү, уҡытыу-тәрбиә эшендәге тәжрибәһен күрһәтеү йәһәтенән - “Методик оҫтахана”, милли кейем, һәр ырыу-араға ҡағылышлы милли үҙенсәлектәр хаҡында мәғлүмәтле булыуҙарын “Милли костюмды презентациялау” кеүек эштәр сағылдырһа, “Атай-әсәйҙәр менән диалог” уҡытыусыларҙың атай-әсәйҙәр менән аралаша, дөрөҫ мөғәмәлә ҡыла, шәхес тәрбиәләү йәһәтенән сетерекле һорауҙарға яуап бирә белеү ише оҫталыҡтарын һынаны.
Конкурстың артабанғы этабы - “Оҫталыҡ дәрестәре” педагогтарҙың шәхсән үҙе ҡулланған, ыңғай һөҙөмтә арҡылы һыналған эш тәжрибәһе, методтар менән уртаҡлашыуҙан ғибәрәт ине. Баһалама комиссияһы хөкөмөнә сығарылған “Оҫталыҡ дәрестәре”нән күренеүенсә, башланғыс кластар өсөн, нигеҙҙә, хәтерҙе, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүсе, уҡыу тиҙлеген арттырыусы уйын формаһындағы эш алымдары ҡулланылһа, өлкән кластарҙа белем биреү процесы уҡыусыны уйларға, фекер йөрөтөргә өйрәткән, ижади һәләтен үҫтергән, ғилем эстәргә ҡыҙыҡһыныу уятҡан традицион булмаған методтар ярҙамында тормошҡа ашырыла.
- Ниндәй мәктәптә һәм нисә уҡыусы менән эшләүенә ҡарамаҫтан, конкурс талаптары барыһына ла бер төрлө.
Һәр этап уҡытыусыларҙың әҙерлек кимәлен, яңы алымдарға нигеҙләнгән эш тәжрибәһен, ижади ҡарашын асыҡ сағылдырҙы. Шәхсән үҙем өсөн лингвомәҙәниәттең бер өлөшөн тәшкил иткән башҡорт милли кейемдәрен презентациялау этабы матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Әйткәндәй, ҡасандыр был конкурс программаһын үҙем тәҡ-
дим иткәйнем. Педагогтарҙың кемеһелер эҙләнеү эше алып барған, бәғзеләре өләсәйҙәренең милли әйберҙәрен эҙләп
тапҡан һәм, әлбиттә, улар өсөн был да үҙ өҫтөндә эшләү, үҫешеү этабы булып торҙо. Шулай ҙа уҡытыусының төп
эшмәкәрлеге - дәрес биреү. Төптө ят мәктәптә дәрес үткәреүгә ҡарамаҫтан, конкурсанттар был эште уңышлы атҡарып сыҡты. Асыҡ дәрестәрҙең ойошҡанлығы, уҡытыусы менән уҡыусы араһында тәү ҡараштан уҡ ышаныслы мөнәсәбәт тыуыуы айырыуса ҡыуандырҙы. Оҫталыҡ дәрестәрендә лә һынатманы коллегалар. Һәр эштә ижади ҡараш, төплө белем, заманса алымдар, һөнәри маһирлыҡ, хеҙмәтеңә ҡарата һөйөү, фиҙаҡәрлек ярылып ята, - ти “Башҡорт теле һәм
әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” номинацияһын нарыҡлаусы баһалама комиссияһы ағзаһы Зәйнәп Собханғолова.
Һуңғы этап - “Пресс-конференция”ла педагогтар эшләү алымдары, уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү, ижади һәләттәрен үҫтереү, шулай уҡ бөгөнгө йәмғиәттә башҡорт теленә, милли матбуғатҡа ҡараш йәһәтенән бихисап һорауҙарға яуап бирҙе, фекер алышты. “Ватандаш” журналының, “Йәншишмә” гәзитенең баш мөхәррирҙәрен, “Башҡортостан”, “Урал” гәзиттәре хәбәрселәрен, нигеҙҙә, милли баҫмаларҙы алдырыу, уҡыусылар өсөн мәктәптә “Йәш хәбәрселәр” түңәрәген ойоштороу, редакциялар менән хеҙмәттәшлек итеү кеүек һорауҙар ҡыҙыҡһындырһа, жюри ағзаларын уҡыу-уҡытыу процесына бәйле мәсьәләләр борсоно. Һөнәр оҫталары бында ла баҙап ҡалманы - һәр һорауға төплө, тулы яуап яңғыраны.
Пресс-конференция һынау тотоусыларҙың конкурстан алған тәьҫораттары, баһалама комиссияһының кәңәш-тәҡдимдәре, ҡеүәтләү һүҙҙәре менән тамам ҡылды.
“Йыл педагогы - 2022” һөнәри оҫталыҡ конкурсының муниципаль этабы йомғаҡтары тураһында гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.
Лариса ХӘЙРЕТДИНОВА, Мулдаҡай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
- Мәртәбәле конкурста беренсегә генә ҡатнашыуым. Әлбиттә, тәүҙә күңелде икеләнеүҙәр, ҡурҡыу тойғоһо биләһә, тора-бара оторо ҡомарланып, дәртләнеп китәһең икән. Ғөмүмән, яңы эш алымдарын үҙләштереү, тәжрибә туплау, һөнәри үҫеш йәһәтенән “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Гөлнара ЗЫКРИНА, 20-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
- “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсында икенсе тапҡыр һынау тотам. Эш стажың күпме булыуға ҡарамаҫтан, конкурсҡа килеп шуны аңлайһың: өйрәнер, үҙләштерер нәмәләр бихисап әле. Хәйер, үҙен, һөнәрен ихтирам иткән, уҡыусыларына төплө белем, йүнәлеш бирергә теләгән педагог һәр саҡ үҫеш, камиллашыу юлында булырға тейештер, тим.