"Урал" гәзите 100 йыл дауамында район-ҡала халҡына, һеҙгә, гәзит уҡыусылар, тоғро хеҙмәт итә. Ошо йылдар эсендә гәзит һеҙҙең ғаилә кешеләре, үҙегеҙ, һеҙ башҡарған эштәр, тѳрлѳ ѳлкәләрҙе яҡтыртҡан уҡымлы мәҡәләләр сығарҙы. "Урал", үҙ сиратында, һәр гәзит алдырыусының мәнфәғәтен тулыһынса күҙәтә. Сѳнки гәзитте уҡытыусы ла, табип та, эшҡыуар ҙа, етәксе лә, эшсе лә, йорт хужабикәһе лә алдыра. Ошоларҙы иҫәпкә алып, гәзиттә 3 ҙур сара иғлан итәбеҙ.
1. "Урал" гәзите призына арналған еңел атлетика эстафетаһы - "Беҙ тыныс һәм сәләмәт тормош яҡлы!". Эстафета "Урал" гәзитенең 100 йыллығына арнала. Был сара май айында үткәрелә.
2. "Урал" - минең гәзитем!" конкурсы. Гәзит тураһында иҫтәлек, шиғыр, йыр, таҡмаҡ, мәҡәлә яҙыу. Иң шәп яҙылған яҙма эштәр гәзиттә баҫыласаҡ. Гәзит тураһында ҡыҫҡа ғына итеп тѳшѳрѳлгән видеоролик. Иң уңышлы видеороликтар гәзиттең Интернет селтәрендәге тѳркѳмдәрендә сығасаҡ. "Урал" - минең гәзитем!" конкурсында мәктәп уҡыусыларын да ҡатнашырға саҡырабыҙ. Бер шарт: үҙҙәренең ауылына яҡын булған, тирә-яҡҡа күренеп торған тау битенә таштар теҙмәһенән ҙур итеп "Урал" - минең гәзитем!", "Урал" - шәп гәзит!" - тип, ошо ике һѳйләмдең береһен яҙырға һәм йыраҡтан күренеп торһон ѳсѳн аҡ буяу менән буяп ҡуйырға. Ошо яҙыуҙы уҡыусылар үҙҙәренең ҡатнашлығында видеороликка тѳшѳрѳп ебәрергә тейеш. Конкурста ҡатнашырға теләгән хѳрмәтле гәзит уҡыусылар, фантазияларығыҙҙы эшкә егегеҙ, бәлки, һеҙ тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ эштәр уйлап табырһығыҙ.
3. 2018 йыл башында "Урал" гәзите Сабир Шәрипов исемендәге "Иҙел башы" әҙәби ойошмаһы менән берлектә Баҡый ауылынан сыҡҡан яҙыусы, журналист һәм тәржемәсе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сабир Шәриповтың 70 йәшлек юбилейы айҡанлы, "Уймаҡ хикәйәләр" конкурсын иғлан иткәйне. Йыл аҙағында Шығай күп тармаҡлы ауыл клубында конкурсҡа йомғаҡ яһалып, еңеүселәргә дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды. Ойоштороусылар был конкурсты өс йылға бер уҙғарып торорға ҡарар иткәйне. Шулай итеп, традицияны дауам итеп, билдәле яҡташыбыҙҙың иҫтәлегенә: "Сабир Шәрипов исемендәге ҡыҫҡа хикәйәләр конкурсы"н башлайбыҙ. Хикәйәнең күләме А4 форматтан артмаҫҡа тейеш.
Барлыҡ конкурс эштәре лә 15 марттан 15 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Мѳхәрририәт тарафынан иң шәп тип табылған әҫәрҙәр генә конкурста ҡарала һәм гәзит битендә донъя күрәсәк, урындар билдәләнеп бүләктәр тапшырыласаҡ (район-ҡалала йәшәгәндәр ѳсѳн генә).
Конкурстарҙа ҡатнашырға теләк белдереүселәргә тѳп шарт - ебәрелгән эштәрҙең авторҙары 2022 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзиткә мотлаҡ яҙылған булырға тейеш.
Һеҙҙе матур бүләктәр кѳтә!
МѲХӘРРИРИӘТ.