Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ ижадын - халыҡҡа

Ҡаланың үҙәк китапханаһында өсөнсө йыл рәттән уҙғарылған “Тыуған яҡ ауаздары” конкурсы үтте. Йәштәрҙе һәм өлкәндәрҙе әҙәбиәт уҡырға йәлеп итеү, башҡорт халҡының фольклор мираҫы менән танышыу, сығыш яһаусыларҙың һәләттәрен, китап уҡыу активлығын арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған конкурста ҡатнашыусылар башҡорт халыҡ әкиәтенән, легенданан, эпостан, ҡобайырҙан йәки бәйеттән өҙөктө яттан һөйләргә тейеш ине.

Халыҡ ижадын - халыҡҡа
Халыҡ ижадын - халыҡҡа

Конкурс өс төркөм буйынса үтте: 50 йәштән өлкәндәр, 19-40 йәшлектәр һәм коллектив сығыш. Әйтергә кәрәк, конкурстанттарҙың милли кейемдәрҙә булыуы, образға тап килешле итеп кейенеүҙәре, ҡумыҙ, мандолина кеүек халыҡ инструменттарын ҡулланыуы, ҡурай моңо аҫтында сығыш яһауҙары маҡтауға лайыҡ. Тетрәндергес тарихлы юлдарҙы уҡығандарында тәндәр зымбырлап, күҙҙҙәргә йәш эркелһә, ҡыҙыҡлы әкиәттәр күңелдәрҙе күтәрҙе. Конкурста ҡатнашыусылар һәр сығышты көслө алҡыштарға күмеп, “Афарин!” һүҙҙәре менән бер-береһен ҡеүәтләне.

Шулай итеп, жюри ҡарары менән 19-40 йәшлектәр араһынан бер үҙе генә ҡатнашҡан, “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосынан өҙөк менән сығыш яһаған Айгүзәл Нафиҡова (үҫмерҙәр китапханаһы) “Тыуған төйәктең фольклор мираҫын күтәргән өсөн” номинацияһында билдәләнде.

50 йәштән өлкәндәр араһында I урынға “Әсә йөрәге” ҡобайыры менән Зилә Фәхрисламова (Сермән ауылы) менән “Сыңрау торна” легендаһы менән йөрәктәрҙе тетрәндергән Гөлниса Мансурова (Мөхәмәт ауылы), II урынға “Кәкүк” тарихы легендаһын һөйләгән Шәрифә Муллағәләмова (Белорет ҡалаһы) менән “Ай менән Урал тауҙарының барлыҡҡа килеүе” легендаһы менән сығыш яһаған Миләүшә Йәнгәрәева (Хөсәйен ауылы), III урынға башҡорт халыҡ әкиәте “Төлкө һәм айыу”ҙы һөйләгән Хәлиҙә Бакирова (Белорет ҡалаһы) менән “Сихри моң” әкиәте менән Фәнүзә Муллағәләмова (Хөсәйен ауылы) лайыҡ булды. “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпик ҡобайырын үҙенсәлекле моң менән көйләгән Хөсәйен ауылы ағинәйе, актив йәмәғәтсе Рәйлә Иҫәнғужина фольклор материалын үҙенсәлекле еткерә алыуы менән жюриның махсус призына лайыҡ булды.

Коллектив сығыштарҙа I урын “Саҡ-суҡ” бәйете өсөн Хөсәйен ауылы китапханаһының “Ташъяр” коллективына (Рәйлә Иҫәнғужина, Фәнүзә Муллағәләмова, Зилә Йәнгәрәева), II урын “Самауыр” халыҡ ижады бейете өсөн Хәлимә Әфләтүнова, Рәзилә Ғимрановаларға (Рысыҡай ауылы), III урын “Бүре ни өсөн айға ҡарап олой?” әкиәтен сәхнәләштергәне өсөн “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы коллективына (Гөлнур Баҡыева, Гөлгөнә Хөснөтдинова, Айгөл Абдуллина) бирелде.

Конкурс еңеүселәренә һәм барлыҡ ҡатнашыусыларға Дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: