Бөтә яңылыҡтар

Еңеүҙәрең күп булһын, Әминә!

“Китапхана төнө - 2022” Бөтә Рәсәй акцияһы барышында Рәсәй дәүләт балалар китапханаһы тарафынан өҫтәлмә акциялар һәм конкурстар иғлан ителгәйне. Ҡаланың Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһында “Рухи байлыҡ - мәңгелек” тип аталған квест элементтары менән танып белеү уйыны үтте.

Еңеүҙәрең күп булһын,  Әминә!
Еңеүҙәрең күп булһын, Әминә!

Акция сиктәрендә йәнә “Халыҡ әкиәттәре әйләнеше” сараһында ҡатнаштыҡ. Был акцияла беҙҙә практика үткән Анастасия Пестова менән Әлиә Айытбаева әүҙемлек күрһәттеләр.

Акция ваҡытында Рәсәй дәүләт балалар китапханаһы ойошторған “Традициялар һәм Мәскәй әбей тураһында” фотоконкурсы беҙҙе бик тә шатландырҙы. Конкурста “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһынан Әминә Хөснөтдинова (тәрбиәсеһе Айгөл Ғәҙел ҡыҙы Абдуллина) һәм Райхана Хитауллина (тәрбиәсеһе Гөлгөнә Роберт ҡыҙы Хөснөтдинова) ҡатнаштылар. Улар Грамоталар һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр. Ә иң мөһиме - Әминә Хөснөтдинова Рәсәй масштабында 1 680 ҡатнашыусы араһында II урынды яуланы. Был әһәмиәтле ваҡиға китапхана һәм балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре өсөн бик шатлыҡлы ваҡиға булды.

Рәсәй дәүләт балалар китапханаһы Әминәгә бүләккә тип ебәргән балалар яҙыусыһы Н. Усачевтың матур китабын алыу менән китапхана исеменән бүләктәр, Диплом әҙерләп Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Любовь Кузьмина менән балалар баҡсаһына юлландыҡ. Әминәгә бүләктәр тапшырып, барлыҡ тәрбиәселәргә, иң мөһиме - Әминәнең тәрбиәсеһе Айгөл Абдуллинаға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙек. Балаларҙы ошондай матур сараларҙа ҡатнашырға, әүҙем булырға саҡырҙыҡ. Үҙ сиратыбыҙҙа Әминәне тағы ла ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

Флүрә ШАКИРОВА, Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһы мөдире.

Автор:
Читайте нас: